

Наил Ғәйетбаевтың "Ағиҙел" журналының 2018 йылдың 7-11-се һандарында баҫылған, һуңынан 2023 йылда "Китап" нәшриәтендә айырым китап булып сыҡҡан "Бабич" романы халҡыбыҙҙың бөйөк улы тураһындағы тәүге күләмле әҫәр булды. Был романда автор Бабичтың төрлө һәләттәрен асып, уны бай рухлы көслө шәхес, көрәшсе, оҫта сәйәсмән итеп күрһәтә.
Был роман донъя күргәс, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Гәрәева ҙур ҡыуаныс менән үҙ фекерен ошондай һүҙҙәр менән белдерҙе: "Бөйөк тә, ябай ҙа, үрелеп буй етмәҫлек бейек тә, ғәҙәти ҙә, уникаль талантлы шәхес тә, ҡәҙимге ер кешеһе лә, зирәк аҡыллы, сос күңелле, осҡор зиһенле етди сәйәсмән дә, мөхәббәттән иҫереп, дөрләп янған ялҡын күңелле, илһамлы йәп-йәш егет тә, хәл иткес киҫкен мәлдәрҙә саҡматаштай ҡаты ла, мәле менән йәндәрҙе иретерлек илгәҙәк тә ил улы, шиғриәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған, "Йәш сағым, алтын сағым, ялҡын сағым булып фиҙа!" тип халҡына йән аямай фиҙакәр, тоғро хеҙмәт иткән, көрәшкән илаһи зат, бөйөк Бабич, теп-тере Бабич, атаҡлы Бабич ҡайтты беҙгә тотош бер быуат аша Наил Ғәйетбаәҙың "Бабич" романы аша".."
Әйе, ошо әҫәрҙә Шәйехзада ябай кәмитсе, артист, үткер һүҙ, таҡмаҡтар оҫтаһы, мандолинасы, халыҡ күңелен асып йөрөүсе генә түгел, ә Вәлиди һәм башҡа зыялыларҙың фекерҙәрен сағыштырып ҡарағандан, төплө анализлағандан һуң үҙенең барлыҡ көсөн, һәләтен, ғүмерен туған башҡорт халҡының ирекле, бәхетле яҡты киләсәгенә йәнен бирергә әҙер көрәшсе сифатында күҙ алдына баҫа.
Ҡыҫҡаһы, Наил Ғәйетбайҙың тарихи-мажаралы "Бабич" романын һәр кемде уҡып сығырға саҡырыр инем һәм бөгөн данлы шәхесебеҙҙең тыуған көнөн билдәләгән мәлдә ошо әҫәрҙең бер нисә бүлеген район гәзиттен уҡыусы яҡташтарым иғтибарына тәҡдим итмәксе булам. Бөйөк Бабич менән тағы бер осрашайыҡ әле, дуҫтар!
Ильяс Такалов.
Бишенсе бүлек
КӨРӘШЕП ҮТКӘР ҠЫҪҠА ҒҮМЕРЕҢДЕ!
Темәс ситендәге кескәй генә өйҙә йәшерен ултырыш үткәрелде. Унда ҡатнашҡан Башҡорт хөкүмәтенең бер нисә ағзаһы, тиҫтәнән ашыу офицер-һалдаттар хәл итте: ҡыҙылдар яғына сығыуҙан ҡырҡа баш тартырға, был боролошто ойошторған Вәлидиҙең һатлыҡ йән икәнлеген бар ғәскәргә белдерергә һәм уны ҡулға алырға. Ҡаршылашып маташһа, юҡ итергә.
Бынан дүрт көн элгәре хөкүмәт менән мәркәз шураның берләштерелгән кәңәшмәһендә Вәлиди көтөлмәгән хәбәр әйтеп һалғайны:
– Бөгөнгө кәңәшмә секретный, – тине ул, бөтәһен дә һағайтып. – Был һөйләшеүҙе ошонда ултырғандарҙан башҡа әлегә бер кем дә белергә тейеш түгел.
– Ниңә «секретный»? Ни булды? – тип аптырашты хөкүмәт ағзалары.
– Хәҙер аңларһығыҙ.
Шунан Вәлиди фронттағы хәлдәрҙе ҡыҫҡаса һөйләп сыҡты. — Беҙҙең һалдаттар үҙҙәрен аямай ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыша. Бына хәбәр алдыҡ: Күсебай ауылы ситендә Уралбаев тигән һуғышсыбыҙ, иптәштәре һәләк булғас, бер үҙе ҡыҙылдарҙың илленән ашыу һалдатына ҡаршы торған, пулеметтан утыҙын ҡырып һалған, аҙаҡ, әсирлеккә төшмәҫ өсөн, үҙен-үҙе шартлатҡан.
– Бахыр, – тип уфтанды Мутин. – Үс алам тип, ғүмерен аямай һуғыша ине, һәләк булған икән. Ҡыҙылдар бит уның бисәһен көсләп, аҙаҡ өс балаһы менән ҡуша атып үлтереп, өйөн яндырып, малын талап алып киткән. Йөрәге нәфрәт менән яна ине ҡыҙылдарға ҡарата...
Ауыр тынлыҡ урынлашты.
– Рәсәй наградаһына тәҡдим итергә кәрәк, – тине бер аҙҙан Вәлиди. – Башҡорт хөкүмәтенең наградаһын булдырыу хаҡында уйлашайыҡ әле. Уралбаевҡа уны беренселәрҙән бирербеҙ.
Вәлиди фронттағы тағы бер-ике ваҡиғаға туҡталды ла:
– Хәлдәр ҡырҡыулаша, – тине. Уның үтә етдиләнеп китеүенән төп һөйләшеүгә күскәнлеген аңларға була ине. – Ике көн элек Колчак үҙен Рәсәйҙең Юғары хакимы итеп иғлан итте.
– Ул хәҙер кем була инде? – тип һораны Искәндәр Солтанов. – Батшамы?
— Батша булмаһа ла, диктатор! – тине Йомағолов.
— Батшамы, диктатормы – әйҙә үҙен нисек теләй шулай атаһын. – Вәлидиҙең тауышы борсоулы. – Беҙҙең өсөн иң хәүефлеһе – Колчак, Рәсәй бүленмәҫ дәүләт буласаҡ, бер ниндәй милли автономияларға юл ҡуймайбыҙ, тип хәбәр һалған.
– Нисек? Беҙҙең мөхтәриәтте юҡҡа сығарырға итәме? Ә килешеү һуң? Беҙ бит улар менән килешеү төҙөгән! Унда бит башҡорттарҙың мөхтәриәтен ҡабул итәбеҙ тиелгән! Был нисек була инде?! – тип шаулашты хөкүмәт ағзалары.
– Ул ғына ла түгел, Башҡорт хөкүмәтенә эшен туҡтатырға ҡушҡан!
Хөкүмәт ағзаларына Вәлидиҙең был һүҙҙәре ҡоро ағасҡа ут төрткәндәй тәьҫир итте. Бөтәһе лә урынынан ырғып тороп ҡысҡырышырға, бер-береһенә нимәлер иҫбатларға тотондо.
Вәлиди был шау-шыуға өндәшмәйенсә ҡарап торҙо ла, бер аҙ тынлыҡ урынлашҡас, һүҙен дауам итте.
– Бына өсөнсө полктан хәбәр алдыҡ. Уларҙың яртыһы – Таған етәкселегендә, яртыһы, Һарун Ҡорбанғәлиев етәкләгәне, Һатҡы заводы янында фронт тота. Уларға күптән припас бирмәйҙәр. Шул етмәгән, хәҙер Дутов уларға ҡоралдарын тапшырырға ҡушҡан. – Быны нисек аңларға? – Сәғит Мерәҫов бөтәһенең мейеһен өтөп алған һорауҙы бирҙе. – Башҡорт ғәскәренә ҡаршы провокация бит был!
– Яңы бойороҡ алдыҡ. Беҙҙең хәрби идаралыҡты бөтөрөргә. Полктарҙың башына урыҫ командирҙарын ҡуйып, башҡорт полкы тигән исемен алып ташлап, төрлөһөн фронттың төрлө яғына оҙатырға!
Бөтәһе лә аптырап ҡалды.
– Хөкүмәткә эшен туҡтатырға тиеүҙәре етмәгән!
– Был бит башҡорт ғәскәрен бөтөрөү тигән һүҙ!
– Хәрби идаралыҡты бөтөргәс, ғәскәр ҙә бөтә инде! Шау-шыу тыма төшкәс, Вәлиди йәнә телгә килде.
– Мин былай уйлайым. Беҙгә нисек тә мөхтәриәтте һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Мөхтәриәт булһа, ғәскәр ҙә, башҡаһы ла булыр.
Вәлиди хәбәрен ниндәйҙер бер фекергә табан алып барғаны һиҙелә. Шуға күрә хөкүмәт ағзалары, өндәшмәйенсә, уның ары ни әйтерен көттө.
Өҫтәлдәге папкаһын асып, Зәки унан ҡағыҙ сығарҙы.
– Бына фронттың теге яғынан хәбәр: большевиктар Рәсәйҙең яңы конституцияһын раҫлаған. Нимәһе ҡыҙыҡ: унда һәр милләткә автономия, йәғни үҙаллылыҡ, мөхтәриәт бирелә, тип яҙылған. Бына ошондай хәлдәр. Беҙгә ары ни эшләргә? Бергәләп уйлашайыҡ.
– Ә ниңә был һөйләшеүҙе бер кем дә белергә тейеш түгел, тинең? — тип һораны Ғәбитов. — Киреһенсә, был хаҡта бар халыҡҡа әйтергә кәрәк! Уларҙың фекерен белергә!
– Ашыҡма, Хәбибулла! – Вәлидиҙең йөҙө борсоулы. — Тәүҙә хөкүмәт ағзаларының фекерен тыңлайыҡ.
Беренсе булып Сәйфулла Урманов ырғып торҙо.
– Тел төбөңдө аңлауымса, Зәки, һин большевиктарға барып баш эйәйек тимәксеһең? – Урманов көслө, уҫал тауышы менән бар бүлмәне яңғыратты. – Йәнәһе, мөхтәриәт бирәбеҙ, тип конституция сығарғандар! Алдай бит улар! Башҡорт, ҡаҙаҡ кеүек бер ҡатлы милләттәрҙе ҡармаҡҡа эләктермәкселәр! Үҙ яғына күсерергә! Килеп сыҡмаҫ! Большевиктарҙың бер һүҙенә лә ышанырға ярамай!
Урманов Сәйфулла – Арғаяш байы, йәйелеп ятҡан ҙур ер майҙандары хужаһы. Башҡорт халҡы тип, үлергә торғанға, милли хәрәкәткә аҡсалата ҙур ярҙам күрһәткәнгә Өсөнсө ҡоролтайҙа уны хөкүмәт ағзаһы итеп һайлағайнылар. Әммә тәкәббер холҡона барып, йыш ҡына дөйөм фекергә ҡаршы сыға, һүҙен бирмәй, үҙ мәнфәғәтен ҡайыра. Большевиктарҙы ныҡ күрә алмауының төп сәбәбе – тегеләрҙең шәхси мөлкәтте бөтөрөргә ынтылыуында, байҙарҙың ерҙәрен тартып алыуҙарында.
– Ә ниңә? – Шәйехзада Бабич урынынан торҙо. – Бындай хәлдә ике яуызлыҡтың береһен һайларға кәрәк. Уртала тороп ҡала алмайбыҙ ҙа баһа! Большевиктар алдашамы, юҡмы, әммә автономияны рөхсәт итә. Колчак кеүек килешеү менән түгел, ә – конституция! Был – закон! Уны, килешеүҙе боҙған кеүек, анһат боҙоп булмай!
Шәйехзаданың тауышы көслө, икеләнергә урын ҡалдырмаҫтай, ышаныслы яңғыраны.
– Шәйехзада, һин юҡты һөйләмә! – Искәндәр Солтанов үҙ фекерен, ғәҙәтенсә, ашығып әйтә башланы. – Әфәнделәр! Большевиктарға баш эйеү тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел! Бына ошонда ултырғандарҙың бөтәһе лә – үҙҙәре, үҙҙәре булмаһа - ғаиләләре, яҡындары ҡыҙылдарҙан зыян күргән!
– Беҙ башҡорт халҡының яҙмышы өсөн яуаплы! Ул үҙ аллы буламы, әллә һаман да иҙелеп йәшәйме? – Вәлиди фекерен аныҡ итеп әйтер ваҡыт еткәнлеген һиҙҙе. – Бында асыу, үпкә, үс алыу кеүек тойғоларҙы ситкә ҡуйып торайыҡ! Шәхси мәнфәғәттәрҙе лә онотайыҡ. Халҡыбыҙҙың киләсәген уйлайыҡ!
Солтанов Зәкиҙең һүҙҙәрен ишеткәс, ултырған еренән кире аяҡ үрә баҫты, төкөрөк сәсә-сәсә һөйләргә кереште.
– Ярай, беҙ оноторбоҙ! Ҡыҙылдар минең ауылдағы өйөмдө яндырып, бисәмде биш балам менән урамға сығарып ташлап, бар малымды талап алып китһә лә, асыуымды йәшерермен, уларҙы ғәфү итермен, онотормон! Ярай, ғаиләмде иҫән ҡалдырғандары өсөн хатта рәхмәт әйтермен! Ә беҙҙең ғәскәрҙәге башҡорт һалдаттарының күбеһенең бисәләре менән ҡыҙ балаларын көсләп, ғаиләләрен үлтереп, бар донъяһын үртәп киткәндәр! Улар онотормо ошоно?! Ғәфү итерме? Иманым камил: ғүмерҙә лә онотмаясаҡ! Ғәфү итмәйәсәк! Уларҙың йөрәктәрендә ҡыҙылдарҙан үс алыу теләге ут булып яна! Дөрләй! Шул нәфрәтле тойғо арҡаһында улар ҡыҙылдар менән алышҡа ташлана, үҙҙәрен йәлләмәй һуғыша! Шуларға ни тиербеҙ? Улар бер ҡасан да ҡыҙылдар менән ярашырға риза булмаясаҡ! Был тәҡдимде әйтһәк, беҙҙе үлтереп ташлауҙары бар!
Талаш китте. Хөкүмәт ағзалары береһе-берен бүлеп ҡысҡыра-ҡысҡыра, бәхәсләшә башланы. Вәлиди, был шау-шыу кәмеүгә оҡшамағас, ҡәләменең төбө менән өҫтәлде шаҡылдатырға тотондо.
– Дуҫтар! – һаман һөйләнеп маташҡандарҙың тауышын баҫыу өсөн көслө итеп өндәште. – Туғандар! Ҡысҡырышыу менән уртаҡ фекергә килә алмайбыҙ. Берәмләп һөйләйек. Бер уйға туҡталмаһаҡ, тауышҡа ҡуйырбыҙ. Беренсе һүҙ... – Вәлиди хөкүмәт һәм Мәркәз шура ағзаларын байҡап сыҡты. Уларҙың барыһы ла тиерлек ҡул күтәреп һүҙ һорай. Вәлиди кемгә беренсе сығыш яһарға рөхсәт итергә тип уйлағансы, Шәйехзада ҡулын күтәргән көйө тороп баҫты ла һөйләй ҙә башланы.
– Беҙ нимәгә мәркәз шура, хөкүмәт төҙөнөк, ғәскәр ойошторҙоҡ? Ҡоролтайҙар үткәрҙек? Нимәгә? – Яуап көткәндәй, ул хөкүмәт ағзаларына күҙ йүгертеп сыҡты. Барыһы ла тымып ҡалды. – Яуап бирәм: мөхтәриәт алыр өсөн! Ирек яулар өсөн! Халҡыбыҙ хыялланған, туҡһан тапҡыр баш күтәреп, ҡан ҡойған ирек өсөн! Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, бөтә эшебеҙ мөхтәриәт яулауға, үҙаллылыҡ алыуға, Башҡортостанда тәртип урынлаштырыуға йүнәлтелде! Шулай бит?!
– Шулай! Эйе! – тиеште хөкүмәт ағзалары.
– Беҙгә мөхтәриәт кәрәк! Һәм уның законлы булыуы мөһим! Башҡортостанды Рәсәйҙең бер үҙ аллы штаты, тип әйтәбеҙ икән, ул Рәсәй закондарына таянырға бурыслы! Колчактың ғәскәребеҙҙе тарҡатыуынан бигерәк, бер ниндәй автономияға рөхсәт юҡ, тиеүе ҡурҡыныс! Ә большевиктар, һәр милләткә үҙаллылыҡ, автономия бирәбеҙ тип, төп закондарына, конституцияһына яҙған! Ниңә беҙгә ошо мөмкинлектән файҙаланмаҫҡа? Бында ике фекер булыуы мөмкин түгел! Минең тәҡдим: ҡыҙылдар менән дуҫлашырға!
Шәйехзада нисек кенә ышандырырлыҡ итеп әйтергә тырышмаһын, Урманов йәнә был фекергә ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Уға Солтанов, тағы бер-ике кеше ҡушылды. Шәйехзада яҡлылар ҙа байтаҡ ине. Тағы бәхәс ҡупты. Күпме ҡысҡырышһалар ҙа, хөкүмәт, Мәркәз шура ағзаларының бер фекергә килеүенә ышаныс юғалды.
– Тауыш! Тауыш! – тип инде нисәнсе ҡат Зәки бәхәсте туҡтатырға маташты. Ун биш минуттан, ниһайәт, тынлыҡ урынлашҡандай булды. Шул ваҡытта Вәлиди тороп, үҙенең аҡтар менән мөнәсәбәтте өҙөү, большевиктар менән килешеү төҙөү яғында икәнлеген белдерҙе лә, был мәсьәләне тауышҡа ҡуйырға тәҡдим итте. Күпселек тауыш менән большевиктар менән бәйләнешкә сығырға, улар яғына күсеү хаҡында һөйләшеү башларға тигән ҡарар ҡабул ителде.
Әммә был фекергә ҡаршылар, тынысланырға теләмәйенсә, һаман бәхәсләшеүҙе дауам итте. Ярты сәғәттән ашыу барҙы был шау-шыу. Әммә күпселектең ҡарары үҙгәртелмәне. Таралыр алдынан Вәлиди шуны әйтте.
– Мин был ултырышты секретный тинем. Тағы ла ҡабатлайым. Әлегә был ҡарарҙы хөкүмәт һәм Мәркәз шура ағзаларынан башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел. Большевиктар менән һөйләшеү бара. Әгәр уртаҡ тел тапһаҡ, үҙебеҙҙең арала ҡорбандарҙы булдырмаҫ өсөн, улар яғына күсеүҙе тиҙ һәм ҡапыл эшләргә кәрәк! Юғиһә, кәрәкмәгән ыҙғыш-талаш ҡубыр! Уның менән генә туҡталһа ярай, үҙ-ара үлтерешкә барып етеүебеҙ ихтимал. Алла һаҡлаһын!
Бының менән күбеһе килеште. Шуның менән таралыштылар.
***
Беҙ ҡапсыҡта ята алмаған кеүек, башҡорт ғәскәренең Колчактан айырылып большевиктар яғына күсергә йыйыныуы, тәүҙә имеш-мимеш рәүешендә, аҙаҡ ысын яңылыҡҡа әүерелеп, һуғышсылар араһына таралды. Быға Урманов менән Солтанов кеүек хөкүмәт ҡарарына ҡаршылар ҙа булышлыҡ итте. Уларҙың һалдаттар менән ошо хаҡта һөйләшеп торғанлығын күргәндәр.
Вәлиди Урмановҡа был ҡарарҙың әлегә сер булып ҡалырға тейешлеген иҫенә төшөргәс, теге:
– Һалдаттар минән «ниңә күсәбеҙ» тип һораны, мин үҙемсә аңлаттым, – тиеү менән ҡотолдо.
Бер яҡтан Советтар менән бәйләнешкә сығыу, килешеү төҙөү кеүек эштәр ауырлыҡ менән барһа, был хаҡта хәбәр һалдаттар араһында ғына таралып ҡалманы, аҡтарға ла ишетелде. Һәм Башҡорт хөкүмәтенең был аҙымына ҡаршы хәрәкәт ҡуйыра башланы. Иң тәүҙә Колчак яғынан бер туҡтауһыҙ башҡорт ғәскәренең етәкселәрен һатлыҡ йән итеп күрһәткән листовкалар яуырға тотондо. Башҡорт хәрәкәте эсендә лә кире көстәр барлыҡҡа килде. Бер төркөм Колчак яҡлы офицерҙар ғәскәрҙән ҡасып китте. Ана шул ваҡытта Урманов менән Солтанов етәкселегендә хөкүмәт ҡарарына ҡаршы офицерҙар Темәс ситендәге бер кескәй өйҙә йәшерен кәңәшмәгә йыйылды ла инде. Күбеһе ҡыҙылдар яғынан оло ҡаза күреүселәр ине. Уларҙың йөрәгендә Советтарға ҡаршы нәфрәт уты дөрләй, шуға Урманов ниңә йыйылғандарын әйткәс, бер-береһен бүлә-бүлә үҙ ҡайғыларын һөйләргә тотондолар, барыһы ла ҡыҙылдар яғына бер ҡасан да күсмәйәсәктәрен әйттеләр, башҡаларға ла был һатлыҡ йәндәргә хас яңылыш аҙым яһауҙы тыйҙылар.
Ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул ителергә тейеш ине.
– Бөтә ғәйеп Вәлидиҙә! – тип һығымта яһаны Урманов. – Әгәр ул булмаһа, был иҫәр уй бер кемдең дә башына килмәҫ ине!
– «Ул булмаһа!..» Бар икән, юҡ итергә кәрәк ул һатлыҡ йәнде! – Йөҙ башлығы Нәҙерғоловтың тауышы ҡәтғи ҙә, көслө лә яңғыраны.