

— Тыңлағыҙ! Бынау ере бигерәк шәп! - тине бер йәш һалдат. Дутов, Колчак әйтә: Ваҡ милләттәр Мөхтәриәт ала күрмәһен! Батша ҡулы аҫтында ғүмер һөрөп, Буржуаздар йырын йырлаһын! — Дөрөҫ әйтелгән бит! Юҡ, туғандар! Ҡыҙылдарға ҡушылабыҙ былай булғас! — Ары тыңлағыҙ! — тип ҡысҡыра икенсе һалдат. — Бында тағы ла шәберәк әйтелгән! Большевиктар әйтә: «Һәр бер илгә Камил мөхтәриәт бирелһен! Һәр бер ярлы, мәзлүм, иҙелгән ил Мөхтәриәт алһын, терелһен» . — Аллаһы һүҙе был, туғандар. Аллаһы һүҙе! — тип килеште һалдаттар. Бер-ике һалдат һаман «һис тә Хаҡ түгел, кеше яҙған» тип үҙенекен тылҡыһа ла, уларҙың: — Кеше яҙһа ни! Хоҙай кешенән яҙҙырған, — тип ауыҙын яптылар. — Үҙе яҙа алмай бит. Яҙҙырған да өҫтән төшөрткән! 451 Был дәлилде бер нисек тә инҡар итеп булмай ине. Бер мәл ҡағыҙ, кескәй саф таҫтамал һымаҡ, һәр бер башҡорт ғәскәре һалдатының ҡулында елпелдәне, күпмеһе ауыл халҡына эләкте. Төрлө урында ҡар өҫтөндә күренер-күренмәҫ булып ятҡандары ла байтаҡ ине. Шиғырҙың тәьҫир көсө иҫ киткес оло булды. Был яҙмалар өҫтән килеп төшөүе менән үк, ғәҙәти булмаған хазина кеүек, хатта доға һымаҡ ҡабул ителде. Һалдаттарҙың күңеленә үтерлек, улар көткән тапҡыр һүҙҙәр менән ташҡа баҫылыуы ғәскәрҙең икеләнеүен төбө-тамыры менән йолҡоп ырғытты.
***
Шәйехзада шиғырын яҙып бөткәс, иң алда Вәлидигә күрһәтте. Зәки бик оҡшатты шағирҙың илһамы тыуҙырған тос юлдарҙы. — Тик оҙонораҡ! — тине. — Булһын! Беҙ бит уны ҡулға тотоп уҡыр өсөн таратабыҙ! Шиғырҙы ун мең данала баҫтырырға хәл иттеләр, һәр һалдаттың ҡулында булырға тейеш. Шунан нисек итеп уны һәр һалдатҡа, уның аңына еткерергә тип уйларға тотондо Шәйехзада. Листовка рәүешендә таратырға мөмкин. Ләкин Колчактың, аҡ генералдарҙың Вәлиди менән большевиктарҙы яманлаған өгөт ҡағыҙҙарын ҡабатлау була, шуларҙың кимәленә төшә. Шиғырҙың тәьҫир көсө күпкә кәмейәсәк. Үҙе һалдаттарҙы йыйып уҡыһа, һәр кемдең аңына һеңдергәнсе әйтә алыр ине. Әммә, беренсенән, шиғыр оҙон, ул ҡулға алып, китап кеүек, ашыҡмай уҡыу өсөн яҙылған. Икенсенән, ун мең һалдатҡа ишеттерер өсөн күпме ваҡыт кәрәк! Ә һалдаттар араһындағы ыҙғыш-талашты, икеләнеүҙәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк бөтөрөү мотлаҡ! Бына бөтәһенә ҡапыл таратып биргәндә! Бар һалдаттың аңына был шиғри юлдар бер юлы инеп ултырһын ине! Ул саҡта шиғырҙан алған тәьҫорат күпкә көслөрәк булыр! Ана теге саҡта, Уршукта, байрам ваҡытында ҡыҙылдарҙың командующийы ҡотлау ҡағыҙҙарын ҡала өҫтөнә аэропландан ырғытҡан кеүек. Биш минут та үтмәне, ул ҡотлауҙы һәр кемдең ҡулында күрергә була ине. Бик ныҡ тәьҫир иткәйне һалдаттарға, ҡала кешеләренә ул ҡағыҙҙың өҫтән осоп килеп төшөүе. Их! Аэроплан юҡ! 452 Туҡта! Нисек юҡ? Булмаһа, ҡыҙылдарҙың командующийынан һорап булмаймы ни? Улар хәҙер Орскиҙа. Темәстән йөҙ илле саҡрым. Шәйехзада командующий менән таныш. Егеттең йырлауын бик яратҡайны бит, хатта өйөнә ҡунаҡҡа саҡырып, ҡатынына йырлатты. Әгәр Орскиға барып һораһа, ҡыҙылдарҙың командующийы аэропланын Темәс өҫтөнән осороп, Шәйехзаданың шиғырын ырғытырға рөхсәт итер, моғайын. Был уй-ниәт егеттең бар булмышын ялмап алды. Ул инде шиғырҙы һалдаттарға икенсе төрлө таратыу хаҡында ишеткеһе лә килмәй. Күктән төшкән шиғырҙың тәьҫирен күҙ алдына килтер әле! Ғүмерҙә лә аэроплан күрмәгән, хатта ул хаҡта ишетмәгән һалдаттар шиғырҙы ҡыҙыл ҡар яуғандай оло бер мөғжизә итеп ҡабул итәсәк! Уның һәр һүҙенең тәьҫир көсө тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә тапҡыр артып китәсәк! Бының өсөн ни эшләргә? Бөгөн үк Орскиға барып, ҡыҙылдарҙың командующийын күрергә кәрәк. Шәйехзаданың үтенесен кире ҡаҡмаясағына егеттең иманы камил. Был уйын Вәлидигә әйткәс, ул Шәйехзаданың ниәтенә шикләнеберәк ҡараны: — Кәрәкме икән? — тине ул егеттең ярһыуын оҡшатып еткермәүен аңлатып. — Икенсенән, ҡыҙыл командующий беҙҙең листовканы ырғытырға риза булырмы? Беҙ бит әле ҡыҙылдар яғына күсмәнек. — Күсмәһә ни! — тип бирешергә теләмәне Шәйехзада. — Шиғыр бит Колчакты хурлай, большевиктарҙы күккә күтәрә! Мин уны руссаға тәржемә итеп уҡып ишеттерәм! Күндерҙе Вәлидиҙе Шәйехзада. Шунан Уршуктағысараҡ кейенеп, кәрәкле документтар менән ташҡа баҫылған шиғырҙарын тейәп, таң менән Орскиға юлланды. Алдан хәл итте: һәр илле саҡрым һайын, тәүҙә — Юлдыбайҙа, шунан Аҡьярҙа таныштарында туҡтап, тамаҡ ялғап, саҡ ҡына ял итеп алыр, атын алмаштырыр. Ҡайтышлай ҙа һуғылып, аттарын кире биреп, рәхмәт әйтеп китер. Бөтәһе лә ыңғай килеп сыҡһа, көн ярымда әйләнеп ҡайтырға тейеш. Ә ысынында иһә, Юлдыбайҙа туҡтап та, ашап та торманы, атын алмаштырып, ары ашыҡты. Аҡьярҙа ла оҙаҡламаны, арлы-бирле ҡапҡыланы ла яңы атты саптырып сығып китте. Орскиға етәрәк юртағы ла, үҙе лә арыны шикелле, ҡараңғы төшөп килеүгә ҡарамай, атын атлатып бара башланы. Ике тапҡыр ҡыҙылдарҙың патруленә эләкте. Документтарын, тоғон тикшерҙеләр, унан сығарып биргән шиғырҙы уҡығас, артыҡ 453 бәйләнеп торманылар. Орскиға ҡышҡы ҡыҫҡа көн төнгә ҡарай тәгәрәгән мәлгә барып етте. Командующий ауырып өйҙә ята икән. Штабтағы дежур офицер башҡорт булып сыҡты. Шәйехзада ни өсөн килгәнлеген һөйләп, шиғырын уҡып ишеттергәс, бигерәк тә командующийҙың танышымын тигәс, бер һалдат биреп, ул йәшәгән өйгә ебәрҙе. Командующийҙың һаҡсылары урыҫ егеттәре ине. Шәйехзаданың ни эшләп йөрөгәнлегенә оҙаҡ төшөнә алмай йөҙәнеләр, ваҡыт һуң тип, түрәләренә егеттең килеүе хаҡында әйтергә теләмәй аптыраттылар. Листовка? Шуны аэропландан ырғытырға кәрәкме? Был хаҡта ниңә төнөн һөйләшергә? Иртәгә көн бөткәнме? Шәйехзаданың командующий менән килешкәндән һуң хәҙер үк кире юлға сығырға, төш мәленә ҡайтып етеп, шиғырҙарының күктән килеп төшөүен үҙ күҙе менән күрергә теләүен һаҡсылар һис тә аңларға теләмәй ине. Әгәр командующий ниндәйҙер ҡағыҙҙарын бер һаҡсыһы менән штабҡа ебәрергә тип өйөнән килеп сыҡмаһа, Шәйехзадаға иртәгәһен көтөүҙән башҡа сара ҡалмай ине. Командующий Шәйехзаданы таныны, уны күрергә килгәнлеген белгәс, хәбәр итмәгән өсөн һаҡсыларын әрләп алды һәм егетте өйөнә саҡырҙы. Шәйехзада хәбәрен оҙаҡҡа һуҙмай командующийға ни өсөн килгәнлеген аңлатты ла шиғырын русса уҡып ишеттерҙе. Шунан листовкаларҙы ҡайһы тирәләрҙә аэропландан төшөрөргә кәрәклеген картала күрһәтте. — Сәғәт көндөҙгө ун икелә ырғытырға ине, - тине Шәйехзада. — Ниңә улай конкрет? — Мин хәҙер үк сыҡһам, ун берҙәргә ҡайтып етәм, — тине егет. — Үҙ күҙем менән күргем килә. — Эшләйбеҙ уны! — тине командующий. Хужаның әңгәмә ҡороп, уны йырлатып төнө буйы ултырырға иҫәбе бар ине, ләкин Шәйехзада ашыға. Ул бер сынаяҡ сәй эсте лә, рәхмәт әйтеп, хушлашты. Ашыҡты Шәйехзада Темәскә. Аҡъярҙа ла, Юлдыбайҙа ла, төн булыуына ҡарамай, туҡтап торманы, атын алыштырҙы ла ары елдерҙе. Ваҡытына ҡайтып етә алмаҫмын, тип бик борсолғайны ул. Шулай ҙа сәғәт ун икенсе киткәндә арманһыҙ булып өйөнә килеп инде. Үҙ күҙе менән күрҙе Шәйехзада шиғырҙарының аэропландан ырғытылыуын. Ғәжәп күренеш ине был. Шәйехза454 даның шиғырҙары йөҙәрләгән, хатта меңәрләгән ҡағыҙ битенә әүерелеп, бөтә күк йөҙөн ҡаплап төшөп килә. Улар тыпырсынған кеүек сайҡала, шаярып уйнаған кескәй йәнлектәргә лә оҡшап китә, ояһына таяҡ тыҡҡан саҡта ҡурҡып хәрәкәткә килгән аҡ төҫтәге ҡырмыҫҡаларҙы ла хәтерләтә. Күктән төшөрөлөүе арҡаһында шиғырҙарының тәьҫир көсө Шәйехзада уйлағандан да күпкә артыҡ булды. Ошонан һуң ҡыҙылдар яғына күсеүгә ҡаршы һүҙ, хәбәр өҙә һуҡҡан кеүек юҡ булды. Башҡорт ғәскәрендә икенсе төрлө фекер йөрөткән бер һалдат ҡалманы. Халыҡ милли хәрәкәт тип ойошҡан, берҙәм оло көскә әүерелде. Хатта ниндәйҙер Колчак офицеры килеп сығып, Вәлиди тураһында шул бер үк йырын йырларға иткәс, һалдаттар уны туҡмап ташлаған. Хөкүмәт ағзалары кәңәшмәгә йыйылғас, Вәлиди, ниһайәт, большевиктар менән тулыһынса кил еткәнлектәрен белдерҙе, ҡыҙылдар яғына күсеүҙе ҡайҙа, нисәлә һәм ҡайһылайыраҡ ойошторғанлығын аңлатты ла өҫтәп шуны әйтте. — Был сара өсөн бөгөнгәсә бик борсола инем, — тине Вәлиди. — Ҡаршы офицер-һалдаттар күп ине бит. Уларҙың иң яуаплы мәлдә, алдан һөйләшеп, бола күтәреүҙәре бар ине. Беҙҙе ҡаршы аласаҡ ҡыҙылдарҙың береһен юрамал атып үлтерҙеләрме, был оло эшебеҙ юҡҡа сығасаҡ. Яңынан был хаҡта килешеү бик ауырға тура килер ине. Хатта мөмкин дә булмаҫ әле. Беҙ ошо йәһәттән Шәйехзада Бабичҡа рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Ул иң кәрәкле мәлдә иҫ киткес көслө шиғырҙары менән, бигерәк тә уларҙы күктән төшөртөүе менән, икеләнеүҙәрҙе һыпырып ташлағандай юҡ итте лә ҡуйҙы! — Һалдаттар «Хоҙай төшөрҙө был шиғырҙы» ти, — тип һүҙ ҡыҫтырҙы Ғәбитов. — Эйе, эйе! — тиеште хөкүмәт ағзалары ла. — Аллаһы Тәғәләнең һүҙе, тиеүҙәрен мин дә ишеттем, — тип һүҙен дауам итте Вәлиди. - Шәйехзаданың Орскиға барып, көн эсендә шуны ойоштора алыуы — үҙе ҙур ҡаһарманлыҡ! Хөкүмәт исеменән рәхмәт белдерәм һиңә, Шәйехзада! Хөкүмәт ағзалары ҡул сабып егетте ҡотланы. Тик Вәлидиҙе ниҙер борсой ине, шикелле. Башын эйеп, бер аҙ уйланып торғас, тағы һөйләй башланы: — Үткәндә, халыҡ менән осрашыу мәлендә, Шәйехзада, кешеләрҙең исемеңде ҡысҡырып данлауҙарын оҡшатмағайныҡ... Һине саҡ шуранан сығарманыҡ! Ғәфү үтенәм, Шәйехзада! — Вәлиди егет янына килеп, уны ҡосаҡлап алды. - Һин ошо 455 шиғырың, аэропланды ойопггороуың менән үҙеңдең оло шәхес икәнлегеңде күрһәттең. Халыҡ һине белеп ярата, данлай. Мин шуны аңланым: һин — бөйөк шағир, Шәйехзада!