Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
22 Ғинуар 2025, 05:35

Роман геройы - мәңге тере Бабич

Урамда күп кеше уны танып, хәл-әхүәл һорашҡас: — Ҡасан беҙҙә кисә яһайһың? — тип теңкәһенә тейә. Бабич хаҡында белеп ҡалған Темәс йәштәре уның янында ойоша башланы. 

Роман геройы - мәңге тере БабичРоман геройы - мәңге тере Бабич
Роман геройы - мәңге тере Бабич

Йә эшенә, йә йәшәгән өйөнә киләләр. Улар 429 менән берәй сара үткәрергә кәрәк тигән уй килде. Кешеләрҙе берләштергән, бер маҡсат, ниәт менән йәшәткән иң көслө сара - ул концерт. Бына ҡайҙа ул йәштәрҙе тәрбиәләү, рухтарын күтәреү, мәҙәниәткә-әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уларҙа тыуған илгә, телгә һөйөү уятыу кеүек изге бурыстарҙы тормошҡа ашырыу ысулы! «Тулҡын»дың төп бурысы ошо бит! Йәштәр Шәйехзаданың тәҡдимен ихлас күңелдән ҡабул итте. Көндөҙ концерт әҙерләү менән шөғөлләнергә Шәйехзаданың ваҡыты юҡ — гәзит, шура мәшәҡәттәре башынан ашҡан. Кистәрен хөкүмәт эштәренән бушай алмай. Шуға репетицияны күберәк төндәрен үткәрҙеләр. Мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе йәлеп итергә теләһә лә, байрам халыҡҡа оҡшаһын, хәтерендә оҙаҡ һаҡланһын, әйтер уй-ниәттәре аңдарына барып етһен, тигән изге маҡсат күптәрҙән баш тартырға, иң һәләтлеләрҙе генә һайлап алырға мәжбүр итте. Кисәне мәҙрәсәлә күрһәттеләр. Халыҡ шығырым тулы булды, энә төртөр урын юҡ ине. Йәштәр генә йыйылыр тип уйлағайнылар, урта йәштәрҙәгеләр ҙә, ололар ҙа килгән. Күп кеше эләгә алманы мәҙрәсә бинаһына. Халыҡ бик оҡшатты концертты, һәр номерға оҙаҡ итеп ҡул саптылар, маҡтау, дәртләндереү һүҙҙәре ҡысҡырҙылар. Бигерәк тә ҡыҙыҡлы сәхнәләрҙе үҙ иттеләр, рәхәтләнеп көлдөләр. Кисәне алып барыусы ла, һәр көлкөлө сәхнәлә ҡатнашыусы ла Шәйехзада булғанға тамашаны бик яҡын күрҙе халыҡ, сәхнәгә сығыуын көслө ҡул сабыуҙар менән ҡаршыланы. Концерт бөткәс, «Бабич! Бабич! Бабич!» тип ҡысҡырып, оҙаҡ ебәрмәй тоттолар. Хөкүмәт, Мәркәз шура ағзаларын да саҡырғайны Шәйехзада — эшкә һылтанып, бер-икәүһенән башҡалары килә алманы. Ошо кисәнән һуң Шәйехзада менән Өфөлә, Ырымбурҙа булған хәл ҡабатланды. Ҙур ҡалала егетте ике кешенең береһе танып, концертты маҡтап, һөйләшеп китергә теләһә, Темәстә тап булған һәр кем тыныс ҡына үткәрмәй башланы. Берәүһе менән саҡ ҡына оҙағыраҡ әңгәмәләшә башлаһа, «һә» тигәнсә халыҡ йыйылып китә, һорауҙар бирәләр, Шәйехзаданан аҡыллы, ҡыҙыҡлы һүҙ көтәләр. Үҙе бер митинг барлыҡҡа килә. Бындай осраҡлы осрашыуҙарҙа Шәйехзада, ҡыҫҡаса булһа ла, Башҡорт хөкүмәтенең маҡсаттарын, ни менән шөғөлләнеүен һөйләргә тырыша, сығарған гәзиттәрен тарата. Әммә оҙаҡлап торорға ваҡыты юҡ, ә кеше ебәрмәй аптырата. Шуға күрә лә егет эш урынынан сыҡмаҫҡа, урамда йыш күренмәҫкә тырыша. 430 Бер көндө шундай хәл булды. Шәйехзада менән Вәлиди хөкүмәт бинаһынан сығып, ғәскәр урынлашҡан казармаға юл тотҡайны, ғәҙәттәгесә, урамда уларҙы тәүҙә бер-ике кеше, шунан бер төркөм һырып алды. Вәлидиҙе танып етмәйҙәр, шуға Шәйехзада менән һөйләшәләр, һорауҙар бирәләр. Хөкүмәт мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырһа: — Бына, хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Вәлиди әфәнде тора, унан һорағыҙ! - тип тегеләрҙең иғтибарын Зәкигә борорға итһә лә, һаман да: — Шәйехзада, әйт әле!.. — тип йәнә уға өндәшәләр. Бер мәл Вәлиди, сит кеше кеүек был күренеште үҙһенмәйерәк тауыш-тынһыҙ ғына ҡарап торҙо ла, китә башланы. Кешеләр быға иғтибар ҙә итмәне, һаман Шәйехзадаға һорау яуҙырып аптыраттылар. Егет уларға арлы-бирле яуап бирҙе лә, ғәфү үтенеп, Вәлидиҙе ҡыуып етте. — Урамда былай халыҡ йыйып һөйләшеү ғәҙәтеңде ташларға кәрәк, — тине Вәлиди ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән. Шәйехзада: «Ниңә?» - тип һорағас, — һинең эшең бөткәнме ни? — тине. — Мәркәз шурала эшең өйөлөп ята. Гәзитен йәнә һуңлап сыға. Ә һин бында юҡты бушҡа ауҙарып, ваҡыт әрәм итеп, әбей-бабайҙар менән ләстит һатаһың. Шәйехзада Зәкиҙең был һүҙҙәренә ныҡ аптыраны, күңеле ҡайтты, уға ни тип әйтергә белмәне. Ул бит үҙе теләп һөйләшеп тормай ҙа баһа, һорашалар икән, өндәшмәйенсә ҡасып китә алмай. Ошондай һөйләшеүҙәрҙән һуң Шәйехзада кешеләрҙең Мәркәз шураһы, башҡорт ғәскәре менән ныҡ ҡыҙыҡһыныуын аңланы. Хөкүмәт ағзаларына халыҡ менән осрашып һөйләшергә кәрәк, тигән фекергә килде. Был хаҡта Вәлидигә әйткәс, ул: — Нимә тураһында һөйләшәбеҙ улар менән? — тип баш тартырға иткәйне лә, башҡа хөкүмәт ағзалары Шәйехзаданың фекерен хуплағас, ризалашты. Шул уҡ мәҙрәсәгә йыйҙылар халыҡты. Концертҡа килгән кеүек булмаһа ла, кеше шаҡтай күп ине. Хөкүмәт ағзалары инеп, сәхнә кеүек урынға ҡуйылған өҫтәлдәр артына ултыра башлағас, кешеләр көтмәгәндә: — Бабич! Бабич! Бабич! — тип һөрәнләй, ҡул саба башланы. 431 Үткәндәге кеүек Шәйехзада йәнә концерт үткәрергә йыйына, тип уйланы шикелле халыҡ. Әллә бөгөн дә шул байрамдың дауамы тип ҡабул иттеме? Хөкүмәт ағзалары, был нимәне аңлата тигәндәй, аптырап, Шәйехзадаға ҡарай, ә егет «үҙем дә төшөнмәйем» тип, яурындарын һелкетә, ҡулдарын йәйә. Халыҡтың был ҡылығы, әлбиттә, оҡшаманы Шәйехзадаға. Ярамай улай! Был бит уның концерты түгел! Сәхнәлә вазифаһы, абруйы буйынса егеттән юғарыраҡ шәхестәр ултыра. Уларҙың исемен телгә лә алмайҙар. Ә Шәйехзаданыҡын ҡысҡыралар. Халыҡ тынырға йыйынмағас, һаман: — Бабич! Бабич! — тип ҡысҡырып, ҡул сапҡас, Шәйехзада урынынан тороп, уң ҡулын өҫкә күтәрҙе, тынысланыуҙарын һораны. Егеттең ниҙер һөйләргә йыйыныуын аңлап, зал шым булды, тынлыҡ урынлашты. — Туғандар, — тине Шәйехзада. — Был концерт түгел. Башҡорт хөкүмәте ағзаларының, башҡорт ғәскәре етәкселегенең Темәс халҡы менән осрашыу кисәһе, һөйләшеү Башҡорт хөкүмәтенең эше, халҡыбыҙҙың киләсәге тураһында буласаҡ. Хөкүмәт ағзаларына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирегеҙ, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ. Осрашыу бик файҙалы булды. Темәс халҡына Рәсәйҙең бөгөнгө хәлен аңлаттылар, хөкүмәттең эше, маҡсаты тураһында һөйләнеләр. Хөкүмәт ағзалары ла үҙҙәре өсөн күп кенә кәрәкле мәғлүмәт алды, кешеләрҙең кәйефен, уй-теләген белде. Шәйехзаданың иҫкәртеүенә ҡарамай, яҡын танышы һанапмы, халыҡ йыш ҡына һорауҙы уға бирҙе. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә ҡарап, егет мөрәжәғәтте хөкүмәт ағзаларының береһенә төбәне, яуап биреүҙәрен үтенде. Шулай итеп, өс сәғәттән ашыу барған кисә уғата фәһемле, файҙалы булды. Был осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды Шәйехзада. Кисәнән һуң хөкүмәт ағзаларының фекерен белеште, үҙе кеүек, уларҙың да ҡыуаныуҙарын, осрашыуҙы маҡтауҙарын көттө. Әммә берике кешенән башҡалары бик үк һоҡланманы, йәки бөтөнләй ул хаҡта һөйләшеүҙән баш тартты. Иң ҡыҙығы, дөрөҫө — үкенеслеһе — иртәгеһенә хөкүмәт ултырышында булды. Алдан ҡуйылған һорауҙар ҡаралып, таралырға торғанда, Манатов көтмәгәндә: 432 — Дуҫтар, ашыҡмағыҙ әле, - тип туҡтатты барыһын да. - Алдан планлаштырмаған бер һорау бар. Бик сетерекле һорау. Ҡайһы берәүҙәргә ваҡ мәсьәлә кеүек тойолор. Минең ҡарамаҡҡа, ул бик мөһим әйбер. Хөкүмәт ағзалары кире урынына ултырып, ҡараштарын Манатовҡа төбәгәс, ул йәнә тороп баҫты. — Беренсенән, беҙ кисәге халыҡ менән осрашыуға баһа бирмәнек. Шәйехзада баштан уҡ, ниңә был һорау көн тәртибенә ҡуйылмаған, тип аптырағайны. Әйтерһең, бындай мөһим сара көн дә үткәрелеп тора. Әммә осрашыуҙы бер үҙе тиерлек ойошторғас, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу уңайһыҙ булыр тип, тыйылып ҡалғайны. Шуға Манатовтың осрашыу тураһында һөйләшергә тәҡдим итеүенә ҡыуанды. Сараның хөкүмәт ағзаларына оҡшауына ышана ине егет. Ул арала Манатов һүҙен дауам итте: — Шәйехзада, — тип боролдо ул егеткә. — Һәйбәт ойошторғанһың осрашыуҙы, уныһы өсөн рәхмәт. Тик беҙ кисәнең башында халыҡтың һинең исемеңде ҡысҡырып, ҡул сабыуҙарын аңламаныҡ. Уныһы нимәгә кәрәк ине? Шәйехзада өндәшмәне. Ни тип әйтә ала инде ул? Халыҡтың хөкүмәт ағзалары араһында иң ныҡ белгән кешеһе ул булғанға ғәйеплеме ни? Ярты ай элек уларҙың үтенесе, йәштәрҙең теләге буйынса үткәрелгән кисә арҡаһында ғына түгел бит билдәлелеге, Әлмөхәмәтов менән ойошторған концерттар ҙа сәбәпсе быға, гәзит-журналдарҙа гел генә баҫылып торған шиғыр, мәҡәләләре лә, шағир тигән даны ла булышлыҡ итте. Кешеләрҙең «Бабич» тип ҡысҡырыуынан ғына осрашыуҙың мөһимлеге кителдеме лә, файҙаһы кәменеме? Ниңә сараға дөйөм баһа бирәһе урынға, уның бер ниндәй хилафлыҡ килтермәгән осраҡлы ғына өлөшөнә бәйләнә әле Манатов? — Хөкүмәт ағзаларына тыйнаҡлыраҡ булырға кәрәк, — тип һөйләй ине был ваҡытта Манатов. — Нисек тә дан яуларға тип сабып йөрөмәҫкә. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шәйехзада ҡыҙарып китте. Ниңә юҡты һөйләй был? Ул бит һис ҡасан ундай маҡсат менән йөрөгәне юҡ! Бөтәһе лә халыҡтың уны яратыуы арҡаһында ғына бит! Ошо дандан хәҙер үҙе ыҙалай. Иркенләп урамға сығып йөрөй алмай. — Мин хөкүмәт ағзаһы түгел! — тип кенә һүҙ ҡыҫтыра алды Шәйехзада. 433 — Һин — Мәркәз шура рәйесе! — тине Манатов, уң ҡулының һуҡ бармағын өҫкә күтәреп. Шунан, егетте артыҡ күтәреп ташламаныммы тигәндәй, өҫтәп ҡуйҙы. — Ваҡытлыса булһаң да. Башҡаларҙың үҙ фекерен әйтергә тартыныбыраҡ ултырғанын күргәс, Мерәҫов һүҙ алды. — Шәйехзада, ғәфү ит, әммә мин Манатов әйткәндәргә ҡушылам, — тине ул. — Ырымбурҙағы бер концертыңда булғайным. Темәстәгеһен дә ҡараным. Әлбиттә, ҡыҙыҡ, кеше көлә. Тик, Манатов әйтмешләй, кеше көлдөрәм тип, Мәркәз шура рәйесенә шулай әртисләнергә яраймы икән? Мин, килешмәй, тип уйлайым. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Хәбибулла Ғәбитов урынынан ырғып торҙо. — Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ, туғандар? — тип ҡыҙып-ҡыҙып һөйләргә тотондо ул. — Бабич — шағир, әртис! Бабичтың исеме генә лә беҙҙең хөкүмәттең данын күтәреп ебәрә! Ырымбурҙағы Икенсе ҡоролтайҙы оноттоғоҙмо ни? Халыҡ Бабичты күтәреп алып китте. Беҙҙең беребеҙҙе күккә сөймәне, ә Шәйехзаданы сөйҙө! Хөкүмәт ағзаһы көлдөрөргә тейеш түгел, имеш! Төптө хата фекер! Уның бер шиғыры, бер һүҙе генә лә меңләгән кешенең фекерен үҙгәртеп ебәрә ала!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас