+9 °С
Облачно
Үткән аҙнала республика идара итеү үҙәгендә «Хеҙмәт итеү» («Служение») Бөтә Рәсәй муниципаль премияһының иң яҡшы идара итеү ҡарарҙары иҫәбенә ингән проект авторҙарын тәбрикләү тантанаһы үтте. Лайыҡлы наградаларҙы яҡташтарыбыҙ ҙа алды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең Рәхмәт хаттары менән район советының баш белгесе Айгөл Ханнан ҡыҙы Нәҙерғолова менән Юлдыбай ауылы биләмәһе хакимиәте эштәр идарасыһы Миләүшә Фәрит ҡыҙы Иҫәндәүләтова бүләкләнде.
Яҡташтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!