Үткән аҙнаның бер көнөндә Йомағужа ауылында бик матур сара үтте. Унда ҡәләмен яңы-яңы һынай башлаған, ижадына республикабыҙҙың ғына түгел, башҡа төбәк халҡын да бик тиҙ йәлеп итеп алған яҡташыбыҙ, үткәне менән Йомағужа урта мәктәбе уҡыусыһы, бөгөнгөһө менән йәш яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы ағзаһы, «Һәнәк» журналының бүлек мөхәррире Заһиҙә Хәкимйән ҡыҙы Мусина менән йылы осрашыу ойошторолдо.
«Минең ямғыр», «Килен» китаптарын уҡып, ысынбарлыҡ ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Килен» повесы буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған спектаклде ҡарағандан һуң Заһиҙәнең ижады халыҡ күңеленә ятты. Спектаклдең премьераһына кеше ағылып барҙы. Был күтәрелеш йәш яҙыусының тормошҡа ҡуйған маҡсатына ҡарата булған тәүге юғары аҙымы булғандыр ҙа, бәлки... Ә маҡсаты уның – ижад итеү.
Донъяға аҡыллы ҡараш, яҡты уйҙар менән, әҙәбиәткә төрлө идеялар менән килеп ингән яҡташыбыҙ Заһиҙәнең күптән түгел тағы бер китабы донъя күрҙе. «Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер» тип исемләнгән киләһе «емеше»ндә автор күберәк юмор, сатирик жанрҙарға өҫтөнлөк биргән.
Яҡташыбыҙҙың әле генә мейестән сыҡҡан китабының исем туйын йомағужалар уның уҡытыусылары, ауылдаштары, коллегалары һәм Заһиҙәнең ижадын үҙ иткән яҡташтары менән берлектә үткәрҙе.
Осрашыу башында уны ойоштороусы һәм алып барыусы Лилиә Иҫәнбаева йәш яҙыусының тормошо, мәктәп йылдары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән таныштырҙы. Заһиҙә Мусинаның бөгөнгө уңыштарына башланғыс булған уның уҡытыусыларына ла һүҙ бирелде. Мәктәп директоры Гөлнур Рамаҙан ҡыҙы Йомағолова уҡыусыһының тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән, ойоштороу сифаттарына эйә булған, шулай уҡ, химия, биология фәне менән дә ҡыҙыҡһынған ҡыҙ булып иҫендә ҡалыуы тураһында бәйән итте. Шулай ҙа белем биргән һәр уҡытыусы тормошта үҙ урынын тапҡан, республикабыҙҙа ғына түгел башҡа яҡтарҙа ла билдәлелек яулаған уҡыусыһы өсөн ғорурланыуҙары тураһында ла йәшермәне. Заһиҙәнең мәктәп йылдарындағы фотоһүрәттәре ҡуйылған сренд та быны иҫбатланы.
Башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү уятҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәтихә Фәтих ҡыҙы Аҡҡужина Заһиҙә тураһында матур һәм йылы һүҙҙәр генә әйтеп ҡалманы, ул уҡыусыһының мәктәп йылдарында уҡ ижад иткән бер кәлимә яҙмалары, поэмалары менән дә таныштырҙы. Бала ғына сағында ижад ителгән Заһиҙәнең матур яҙмаларын ауылдаштары һәм саҡырылған ҡунаҡтар бик йылы ҡабул итте.
Йомағужа ауылының хөрмәтле кешеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Йәмилә Ибраһим ҡыҙы Ҡотоеванан алған нәсихәттәр, теләктәр йәш яҙыусы – Заһиҙәгә тағы ла бейегерәк үрләргә ҡанат ҡуйғандыр. Уның ижады менән ҡыҙыҡһынып, уны күҙәтеп барған Йәмилә апай Заһиҙәнең уңыштарының күп булыуын теләне.
Замандашыбыҙҙың ауылдаштары, яҡташтары, сараға саҡырылған ҡунаҡтар – яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, прозаик Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡоҙашева-Ҡаҙаҡбаева, коллегалары – район гәзите хеҙмәткәрҙәре, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, төрлө фәндәрҙән уҡытҡан уҡытыусылары, класс етәкселәре Заһиҙә менән ғорурланыуҙары һәм киләсәктә лә шундай тырыш булып, маҡсаттарына ирешеп, үрҙәр яулауын теләп күп кенә йылы һүҙҙәр әйтте.
Сценарий буйынса барған матур йырҙар, кескәй ҡыҙҙар башҡарыуында бейеүҙәр, яңы китаптың юмористик әҙәрҙәренән алынған өҙөктәрҙе сәхнәләштереү осрашыуға йәм өҫтәне.
Ижад кешеһенә яҡындарының да һәр ваҡыт янда булыуы, һәр башланғысты хуплап тороуы бик мөһим мәлдәрҙең береһе. Заһиҙә Мусинаның ҙур ғаиләһе, апай-ағайҙары, ҡустылары һәм әлбиттә ата-әсәһенең ярҙамы бик ҙур. Осрашыуҙа уның әсәһе менән ағаһы Таңсулпан Һибәтулла ҡыҙы һәм Рөстәм Мөхтәр улы Тотмановтар бер тауыштан Заһиҙәнең тырыш булыуын иҫбатланы, алдына алған уй-ниәттәрен тормошҡа ашыра белгән, алдынғы ҡарашлы ҡыҙ булып үҫеүе тураһында һөйләне.
Заһиҙәнең үҙенә лә һүҙ бирелде, ул сараны ойоштороусыларға, белем биргән уҡытыусыларына, ата-әсәһенә барыһы өсөн дә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм тиҙҙән тап яңы китаптан алынған әҫәре буйынса тағы ла бер спектакль ҡуйыласағы тураһында һөйөнөслө хәбәр еткерҙе.
Яҡташыбыҙ, ғорурлығыбыҙ булған Заһиҙәнең ижад кисәләре булып торһон, яңы китаптары сығып халҡыбыҙҙы ҡыуандырһын!
Аҡ юлдар, һиңә, Заһиҙә!
Автор фотоһы.