Тәтешле районының Шүлгән ауылында яңы универсаль спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Был “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ошо хаҡта Тәтешле районы хакимиәтенән белдерҙеләр.
Эш барышында бордюрҙарҙы ҡуйҙылар, заманса резина япма йәйҙеләр, кәртәләрҙе, яҡтыртҡыстар терәгестәрен һәм бәләкәй архитектура формаларын монтажланылар. Майҙансыҡ баскетбол, волейбол, ҙур теннис, мини-футбол һәм гандбол уйнау өсөн барыһы менән дә йыһазландырылған.
– Спорт майҙансығының асылыуы – Тәтешле районының спорт инфраструктураһы үҫешенә тос өлөш ул. Бындай объекттар спорт менән күпләп шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙыра, халыҡ сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итә, әүҙем тормош алып барыу мәҙәниәтен формалаштыра. Киләсәктә бында район ярыштары, спартакиадалар, ауылдар араһында турнирҙар үткәрелә. Яңы майҙансыҡ сәләмәт тормош алып барыуға һәм ғаилә ялына, шулай уҡ яңы ҡаҙаныштарға старт буласаҡ, – тип белдерҙе Шүлгән ауыл биләмәһе башлығы Ынйы Бәҙретдинова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – район-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ, юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.