7 октябрҙә Мәскәүҙә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы «Алтын көҙ» XXVIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында эш башланы.
Йыл һайын Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған экспозиция илдең иң ҙур тармаҡ сараларының береһе булып тора. Быйыл ул 7-10 октябрҙә «Тимирязев үҙәге» күргәҙмә комплексында үтә.
Экспозицияның дөйөм майҙаны – 14 мең квадрат метр. Унда 60 мең самаһы ҡатнашыусының килеүе көтөлә.
Башҡортостан делегацияһының эш программаһында – тематик түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм панель дискуссияларҙа ҡатнашыу, тармаҡ предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре менән эшлекле осрашыуҙар, шулай уҡ төбәктең агросәнәғәт комплексындағы мөмкинлектәре менән таныштырыу.
Республика стендында малсылыҡ, үҫемлекселек һәм биотехнологиялар өлкәһендә фәнни-технологик проекттар, шулай уҡ төбәктең аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге алдынғы предприятиелары продукцияһы тәҡдим ителә.
– Башҡортостан – ауыл хужалығы буйынса көслө төбәк. Һәм беҙ «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә һәр ваҡыт ҡатнашабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бөгөн агросәнәғәт комплексы фәнһеҙ һөҙөмтәле үҫешә алмай. Алдынғы проекттарҙы тормошҡа ашырыу хужалыҡтарҙы, белем биреү һәм фәнни эшмәкәрлекте берләштергәндә мөмкин. Тармаҡта тап ошондай алымды ҡулланырға тырышабыҙ.