Был нәҫелдә уҡытыусылар 20 быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән.
«Беҙ үҙебеҙҙең династия менән ғорурланабыҙ. Балаларыбыҙ беҙҙең юлдан бара. Беҙҙең династия 643 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған», – тип һөйләй XX быуат башында Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән Хәҙисә һәм Абдулла Әҙеһәмовтарҙың вариҫтары.
Педагогтар династияһына Майшөкөр Әҙеһәмова нигеҙ һала. Ул биш йыл ҡатын-ҡыҙҙар класында уҡыу һәм яҙыу дәрестәре алып бара (1931-1937 йылдар.) Һуңынан уның ҡыҙы Рәйсә Саммат ҡыҙы Әҙеһәмова эшкә төшә, ул 46 йыл ғүмерен педагогикаға арнай. Темәс педагогия училищеһын тамамлай, унан һуң Ғафури районының Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, Ишбирҙе мәктәбендә һәм Бүребай ҡасабаһының белем биреү учреждениеһында уҡытыусы булып эшләй.
«Беҙҙең нәҫелдең тарихына күҙ һалһаҡ, бик күп ата-бабалар педагог, уҡытыусы, остаз тигән ғорур исемде йөрөткән. Был тарих 20 быуат башында башлана, ул саҡта барыһына ла белем алыу мөмкинлеге булмай. Тәүгеләрен Хәҙисә һәм Абдулла Әҙеһәмовтар үҙ ғаиләһендә тәрбиәләй. Улар Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән олоҫо Юлыҡ ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылы) йәшәй. Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Майшөкөр, Маһинур, Мәзүнә һәм Ғөбәйҙулла. Ғөбәйҙулланан башҡалары ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай», – тип һөйләй Йыһангировтар ғаиләһе.