Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
12 Февраль 2025, 08:05

Роман геройы - мәңге тере Бабич

Беҙҙең көнөтөнө мөхтәриәт, халыҡ тип сабыуҙар, борсолоуҙар, ҡурҡыуҙар хәтерҙән юйылыр, ләкин ошо ҡатмарлы, сетерекле, хәл иткес мәлдә, күптәрҙең ҡайһы яҡҡа китергә белмәй икеләнгән сағында, тартҡылашыуҙы юҡҡа сығарған, халҡыбыҙҙы бер йоҙроҡ итеп берләштергән, киләсәгенә, яҙмышына дөрөҫ юл күрһәткән һинең был шиғырың бер ҡасан да онотолмаҫ! Ул бөйөк әҫәр булып башҡорт халҡының хәтерендә мәңге һаҡланыр! Был һүҙҙәрҙән һуң хөкүмәт ағзалары, урындарынан тороп, Шәйехзаданы ҡосаҡларға, ҡотларға тотондо. Бындай ҙурлауҙы көтмәгән Шәйехзада ныҡ тулҡынланғанын тойҙо. Тырышыуындың, хеҙмәтеңдең халҡыңа файҙа килтергәнлеген белеүҙән һәм уға ғәҙел баһа ишетеүҙән дә олораҡ бәхет бармы икән донъяла?! Шәйехзаданың күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты.

Роман геройы - мәңге тере БабичРоман геройы - мәңге тере Бабич
Роман геройы - мәңге тере Бабич

ДАУАМЫ...

***
15 Ниңә шулай килеп сыға икән? Былтыр йәй Баҡыртауға килеп Алмагөл менән осрашыуҙарына ҡыуанырға өлгөрмәне, Шәйехзада ашығыс рәүештә Уршукка сығып китергә мәжбүр булды. Әле лә бер урынға төпләнеп, ҡыҙ менән хатлаша башлап, осрашыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөгәндә, Алмагөл Темәскә килеп төшөр көндө, редакцияһы менән күтәрелеп, Ҡыҙыл Мәсеткә күсеп китергә тейеш Шәйехзада. Төш алдынан Шәйехзада Алмагөлдөң туғандарына барҙы. Ҡыҙ һаман килеп етмәгән ине. Фатир хужабикәһе менән хушлашып, әйберҙәрен редакцияға килтереп тә ҡуйҙы. Бер сәғәттән ҡуҙғалырға тейештәр. Шәйехзада тағы ҡыҙҙы эҙләп барып килергә генә йыйынғайны, Алмагөл үҙе редакцияға килеп инде. Шәйехзаданы күреүгә сикһеҙ шатланған ҡыҙ йүгереп килеп инде лә, ҡапыл оялып, туҡтап ҡалды. Ҡышҡы һыуыҡтан Алмагөлдөң сикәләре алһыуланған, бөгөлөп торған оҙон керпек остарында ҡар бөртөктәре йылтырай. Ирендәре бешкән сейә кеүек ҡыҙарған. Тәненә килешле йәбешеп торған пальтоһы ҡыҙҙың бар матурлығын күрһәтә. Ниндәй сибәр Алмагөл! Ошондай һылыу ожмах ҡошон ҡалдырып китерһеңме икән ни, Шәйехзада?! 456 Егет күңелен солғап алған ярһыулы тойғоларға сыҙай алмайынса урынынан ырғып тороп, ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды, ирендәрен һалҡын сикәләренә тейҙерҙе, бейәләйен сисә һалып, уның өшөгән нескә бармаҡтарын йылытты, үбеп алды. — Ҡасан килдең? — тип һораны Шәйехзада. — Әле генә! — тип ҡыуаныслы көлдө ҡыҙ. — Әйберҙәремде олатайҙарға индереп ҡуйҙым да, туҡта, сәй эсеп, йылынып кит, тиһәләр ҙә, бында йүгерҙем. Урамда, редакция ҡайҙа, тип һораһам, бер кем белмәй. Шәйехзада ҡайҙа эшләй, тигәйнем, бөтәһе лә күрһәтә башланы. Һине бында бик яраталар икән! Ә ҡыҙҙар миңә асыулана биреп, көнләшеп ҡараны!.. — Һиңә генә шулай тойолған! Улар минән түгел, һинең һылыулығыңдан көнләшкән! — Шәйехзада ҡыҙға һоҡланды. — Һин шундай матур, Алмагөл! Ҡыҙ егетте ҡосаҡлап алды, үҙе оялып, башын эйә бирҙе, керпектәрен аҫҡа төшөрҙө. Шунан саҡ-саҡ ишетерлек итеп шыбырланы: — Мин һине ныҡ һағындым!.. Шәйехзада, нескә тойғоға бирелеп, ҡыҙҙы күпереп торған сәстәренән һыйпаны, күҙҙәренә ҡарап торҙо. Бер-береһен оҙаҡ күрмәгәндән һуң осраштылар ҙа йәнә хушлашалар. Алмагөл әле бер ни белмәй, ә уларҙың һуңғы минуттары текелдәп алға йүгерә. Шулай ҙа ҡыҙ егеттең үҙ-үҙен тотошонан, кәйефенән ниҙер һиҙенде, уның күҙҙәренә һораулы ҡараны ла тирә-яғына күҙ йүгертте. Бүлмә төргәктәр, сумкалар, сумаҙандар, тоҡтар менән тулған ине. Ниндәйҙер ҡағыҙҙар, гәзит киҫәктәре иҙәнгә һибелгән. Бөтәһе лә бүлмә хужаһының ҡайҙалыр күсеп китергә йыйыныуына ишаралай. Ҡыҙ бер ниндәй шикләнеүһеҙ: — Һеҙ әллә күсенәһегеҙме? - тип һораны. — Эйе. — Шәйехзада хушлашыу ваҡыты ҡот осҡос тиҙлек менән яҡынайыуын ҡыҙға һиҙҙермәҫкә тырышты. — Ҡайҙа? — Алмагөл, Темәс эсендә генә күсенеү хаҡында һүҙ бара, тип уйланы, шикелле. — М-м... — Шәйехзада ҡайҙа күсенергә тейешлектәрен онотҡан кеүек һуҙҙы. — Ҡайҙа? — Ҡыҙҙың тауышында хәүеф һиҙелде. — Ҡайҙа?.. — Ҡыҙыл Мәсеткә... Был һүҙҙәр бүлмәлә мылтыҡтан атҡан кеүек яңғыраны. — Ҡыҙыл Мәсеткә?! — тип ҡабатланы ҡурҡҡан тауыш менән Алмагөл. — Ул бит... бик алыҫта! Шулаймы? 457 Егет «эйе» тигәнде аңлатып башын һелкте. Рәхимһеҙ ысынбарлыҡтан ҡотолорға теләгәндәй, Алмагөл Шәйехзадаға һыйынды. Егет уны ҡосаҡланы һәм ҡыҙҙың әкрен генә ҡалтырауын һиҙҙе. — Ҡасан? — Ярты сәғәттән. — Мин бит һине күреп тә туйманым, Шәйехзада! Алмагөл, ярҙамға саҡырғандай, үкенесле тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Уның оҙон керпектәрендә йәш тамсылары күренде. — Алмагөл! — Шәйехзада ҡыҙҙы тынысландырырға теләп ҡосаҡланы, күҙҙәренән үпте, йәштәрен ирендәре менән һөртөп алды. — Беҙ осрашырбыҙ әле, Алмагөл! — Ҡасан? — Ҡыҙҙың тауышы ҡалтырап китте. — Былтыр ҙа шулай күрендең дә юҡ булдың. Бөгөн - тағы! Мин ҡурҡам! -Ҡ айғырма, Алмагөлкәйем! Урынлашҡас та адресымды белдереп хат яҙырмын. Бына күп тә үтмәҫ, донъялар тынысланғас, осрашырбыҙ. — Осрашырбыҙ? Миңә был бер ҡасан да булмаҫ кеүек! - Ҡыҙ, ҡапыл башын артҡа алып, егеткә тура ҡараны. Уның ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәне һиҙелде. - Шәйехзада! Мин һинең менән барам! ...Шунда уҡ Шәйехзаданың йөрәген ауырттырып Йомабикә иҫенә төштө. Көҙ көнө Уршук менән хушлашыр булғас, Йомабикә лә: «Мин һинең менән китәм!» — тигәйне. Ниңә туҡтатманы шунда ҡыҙҙы? Аҙаҡ мең тапҡыр үкенде. «Һуңғараҡ килерһең», тип ҡалдырып китһә, ҡыҙ иҫән булыр ине. Юлдың хәүефле икәнен белә ине бит, юҡ, Йомабикәнән айырылғыһы килмәне, һәм ҡыҙ һәләк булды. Бына хәҙер Шәйехзада шундай уҡ һағышлы тойғо кисерә: Алмагөлдән айырылғыһы, уны бында ҡалдырып киткеһе килмәй. Ҡыҙыл Мәсеткә юл тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Бер яҡтан, большевиктаряғынакүскән өсөн башҡорттарҙы күрә алмаған дутовсылар эргәлә генә һуғыша. Икенсенән, башҡорттарҙың үҙҙәре яғына сығыуына ҡарамай, яңыраҡ ҡына ҡаршы тороуҙарын ҡыҙылдар һаман онота алмай, үс тота. Ураған һайын ишетелә: большевиктар беҙҙең һалдаттарҙы тикшереү һылтауы менән ҡоралһыҙландыра, төрмәгә бикләй, туҡтауһыҙ һорау ала, ялан аяҡ ҡарға баҫтырып ҡуя, туҡмай, хатта ата... Эйе, сәйәхәт бик хәүефле. Аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да һаҡ булырға кәрәк. Улар менән утыҙға яҡын башҡорт һалдаты барасаҡ та ул. Тулы бер полк һөжүм итә ҡалһа, Алл аһ һаҡлаһын, 458 улар ғына яҡлап ҡала аламы ни? Бындай хәлдә ҡыҙҙы үҙең менән алыу тураһында уйларға ла ярамай. — Мин һинең менән барам! — тип ҡабатлай ине был ваҡытта Алмагөл, Шәйехзаданың күҙҙәренә тура ҡарап. Егеттең яуап бирмәүе шомландырҙы ҡыҙҙы, ҡурҡытты. Алмаҫҡа уйлаймы? Тағы айырылышалармы? Былтырғы йәйҙән бирле Шәйехзаданы һағыныуҙан Алмагөлдөң йөрәге һаман һыҙлай. Шуны аңламаймы икән ни?! Һағыш утында янырға йәнә яңғыҙын ҡалдырамы Шәйехзада? Бүлмәгә дүрт һалдат килеп инде лә төргәк-тоҡтарҙы алып сығып китте, иҙәндә ҡағыҙ киҫәктәре генә ятып ҡалды. Бүлмә ҡапыл ҡотһоҙланды. Ишек шар асыҡ тора. Тыштан өргән ел форточканы асып ебәрҙе, эскә һалҡын һауа менән бергә ҡар бөртөктәре килеп инде. Алмагөл өшөп киткәндәй булды, тәне ҡалтырап ҡуйҙы. Был һағышлы, һалҡын бушлыҡ хушлашыр мәл еткәнен һиҙҙерҙе. Алмагөл йөҙөн устары менән ҡапланы ла сүкәйеп ултырҙы. Уның яурындары әкрен генә ҡалтырай ине. — Алмагөл!.. Егет ҡыҙҙы аяҡ үрә баҫтырҙы, усының һыртына ирендәрен тейҙерҙе, йәшле күҙҙәрен, шунан татлы ирендәрен үпте... Тирә-йүн юҡҡа сыҡты. Ваҡыт туҡтаны... Шулай күпме торғандарҙыр, кемдеңдер бүлмәгә ингәнлеген ишетеп, күҙҙәрен астылар һәм был бәғерһеҙ ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайттылар. Ул шундай һалҡын, шундай рәхимһеҙ! Ул ҡыҙ менән егетте бер-береһенән айырырға теләй. Ул Иркәбаевтың өшөткөс тауышы менән өндәште: — Ҡуҙғалырға ваҡыт!.. Урамға сыҡтылар. Бөтәһе лә юлға әҙер. Ылауҙар тейәлгән. Егерменән ашыу һыбай һалдат теҙелгән. Шәйехзаданы көтәләр. Тупһала туҡтап ҡалдылар. Шәйехзада Алмагөлдө үҙенә бороп, һуңғы тапҡыр ҡосаҡланы, күҙҙәренә ҡараны. — Алмагөл!.. Хуш булып тор!.. Шәйехзада тупһанан төштө лә китә башланы. Ел уның салғыйҙары менән уйнаны. Бына Шәйехзада ылауға барып етте... Ултырҙы... Бына ул Алмагөлгә боролоп йылмайҙы, ҡул болғаны... Бына ылауҙар, улар артынса һалдаттар ҡуҙғалды... Шәйехзада китә... Шәйехзада минут һайын алыҫлаша. Шәйехзада, туҡта! Һине бит Алмагөл башҡаса бер ҡасан да күрә алмаясаҡ! Ҡыҙҙың күҙҙәренән йәштәре тәгәрәне. 459 Шәйехзада! Китмә! Нисек йәшәр Алмагөл һинһеҙ?!. Ә Шәйехзада китә, алыҫлашҡандан-алыҫлаша... Хуш, Шәйехзада! Хуш!..
***
...Шәйехзада етәкселегендәге редакцияның әйберҙәре тейәлгән ылауҙар, һыбайлы һалдаттар Темәстән сығып, Ҡыҙыл Мәсеткә табан йүнәлде... ...Яҙ. Юлдың ни арба, ни сана түгел сағы. Урманлы юлдың күп өлөшөндә — тәрән көрт, ҡар ирергә уйламаған да. Бындай ерҙә санала сыҡҡандарына ҡыуаналар. Әммә күп урында күләүектәр йәйелеп ята. Уларҙы кисеп үткәндә әйберҙәрен арбаға тейәмәгәндәренә үкенәләр. Ылау батып, ҡара ерҙә аттарҙың көсө етмәһә, һалдаттар, аттарынан төшөп, саналарҙы һөйрәшеп сығара. Әммә былары иң ауыры түгел. Иң ҡурҡынысы — көнсығыштан көслө һөжүм башлаған Колчак армияһы ошо тирәгә етеп килә, шул сәбәпле Башҡорт хөкүмәте Темәсте ҡалдырырға итте бит. Аҡтарҙың эреле-ваҡлы төркөмдәре ҡыҙылдарҙың тылына үтеп инеп, ауылдарҙы талап, большевиктарҙы үлтереп китә, юлсыларға һөжүм итә. Был хаҡта Шәйехзаданы иҫкәрттеләр, шуға ла һаҡлап барырға һалдаттар бирҙеләр. Әммә иң аянысы ул да түгел. Большевиктар яғына сыҡҡан башҡорт ғәскәрен ҡыҙылдар ҡолас йәйеп ҡаршыламаны. Уларҙы әсиргә төшкән һалдаттарҙай ҡоралһыҙландыралар, кейемдәрен тартып алалар, яфалайҙар... Бындай саҡта Ленин менән Сталиндың «башҡорттар беҙгә ҡушылырға теләй, әммә уларҙы революцияға ҡаршы элементтарҙан таҙартығыҙ» тигән һүҙҙәренә һылтандылар.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас