Ауыл уттары
+1 °С
Облачно
Новости
21 Октября , 12:21

Республика Хөкүмәтендә киләһе йылдарға социаль-иҡтисади үҫешкә күҙаллау яһалды

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ыңғай үҙгәрештәр һаҡлана.
Сәнәғәттә йыл йомғаҡтары буйынса 3,7 процентлыҡ үҫеш көтөлә. Инвестицияларға этәргес биреү-төп мәсьәләләрҙең береһе. 2026 йыл йомғаҡтары буйынса уларҙың күләмен һаҡлау ҡарала. Шуға ла бизнесты яҡлау һәм инвестиция проекттарын эшкә ҡушыуҙың яңы механизмдары әҙерләнә. Уларҙың береһе "Башҡортостанда инвестиция режимы"проекты киләһе йылдан ете муниципалитетта һынау үтәсәк. Иҡтисади үҫеште, тәү сиратта, республика халҡы һиҙергә тейеш. Шуға ла киләһе йылға бюджет социаль йүнәлешле буласаҡ. Был маҡсатҡа 208 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас