Алыш хәҙерге Воронеж, Ростов, Волгоград өлкәләре һәм Ҡалмыҡ Республикаһы территорияларында 1942 йылдың 17 июленән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара. Немец һөжүме 1942 йылдың 17 июленән 18 ноябренә тиклем дауам итә, уның маҡсаты – Дондың ҙур бөгөлөшөн, Волга-Дон муйынын һәм Сталинградты (хәҙерге Волгоград) яулап алыу була. Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған. Тотош емереклектәргә әйләнгән ҡала немец баҫҡынсылары алдында баш эймәгән һәм тулыһынса дошмандан азат ителгән.
Сталинград алышында беҙҙең райондаштарыбыҙ ҙа тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтә һәм күптәре ҡаһарманлығы өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнә. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 125 яугир араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Георгий Андреевич Хачиндың булыуы беҙҙең өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ. Сталинград фронтында ҡатнашыусы тағы бер герой, яҡташыбыҙ Николай Романович Ириков та бар. Западновка хуторы эргәһендә Н.Р.Ириковтың экипажы ике танкты, бронемашинаны, өс йөк машинаһын, дүрт дзотты һәм алты пулемет ояһын юҡ итә. Был батырлығы өсөн яҡташыбыҙ, СССР Геройы Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Шулай уҡ «Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән билдәләнгән Ф.З. Байсурин, Г.И. Медведев, А.Е. Сошникова, Ғ.Ә. Аҡтаев, К.Я. Швецов, Г.Я. Никулин, В.П. Курочкин, М.Т. Аҡҡужин, В.П. Сорочинский, С.А. Оренбуркин, В.К. Косарев, А.С. Бауфтисов, П.Г. Шихов, Б.М. Минибаев, Ш.Ғ. Ғилметдинов, М.И. Яҡупов, Н.Ә. Айсаутов, С.З. Нәзиров, И.Ю. Моталлапов кеүек ҡаһарман яҡташтарын да йылайырҙар онотмай.
Илебеҙҙең азатлығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған геройҙарыбыҙ хаҡында иҫтәлек – һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ!
Һеҙҙең иғтибарға Советтар Союзы геройы Н.Р.Ириков исемен йөрөткән Йылайыр урта мәктәбенең 10 класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән шул йылдарҙың ҡот осҡос, йән илатҡыс, ҡанлы шаңдауы һүрәтләнгән фотоларҙы тәҡдим итәбеҙ.