

– Эйе! Вәлидиҙе ҡулға алайыҡ! – тигән тәҡдим ишетелде. – Тапмаҫтай ергә бикләп ҡуйһаҡ, был иҫәр ниәтте туҡтата алырбыҙ!
– Нисек ҡулға алаһың? – тип икеләнде Солтанов. – Уның бит һаҡсылары бар!
– Ҡулға алырға буш ҡул менән бармайҙар! – Нәҙерғоловтың үҙ һүҙҙәренә ныҡ ышанғаны һиҙелеп тора. – Ҡаршылашһалар, юҡ итергә! Был — һуғыш! Уның үҙ законы! Бындай саҡта рәхимһеҙ булырға кәрәк.
– Ә Вәлиди үҙе ҡаршылаша башлаһа? – Солтанов һаман икеләнә ине. - Ул бит үҙе менән наган йөрөтә.
– Ҡаршылашһа, ата ла үлтерәбеҙ! – тине Нәҙерғолов уҫал тауыш менән. – Ул – һатлыҡ йән! Ундайҙарҙы әпәүләп тороу кәрәкмәй!
Бер аҙ бәхәсләшеп алғандан һуң, бөтәһе лә бөгөнгө көндә башҡорт ғәскәрен, халҡын афәттән, һәләк булыуҙан ҡоткарыусы берҙән-бер юл - ҡыҙылдар яғына күсеүҙе туҡтатыу, ә бының өсөн Вәлидиҙе ҡулға алырға, ҡаршылашып маташһа, юҡ итергә, тигән фекергә килде. Был ниәтте тормошҡа ашырыуҙың етәксеһе итеп Нәҙерғолов тәғәйенләнде. Әҙерләнеү өсөн уға биш көн ваҡыт бирелде...
***
Шәйехзада инде бер ай Башҡорт хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса Уршук ҡалаһында йәшәй, «Азия» ресторанында эшләй.
Вәлидиҙең тәҡдиме менән Башҡорт хөкүмәте янында Башҡортостандан ситтә мәғлүмәт йыйыусы бүлек ойошторолдо. Был турала Вәлиди һуңынан былай тип яҙҙы: «Эшмәкәрлектең үҙәктәре итеп һайланған большевиктар идараһы аҫтындағы Әстрхан, Теке, Уршук, Орск, Аҡтүбә, Ташкент ҡалаларына вәкилдәр ебәреп, тиҙ генә тәшкиләт-бүлексәләр булдырҙыҡ. Хөкүмәттә сит ил эштәре менән шөғөлләнеүсе Ғәбделхәмит Арифов мөдире ине. Башҡорт шағирҙары Сәйетгәрәй Мағаз, Шәйехзада Бабич, бер мөнәүүәр ҡаҙаҡ ҡыҙы, үзбәк шағиры Ғәбделхәмит Сөләймән, ҡаҙаҡтарҙың йәш мөхәррире Беримжан һәм башҡалар был ҡалаларҙа йәшерен бүлектәр ойоштороп, Ырымбурҙағы үҙәккә бик ҡиммәтле мәғлүмәт туплауҙы тәьмин итте...»
Шәйехзада менән Йомабикә Уршук ҡалаһына ебәрелде. Бында Каҙағстандың көнбайышындағы ҡыҙылдар армияһының штабы урынлашҡан. Шәйехзаданың бурысы — большевиктарҙың уй-ниәтен, башҡа төбәктәр һәм Мәскәү менән бәйләнештәрен белеп, хәрби көстәренең, ҡоралдарының һаны-иҫәбе хаҡында Ырымбурға хәбәр итеп тороу ине. Ошо маҡсатта ҡыҙылдарҙың штабында, күбеһенсә ҡаҙаҡ большевиктары эшләүе менән файҙаланып, Йомабикәне машинистка итеп эшкә урынлаштыра алдылар. Офицерҙарҙың күбеһе кистәрен «Азия» ресторанында үткәргәнен белде Йомабикә. Сибәр ҡыҙҙы уларҙың һәр береһе тиерлек кисте шунда үткәрергә саҡыра ине. Был бит офицерҙар менән аралашыу өсөн иң уңайлы урын! Ҡыҙмаса булып алһа, һәр кемдең теле сиселә башлай.
Әмәлгә ҡалғандай, ресторанға йырсы кәрәк икән. Шәйехзаданың урыҫса, ҡаҙаҡса бер-ике йырын тыңлап ҡаранылар ҙа эшкә алдылар. Бигерәк тә ресторан хужаһына егеттең мандолинала ла, думбырала ла, гитарала ла оҫта уйнауы оҡшаны. Башҡортса-татарса йырлатып та торманы. Шәйехзада белеште: байрам итергә килеүселәрҙең күбеһе урыҫтар икән. Әммә ҡаҙаҡ йырҙарын тыңларға теләүселәр ҙә байтаҡ. Урыҫтарҙың да киң таралған «Дубинушка», «Вдоль по Питерской», «Очи черные» кеүек көйҙәрен оҫта башҡара егет. Етмәһә, һуңғы ваҡытта гитарала уйнарға өйрәнеп алғайны. Файҙаһы тейҙе.
Офицерҙарҙың даими ресторанға йөрөгәндәре бар. Бигерәк тә урыҫ егете Красильников менән Байгилдин атлы ҡаҙаҡ йыш була бында. Кис һайын тиерлек «Азия»ла ашайҙар. Икеһе лә штабта эшләй икән. Шәйехзаданы яҡын күрҙеләр, Красильников «Вдоль по Питерской» менән «Очи черные» йырҙарын ҡат-ҡат йырлата, Байгилдин иһә ҡаҙаҡтарҙың «Үтте ғүмер»ен һәм «Мин башҡаны яратам»ды оҡшата.
Йыр күңелдәренә ныҡ тейһә, тыңлаусылар Шәйехзаданы килеп ҡосаҡлай, үҙҙәре янына саҡыра. Ресторан хужаһы килеүселәрҙең табынында ҡатнашмаҫҡа ҡушһа ла, улар бик ныҡышҡас, был тыйыуҙы тотоп булмай шул.
Шәйехзада бында үҙ исеме менән йөрөмәй, документтары буйынса Лут Мөхәммәтзәкиров тип һанала. Шуға уға Красильников Лука тип өндәшә, ә Байгилдин «Айлунайым» тип кенә атай. Хәйер, ҡыҙыл командирҙар саҡырһа, Шәйехзада үҙе лә ҡаршылашып тормай, сөнки улар йыш ҡына табын артында асыҡтан-асыҡ һөйләшәләр. Егеткә шул ғына кәрәк тә инде.
Бына бөгөн Красильниковтың һорауы буйынса инде нисәнсе тапҡыр «Очи черные»ны йырлағас, ресторанда ултырыусылар ҡыуаныслы тауыш менән:
– Тағы, тағы! – тип ҡысҡырҙы, ә Красильников Шәйехзаданы килеп ҡосаҡланы.
– Лука, мине үпкәләтмә! – тине ул, сайҡала биреберәк. – Минең менән брудершафтҡа бер рюмка күтәр! Беҙ оҙаҡ ҡына күрешмәйәсәкбеҙ!
– Ниңә? – тип көлдө Шәйехзада. – Айыҡ тормош иғлан итәһеңме? Ресторанға йөрөмәҫкә булдыңмы?
– Махсус задание буйынса юлға сығам! Серле миссия! Лука, рәхим ит беҙҙең өҫтәлгә!
– Беҙгә ҡунаҡтар табынына ултырырға ярамай. — Шәйехзада баш тартҡан булып ҡыланды.
– Оҙаҡҡа түгел! Оҙаҡҡа түгел! – Красильников Шәйехзаданы яурынынан ҡосаҡлап үҙҙәренең өҫтәленә әйҙәне. — Бер генә тосҡа!
– Шунан, ҡайһы тарафтарға юлланаһың, иптәш Красильников? — тип һораны Шәйехзада зал буйлап уларҙың табынына атлағанда.
– Ә -ә! – Красильников Шәйехзадаға бармаҡ янаны. - Бәлки, һин аҡтарҙың шымсыһылыр! Был – сер! Әйтергә ярамай!
– Мин әйтмәһәң дә беләм, – тип көлдө Шәйехзада. – Һин бит үҙең һөйләнең: ҡайҙа етди операция ойошторола, штаб исеменән армиялар араһында бәйләнеште көсәйтергә, уларға кәңәш-ярҙам итергә Красильниковты ебәрәләр.
– Дөрөҫ! – Офицер Шәйехзаданы ҡосаҡланы. – Красильниковһыҙ бер ни эшләй алмайҙар! Әйткәндәй, Орскиҙа һинең таныш сибәркәйҙәрең юҡмы?.. Сәләм тапшыра алам!
– Бар, әлбиттә! – тине Шәйехзада һәм, ышаныслыраҡ булһын тип, шунда уҡ уйҙырма өҫтәп ҡуйҙы. – Мин бит ундағы ресторанда бер йыл йырланым. Орски ҡыҙҙары – иҫ киткес! – Хәҙер үк адрестарын бир! – Красильников Шәйехзаданы зал уртаһында туҡтатып үҙенә борҙо.
– Әйҙә, өҫтәл артында бирермен. – Шәйехзада Красильни - ковты табынға тартты.
– Иптәштәр! – тип ҡысҡырҙы Красильников өҫтәл артындағы офицерҙарға. – Минән көнләшегеҙ! Лука миңә Орскиҙың бар сибәркәйҙәренең адресын бирә!..
***
Хөкүмәт Темәскә күсеп эшләй башлағас, Шәйехзада гәзит сығарыу менән шөғөлләнде. Әммә уға һаман да Мәркәз шура рәйесе вазифаһын да башҡарырға тура килде, сөнки Вәлиди, Манатов хөкүмәт ағзаһы итеп һайланғас, шураны етәкләү хоҡуҡтарын юғалтты. Ваҡытлыса тигәйнеләр, алмаштырырҙай кешеләрҙең төрлө сәбәптәр арҡаһында әлегә был ҡамытты муйындарына кейә алмауҙары асыҡлана торҙо, Шәйехзада был хөрмәтле, әммә уғата яуаплы йөктө тартыуын дауам итте. Төҙөлгән план буйынса төрлө саралар ойоштороу, шура ағзалары менән кәңәшмәләр үткәреү бик күп ваҡытты, көстө ала. Ҡағыҙ эше лә етерлек. Өҫтәүенә, Мәркәз шура рәйесе булараҡ, хөкүмәт ултырышында ла ҡатнашырға, уларҙың эшен тикшерергә, йүнәлеш бирергә кәрәк. Шураның төп бурысы шул. Шәйехзада йәштәр менән эшләргә тигән маҡсатын да онотмаҫҡа тырышты. Бының менән «Тулҡын» ойошмаһы шөғөлләнергә тейеш ине лә бит, хөкүмәт менән шураның күсеүе сәбәпле, уның эштәре һуңғы осор һүлпәнәйҙе, хатта «Тулҡын» тарҡалды тиергә лә була. Әммә Шәйехзада был йүнәлештәге бурыстарын бер ҡасан да иҫенән сығарманы, үҙе тәҡдим иткәйне бит ошо юҫыҡта саралар, кисәләр ойоштороуҙы. Ә егеттең Ырымбурҙа йыш ҡына концерттар менән сығыш яһауы, уларға йәштәрҙең күп килеүе был эште тормошҡа ашырыуҙы еңеләйтә төшә ине. Хөкүмәт ҡушыуы буйынса йәй мобилизация менән йөрөү, көҙ Уршукта сит исем аҫтында кәрәкле мәғлүмәттәр йыйыу арҡаһында Шәйехзадаға төп вазифаларын, бигерәк тә концерттар ойоштороуҙы онотоп торорға тура килде. 428 Егет үҙе лә һағынды сәхнәне. Был аңлатҡыһыҙ көслө тойғо. Халыҡ алдына сығып, һәр һүҙеңдең, һәр хәрәкәтеңдең залдағыларға көслө тәьҫир итеүен, улай ғына ла түгел, тамашасыларҙың яратып, көтөп алыуын күреү иҫ киткес күңел күтәренкелеге бирә. Бындай кисәләрҙән һуң оҙаҡ ҡына тыныслана алмайһың, шатлыҡ, ҡыуаныс тулҡынында йөҙәһең, үҙеңдең, һүҙеңдең, хеҙмәтеңдең кешеләргә кәрәклеген аңлайһың, әйтергә теләгән фекереңде анһат ҡына тамашасыларға һеңдереүеңде күреп, тойоп һөйөнәһең, ҡул үҙенән-үҙе ҡәләм тирбәтергә тотона. Бына ошо кисерештәр етешмәй хөкүмәт, шура, гәзит эштәре менән мәшғүл булып, кисәләрҙә ҡатнашмаған Шәйехзадаға. Әммә халыҡ был хаҡта оноторға бирмәй. Темәстә лә Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән үткәргән концерттарында булған кешеләр бар икән. Берәүҙәре — Өфөлә, икенселәре — Ырымбурҙа, күбеһе Баймаҡта күргән. Темәскә килеп эшләй башлау менән, йәшәргә төйәк эҙләгәндә үк тап итте Шәйехзада шундай тамашасыларҙың тәүгеһен. Өй хужабикәһе әбей егетте күреү менән: — Улым, һин Шәйехзада Бабич бит! - тип әйтеп һалды. Баҡһаң, Баймаҡта Ғәзиз менән бергә ойошторған концерттарын ул бик яратып ҡараған икән. Әбейҙең егеткә тәҡдим иткән бүлмәһе тарыраҡ, шуға бында туҡталырға ниәте юҡ ине, ләкин хужабикә сат йәбеште, үҙем ашарға бешерәм, тип өҙмәне лә ҡуйманы. Әбей оҡшаны Шәйехзадаға. Ихлас, таҡмаҡ әйтеп бейеп тә күрһәтте. Ҡалды Шәйехзада уның өйөндә. Шул уҡ кис егетте күрәм тип, күрше-күләндәре өйгә тулды, улар менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырырға тура килде. Был хәл көн дә ҡабатланды. Ниңә был тиклем йышайҙы әле халыҡ минең янға, тип аптыраһа, әбей таратҡан икән уның данын тирә-йүнгә. Бер мәл һөйләшеп ултырыу менән ҡәнәғәтләнмәй, Шәйехзаданың шиғыр уҡыуын, йә мандолина сиртеп йырлауын һорай башланылар. Йыш ҡына бындай кистәр, күрше-күлән күберәк йыйылһа, үҙенә күрә концертҡа оҡшап китә ине. Ошондай мәлдәрҙә: — Халыҡты йыйып, үҙеңде ниңә күрһәтмәйһең? — тип һорар булды күршеләр.