-3 °С
Облачно
Өфөлә йәшәгән 47 йәшлек ҡатын отошло инвестицияларға өмөтләнеп, фатирын һәм автомобилен залогҡа һалып, банктан кредит алған. Алынған аҡсаны - бөтәһе 10 миллион һумдан ашыу - ул ялған инвесторҙарға күсерә.
Алдашыу үҙен "сауҙа буйынса аналитик" тип танытҡан кеше бәйләнешкә сыҡмағандан һуң ғына беленә.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. һаҡ булығыҙ! Бер ниндәй ҙә шикле әҙәмдәргә ышанмағыҙ, аҡсағыҙҙы бирмәгеҙ!