

Афған һуғышы – ҡайғылы бер ваҡиға булып тарихыбыҙ биттәрендә ҡалған. Быйыл, 15 февралдә Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 36 йыл тула. Ундағы ҡанлы ваҡиғалар алыҫайһа ла, ут эсендә йөрөп хәрби хеҙмәтен намыҫлы үтәгән, иҫән-һау ҡайтҡан һалдаттарҙы, йәнен-тәнен аямай үҙҙәренең һуңғы һулышына тиклем ил тыныслығы өсөн ғүмерҙәрен һалған ҡыйыу йөрәкле ир-егеттәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Кемдер әйтер күп ваҡыт үтте, әлеге көндә махсус хәрби операцияһы барышында ла батырҙарса һәләк булыусылар бар, улар тураһында беҙҙең уйыбыҙ тиер... Эйе, ысынлап та шулай... Был урында бәхәсләшеп тороу урынһыҙ тип уйлайым. Тик ниндәй генә ауыр ваҡытта йәшәһәк тә, ул саҡтарҙа ла яу-яланында көрәшеп иҫән ҡайтмай ҡалған егеттәр кемдеңдер ғәзиз балаһы, яратҡан туғаны ине. Уларҙың яҡты хәтирәһе әле булһа туғандары, балалары, ейәндәре йөрәгендә һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары менән бер рәттән, беҙ афған ваҡиғалары фажиғәләрендә һәләк булған меңәрләгән йәш хәрбиҙәрҙе оноторға тейеш түгел. Яугир-интернационалис¬тарҙы иҫкә алыу көнөндә яҡташыбыҙ Ҡолһарин Рафаэль Хәкимйән улын хөрмәтләп иҫкә алып үтәйек.
Рафаэль Ҡолһарин 1962 йылдың 15 февралендә Йомағужа ауылында Хәкимйән һәм Бәлхиә Ҡолһариндарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килә. Башҡа балалар кеүек үк ул да атай, әсәй йылыһын тойоп иркәләнеп, туғандары менән бергә уйнап-көлөп бик теремек, етеҙ бала булып буй еткерә, уҡыған сағында ла һынатмай. Һүрәт төшөрөргә яратҡан яугир күберәк тыуған яғының тәбиғәтен, уның хозурлығын һүрәтләй, шулай уҡ мандолинала, гармунда уйнай, ҡурайсылар түңәрәгенә йөрөй, хатта ансамбль менән бергә республика ҡурайсылар конкурстарында ла ҡатнаша. Рафаэль Хәкимйән улы спорт менән дә бик дуҫ була, милли көрәш буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.
1980 йылда ул әрме сафына алына, алты ай дауамында Дүшәнбелә «уҡыу» үткәндән һуң, уны бер төркөм һалдаттар менән Афғанстанға оҙаталар. Афғанстандан ул ни бары өс кенә хат яҙып өлгөрә. Хаттарында ул туғандарына, ата-әсәһенә, тыуған яғына ҡарата һөйөү һәм һағыныуҙары хаҡында, тауҙар араһындағы ҡаты алыштар тураһында яҙа. Шулай уҡ, төрлө милләт егеттәре менән дуҫ-татыу булыуҙары, бар ҡыйынлыҡтарҙы бергә үтеүҙәре хаҡында ла яҙып үтә. Тик һуғыш ҡанундары бик ҡаты, киләһе «хат» Рафаэль Ҡолһарин хеҙмәт иткән рота командирынан һәм командир урынбаҫарынан килеп төшә. “...Все в роте помнят Рафаэля как общительного человека, хорошего товарища. Рафаэль отлично освоил свою военную специальность, помогал в службе товарищам. Он немного прослужил в нашей роте, но успел завоевать уважение товарищей и командиров. Погиб Рафаэль 7 июля 1981 года в провинции Кунар неподалеку от населенного пункта Хара. В тот день рота вела тяжелый бой с превосходящими силами мятежников. Рафаэль действовал смело и хладнокровно. Он быстро засекал цели и вел огонь по ним. Во время боя группа мятежников засекла расположение командного пункта роты. Рафаэль открыл огонь по этой группе, отвлекая её внимание на себя. Во время боя Рафаэль был ранен, но эвакуироваться в безопасное место отказался. Он мужественно продолжал вести бой. В этом бою Рафаэль уничтожил шесть огневых точек мятежников. Скончался он от полученных ран в госпитале. За совершенный подвиг Ваш сын представлен к высокой правительственной награде – ордену «Красная Звезда»...”.
Бындай хаттың эстәлеген уҡып сыҡҡан әсә йөрәге нисек түҙгәнен, ғәзиз балаһын юғалтҡан әсәләр генә аңлай ала... Балаларыбыҙҙы һуғыш, алыштар өсөн үҫтермәйбеҙ әлбиттә, тик Ватан алдында ҡуйылған бурысты үтәү ир-егеттәребеҙ яурынына һалынған шул. Барыһын да зар илатып ҡәһәрле «Груз-200» менән ул цинк табутта тыуған еренә ҡайтты. Йәшәргә дәрт-дарманы ташып торған, типһә тимер өҙөрлөк егетте бар ауыл халҡы «оҙатып» ҡалды.
Йыл һайын Йомағужа ауылында яугир-интернационалистар иҫтәлегенә район кимәлендәге митинг үткәрелә. Рафаэль Ҡолһарин исемендәге күсмә кубок өсөн милли көрәш ярыштары ла иң көслө көрәшселәрҙе йыя. Бындай сараларҙың ҡайҙа, ҡасан, нисә тапҡыр үткәре-леүе әлбиттә, мөһим түгел. Ә батырыбыҙҙы иҫләп, хәтергә алыу беҙҙең бурыс. Хәтер бар икән, тимәк киләсәк тә бар... Ғөмүмән әйткәндә, күп юғалтыуҙар килтергән Афған һуғышы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Көндәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ, атыш тауыштарын ишетмәйенсә йәшәргә насип булһын ине тип теләйбеҙ.
Айһылыу ТҮЛӘБАЕВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.