Уны асыу сараһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илшат Рәшит улы Солтангәрәев, Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Александр Геннадьевич Годуленко, район мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова ҡатнашты.
Тарихи мәлдәрҙе сағылдырған матур сара Еңеү Байрағын сығарыуҙан башланды. Артабан балалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын сағылдырған шиғырҙар һөйләне, ата-бабаларын иҫкә төшөрөп Йылайыр районынан сыҡҡан Советтар Союзы геройҙарының наградалары хаҡында бәйән итте, Бөйөк Еңеүгә алып килгән ветерандарыбыҙҙы, геройҙарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Шулай уҡ, тәрбиәләнеүселәр тәрбиәселәре менән берлектәҡыҙыл ҡәнәферҙәр әҙерләгәндәр ине, саҡырылған ҡунаҡтар уларҙы «Ватан – әсә саҡыра» монументының символик өлөшөнә һалды.
«Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан булдырылған «Хәтер стенаһы» тәү сиратта үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү булып тора. Был Тыуған Илгә һөйөү һәм тоғролоҡ, уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә ынтылыш, Илебеҙ өсөн булған иң ауыр мәлдәрҙә беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ кеүек Ватаныбыҙ һағына тора белеү, уны яҡларға һәр ваҡыт әҙер булыуҙы күрһәтә.
Фото һәм видеояҙма «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы сайтынан алынды.