17 октябрҙә “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан колледждары асыҡ ишектәр көнө үткәрә, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
Уҡыусылар һәм ата-әсәләр оҫтаханаларҙы ҡарай, уҡытыусылар һәм студенттар менән таныша, шулай уҡ буласаҡ һөнәрҙәр тураһында белә ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдан республика “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнаша. Рәсәй Мәғариф министрлығы үткәргән конкурс һайлап алыуҙары йомғаҡтары буйынса, 2027 йылға республикала 35 урта һөнәри белем биреү кластеры булдырыласаҡ, уларҙы ойоштороуға республикаға 3,113 миллиард һум федераль средстволар йәлеп ителәсәк. Кластерҙар һаны буйынса республика Рәсәйҙә алдынғылыҡты биләй.
5 октябрҙән 17-һенә тиклем республикала һөнәри йүнәлеш биреү саралары, оҫталыҡ дәрестәре һәм һөнәри һынауҙар үтәсәк, предприятиеларға экскурсиялар планлаштырылған.