Атайым тормошонан бер хәлде язып утәйем әле.
13 йәшлек сагында, 1940 йылдың йәйендә уны йәшен аткан.
Өләсәйем сейәгә барырға йыйынған, тик ниңәлер атайымды алып бармай, туғандарыңды ҡарап ҡалырға кәрәк тип, уны алмаған. Нисек кенә теләһә лә атайымды бергә алмай.
Бер ваҡыт ҡап ҡра болот килә, йәшенләп ямғыр яуырға тотона. Атайым шул мәлдә: мине урманға алып бармағастары, мине йәшен атһын әйҙә, тип үҙ алдына һөйләнә. Шул ваҡыт күп тә тормай атайымды йәшен йорт алдына һуҙып та һала, ул иҫен юғалта. Оло быуын кешеләре, инәй-олатайҙар уны күреп ҡалып ергә күмеп һала. Һуңынан ул иҫенә килгән.
Үҫеп армияға барғас связист-радист булып хеҙмәт иткән атайымды ҡайтырға 4-5 ай ваҡыт ҡалғастағы йәшен ата, аппаратураһы менән алып бәрә... госпиталдә дауаланыу ала.
Шул мәл өләсәһе балам имен һау ҡайтп инеү менән ҡорбан салдырам, тигән нәҙер әйтә. Атайым ҡапҡанан инеү менән ҡорбан салдыралар. Тап шул мәлдә донъя һелкенеп бик көслө йәшен йәшнәгән... Ә атайым ғүмер буйы шул йәшендән ҡурҡты...
Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-184557435_172083