Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
29 Ғинуар 2025, 05:35

Роман геройы - мәңге тере Бабич

Башҡорт халыҡ мәҡәлен хәтерләгеҙ. «Ҡылыс берҙе еңер, һүҙ менде еңер!» Был — Бабич хаҡында әйтелгән! Башҡалар, ниңәлер, баштарын эйеп, өндәшмәй ултырыуы н белде. Артабан сығыш яһаусы булмағас, Вәлиди һөйләшеүҙе йомғаҡланы. 

Роман геройы - мәңге тере БабичРоман геройы - мәңге тере Бабич
Роман геройы - мәңге тере Бабич

ДАУАМЫ...

— Әлбиттә, хөкүмәт ағзаһы тыйнаҡ булырға тейеш, — тине ул. — Мин был фекер менән килешәм. Тағы шуны ла уйлап ҡуйҙым. Беҙ Шәйехзадаға бигерәк күп эш йөкмәткәнбеҙ икән. Мәркәз рәйесе, гәзит мөхәррире. Хөкүмәт эшендә лә ҡатнаша, йәштәр менән дә шөғөлләнә. Шағир ҙа бит әле Шәйехзада. Мәҡәләләр яҙа. Беҙгә уны гәзиттә генә ҡалдырып, башҡа вазифаларынан бушатырға кәрәк. Әлбиттә, Мәркәз шураһы ағзалығына тейә алмайбыҙ. Уны халыҡ һайланы. Ҡаршы һүҙ булманы. Ғәбитов Шәйехзаданы яҡлап тағы әйтергә теләгәйне, уны «ишеттек, беләбеҙ» тип туҡтаттылар. Шуның менән таралыштылар.
***
Илгә һөжүм иткән дошманға ҡаршы халыҡты әйҙәп һуғышҡа алып сығыу еңелдән түгел. Уны үҙ илең эсендә татыу йәшәгән күршеләреңә ҡаршы алышҡа күтәреү тағы ла ауырыраҡ. Ә инде кисәге дошманыңа ҡушылыу — бөтөнләй оло фажиғә. Бындай ҡәһәрле йөктө үҙ иңеңә алыуҙан Аллаһ һаҡлаһын! Башҡорт хөкүмәте ошондай аҡыл һәм көс етмәҫлек аҙым яһарға мәжбүр булды, сөнки алдарында халыҡҡа үҙаллылыҡ алыу маҡсаты тора ине. Быуаттар буйы башҡорт ирек яулау өсөн көрәшкән, йөҙгә яҡын ихтилалға күтәрелгән. Әгәр бөгөн шундай мөмкинлек килеп тыуған икән, ни йөрәгең, аҡылың менән унан баш тартырһың? Ниәтеңә өлгәшәм тиһәң, йөҙгә үҙгәрерһең, ти халыҡ. Бына ирек яулау өсөн, башҡортҡа ла үҙгәрергә тура килде. Мөхтәриәтте инҡар итеүсе аҡтарҙан айырылып, үҙаллылыҡ вәғәҙә иткән ҡыҙылдарға ҡушылырға булды. Тәүҙә был эш ул тиклем ауыр кеүек тойолмай ине. Ысынлап та, иреккә ынтылыу башҡорт халҡының ҡанына һеңгән, шуның өсөн күпме ҡан ҡойолған, күпме ҡорбан килтерелгән. Шулай икән, үҙаллы, ирекле Башҡортостанға кем ҡаршы булһын? Әммә бында һәр кешенең үҙ мәнфәғәттәре килеп ҡушылды — кемеһелер байлығын юғалтырға теләмәй, икенселәр ғаиләһенең һәләк булыуы сәбәпле ҡыҙылдарға үсле. Ҡайһы берәүҙәр большевиктарға ышанмай, улар вәғәҙә иткәнде генә Колчак та бирер ине, ваҡыты еткәс, тип бара, ниңә ҡаҙ биреп өйрәк алырға, йәнәһе. Эштең шулайыраҡ булырын төҫмөрләгәйне Башҡортостан хөкүмәте етәкселәре, әммә күсеүгә ҡаршы тороусылар ошо тиклем күп булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнеләр. Хафаға һалғаны шул — уларҙың һаны көндән-көн күбәйгәндән-күбәйә. Ул ғына етмәгәйне — ҡапма-ҡаршы фекерле һалдат-офицерҙар араһында ыҙғыш ҡуба башланы, хатта бер-ике урында талаш ҡоралға йәбешеүгә барып етте. Эштең был айға борола башлауын күреп, тиҙ арала аҡса табып, айлыҡ жалованиеларын аҡтар яғына китергә теләүселәргә тотторҙо ла хушлаштылар. Әммә улар ҡалдырған орлоҡтар шытып сыға башланы, байтаҡ һалдат, тәүҙә мөхтәриәт алыу өсөн большевиктар яғына күсергә риза булһа ла, уларҙың күңеленә шик ойотҡоһо һалынған ине инде. Был икеләнеү үҙенең ҡара эшен бойомға ашырырға тотондо. Тәүгеләрен аҡтар яғына оҙатырға ла өлгөрмәнеләр, бер нисә көндән тағы бер төркөм һалдат килеп, ҡыҙылдар менән юлдары аймылыш 447 булырын әйтеп һалды. Большевиктар менән һөйләшеп килешеү оҙаҡҡа һуҙылып китте шул. Бындай етди мәсьәләне — элекке дошманың менән дуҫлашыуҙы, үҙ ғәскәренә алыуҙы - Мәскәү генә хәл итә. Уларҙан һаман яуап юҡ. Хөкүмәт ағзалары һалдаттар менән осрашып һөйләшеүҙән, аңлатыуҙан туҡтамай, ләкин ҡаршы фекерҙә торған һалдаттар һис тә кәмемәй, Темәстең төрлө урынында, әле бында, әле тегендә митингылар, буталыштар, ыҙғыштар тыуып тора. Бына бөгөн дә бер полк һалдаттары мәҙрәсә янына йыйылған да митинг кеүек нәмә ойоштороп ебәргән. Аҡ армия формаһындағы бер рус офицеры, түңкәрелгән мискә өҫтөнә баҫып, көслө тауыш менән телмәр тота. — Большевиктар немецтарға һатылған. Ә Ленин — уларҙың шпионы! Рәсәйҙе тарҡатыу өсөн ебәрелгән! Большевиктар илдә аслыҡ ойошторҙо, завод-фабрикаларҙы яптырҙы. Поездар йөрөмәй, магазиндар ябыҡ, икмәк юҡ. Былар бөтәһе лә - большевиктарҙың эше! Колчак ҡына Рәсәйҙе ҡотҡарыр! Рәсәй менән бергә Башҡортостанды ҡотҡарыр! Большевиктарға ышанмағыҙ! Үҙ илен һатҡан Ленин һеҙҙе лә һатасаҡ! Уға ары һөйләргә бирмәнеләр. — Дутов эте! Колчак башҡорттарҙы ҡотҡара, имеш! Мөхтәриәтте ҡотҡарҙы! Улар башҡорт ғәскәрен тарҡатты! Атып үлтерәбеҙ! — тип ҡысҡырҙы һалдаттар. Колчак офицерын салғыйынан һөйрәп төшөрҙөләр. Мискәгә башҡорт ғәскәре һалдаты менеп баҫты. Ҡулында — ҡағыҙ. — Туғандар! Бына нимә яҙалар! — Ул ҡағыҙға яҙылғанды уҡый башланы. — «Вәлиди — һатлыҡ йән! Вәлиди һеҙҙе большевиктарға һатты! Уға ышанмағыҙ! Колчакты тыңлағыҙ! Большевиктар бөтәсәк! Вәлидигә эйәреп һәләк булмағыҙ!..» Һалдаттар уны ла тыңларға теләмәне: — Ул ҡағыҙ беҙҙә лә бар! Төш! Уҡый беләбеҙ! — тип ҡысҡырыша башлағас, теге мискәнән һикерҙе. Уның урынын икенсеһе алды. Һалдаттар үҙ-ара ҡысҡырып һөйләшә, бәхәсләшә, һүгенеү, янауҙар ишетелә. — Большевиктар беҙҙең ауылдарҙы үртәй, бисәләребеҙҙе көсләй! — Зәки бай малайы бит! Ул аҡса өсөн башҡорттарҙы ғына түгел, үҙ әсәһен һатыр! — Ике миллионға һатты, тиҙәр! 448 — Һин үҙең Колчакка һатылғанһың! Вәлиди Салауат Юлаев кеүек! Ул башҡортҡа ирек даулай! — Кем һатылған, минме? — Һин булмай, кем булһын?! Ике һалдат бер-береһен дөмбәҫләй башланы. Уларға башҡалар ҡушылды. Берәүһе айырырға теләй, икенсеһе дуҫына ярҙамға ташланды. Ҡапыл сәйер тауыш ҡолаҡҡа салынды. Халыҡ аптырап, тирә-яғына ҡарай-ҡарай, һағайып ҡалды. Был тауыш бөтөнләй таныш түгел, нимәнең ундай ауаз сығарыуын аңлап та булмай. Ә тауыш көсәйгәндән-көсәйә бара, ҡолаҡты ярып алып бара — шул шомландыра. Һалдаттар иреш-талашты онотоп, тымып ҡалды. Һәр кемдең йөҙөндә — хәүеф, ҡурҡыу. Нимә был? Ауаз өҫтән килгән кеүек. Йә Хоҙай! Әллә ахырызаман еттеме?! Исрафил фәрештә борғоһон ҡысҡыртамы? Һалдаттар аңҡайып өҫкә ҡарай башланы. Бер мәл һауала көслө тауыш менән тырылдап йөҙөп барған ҙур ғына нәмә күренде. Халыҡтың ҡото осто! Был нимә? Ҡош тиһәң, ҡош түгел, етмәһә, тауышы яман. Үҙе урыҫтың тәреһенә оҡшаған. — Шайтан арбаһы! Осоп йөрөүсе шайтан арбаһы! — тип ҡурҡыуға ҡалды берәүҙәр. — Нишләп шайтан арбаһы булһын? Шайтан быны эшләй алмаҫ! Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте был! - тип доға уҡырға тотондо икенселәр. Ҡапыл: — Айраплан! Айраплан! — тип һөрән һалды бер һалдат. — Ниңә ҡотоғоҙ осто? Был айраплан бит! — Уныһы нимә була тағы? — Автомобиль кеүек нәмә, тик ерҙә йөрөмәй, һауала оса! — Хоҙайҙың ҡөҙрәте! — Эйе! Аллаһы Тәғәлә яратҡандыр быны, юғиһә, оса алмаҫ ине! Барса һалдат шаҡ ҡатып ҙур тәрегә оҡшаған был нәмәне күҙәтә, ә ул, ял иткән ҡарсыға кеүек, ҡанаттарын һелкмәй генә көслө тырылдап осоп бара. Ҡапыл унан аҡ әйберҙәр ырғып сығырға тотондо. Ул нәмәнең һәр береһе, шунда уҡ йөҙәрләгән киҫәктәргә таралып, сайҡала-сайҡала ергә табан төшә башланы. Был аҡ әйберҙәр күп ине, бер-бер артлы сыға ла сыға теге «тәре»нең эсенән. Уларҙың һәр береһе йөҙәрләгән киҫәктәргә әүерелгәс, бөтә күк йөҙөн ҡаплап алды. Һалдаттар, өйҙәренән сыҡҡан халыҡ, бала-саға, был ғәжәйеп күренешкә ҡурҡыу ҡатыш хайран ҡалып, өҫкә ҡараған килеш ҡатып ҡалды. 449 Ергә яҡыная төшкәс, теге киҫәктәрҙең ҡағыҙ биттәре икәнлеге күренде. Һалдаттар, ауыл кешеләре был ҡағыҙҙарҙы күбәләктәй күреп, йүгерешеп йөрөп тоторға кереште. Унда ниҙер яҙылған булып сыҡты. Хәреф танығандар, күҙе күргәндәр шунда уҡ ҡағыҙҙы бер-береһенә ҡысҡырып уҡырға тотондо. — Күктән төштө! Хоҙайҙың хаты был! — тине кемдер. — Аллаһы Тәғәлә өндәшә беҙгә! — Йә Хоҙай! Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа! — тигән тауыштар ишетелде. Ысынлап та, ҡарап тороуға бик ҙур тәре Хоҙайҙың ҡөҙрәтенән башҡа нисек һауала осоп йөрөһөн дә, Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы булмаһа, был ҡағыҙ биттәре ҡар бөртөктәре, ямғыр тамсылары кеүек нисек күктән ҡойолһон? Ҡағыҙға яҙылған башҡорт телендә икән. Бер һалдат тәүге һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡып та ишеттерҙе: Башҡорт халҡы! Һиңә бер һүҙ әйтәм! Минең әйткән һүҙҙе тыңлаһаң! Зәки һеҙҙе һатты тигән һүҙгә Ышанмаҫһың, алйот булмаһаң!.. — Хоҙай һүҙе! — Аллаһы Тәғәлә үҙе беҙгә ана нимә әйтә! — тип хайран ҡалды һалдаттар. Шунан ары уҡырға тотондолар. Уйыңа алма, башҡорт булһаң, Әхмәтзәки һеҙҙе һатыр тип. Ҡөрьән үбеп, Зәки ғәһед иткән, Уйлай күрмә антын тапар тип! Башҡорттағы намыҫ, иман менән Ярһып тибә Зәки йөрәге! Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона! Зәки — Башҡортостан терәге! — Бына нимә ти Аллаһы Тәғәлә! — Күктән төшкән һүҙ был! Ә һин, имеш, Зәки һатылған, башҡорттарҙы һатҡан! Тирә-яҡтан ошондайыраҡ һүҙҙәр яңғыраны, ҡапыл берәү яу һалды: — Туҡта!.. Туҡта!.. Хоҙай һүҙе тиһегеҙ! Ә бында «беҙ ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ» тиелә! Ер кешеһе яҙа бит быны! Һис тә 450 Аллаһы Тәғәлә түгел! Бына тыңлағыҙ! — тине лә шиғырҙың бер өлөшөн ҡысҡырып уҡырға тотондо: Без ҡушылдыҡ ҡызыл тарафына, Ҡызыл беззең яҡлы булғанға! Азат Башҡортостан йөмһүриәтен Таныйым, тип хуплап торғанға! Ниңә без ҡасмайыҡ шул Дутовтан, Дутов юртып киткәс уң яҡтан, Ниңә ярашмаҫҡа большевик менән, Беззең һуҡмаҡ киткәс һул яҡтан! — Бына бит «беҙ» ти! Беҙҙең аранан кемдер яҙған! Кеше яҙған! Һалдаттар араһынан олорағы уға ҡаршы төштө: — Һис тә кеше түгел! Аллаһы Тәғәлә беҙҙең яҡлы! Шуға «беҙ» тип яҙа, туғандар!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас