Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
19 Февраль 2025, 12:05

Бил бирмәне батырҙар

14 февралдә Йомағужа урта мәктәбенең спорт залында яугир-интернационалист, яҡташыбыҙ Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә һәм Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йыллығына, Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 36 йыллығына арнап милли көрәш буйынса мәктәп уҡыусылары араһында Йылайыр районы беренселеге үтте.

Был көндө Йомағужа ауылында Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу хөрмәтенә район хакимиәте вәкилдәре, мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары һәм ауыл халҡы менән берлектә митинг уҙғарылды. Һуңынан ул йәшәгән йортта ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.


Сараның икенсе өлөшөндә ярышта ҡатнашыусыларҙы хакимиәт башлығы урынбаҫары Илшат Солтангәрәев, Йылайыр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексә етәксеһе Рөстәм Ғилман улы Ураҡов, ветерандар советы рәйесе Надежда Ивановна Булавина Йомағужа урта мәктәбенең директоры Салауат Йәнғәле улы Мозафаров, яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһариндың бер туған ҡустыһы Рит Ҡолһарин сәләмләп, көрәшселәргә лайыҡлы еңеүҙәр теләне.
Турнирҙа райондың 60-ҡа яҡын иң яҡшы көрәшсеһе ҡатнашты. Ҡыҙыу көрәш алыштары барышында шәхси зачетта йомғаҡлау урындары түбәндәгесә бүленде:
2012 йылда тыуғандар һәм унан кесерәктәр араһында:
25 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Батырхан Килдеғолов (Матрай);
2-се урын – Азамат Сабитов (Матрай);
3-сө урын – Ильяс Аҡҡужин (Йылайыр).
30 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Илгизәр Мәғзүмов (Матрай);
2-се урын – Асҡат Бүләков (Юлдыбай);
3-сө урын – Нургиз Юлгилдин (Юлдыбай).
32 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Мөхәммәт Алхатов (Юлдыбай);
2-се урын – Ерлан Алхатов (Юлдыбай);
3-сө урын – Сыңғыҙ Мусин (Юлдыбай).
36 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Ислам Алсынов (Матрай);
2-се урын – Илһам Әбсәләмов (Юлдыбай);
3-сө урын – Радмир Туләков (Йылайыр).
40 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Илназ Хәсәнов (Матрай);
2-се урын – Данис Ильясов (Юлдыбай);
3-сө урын – Кирилл Лапшин (Йылайыр).
45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Филүс Рәхмәтуллин (Юлдыбай);
2-се урын – Кирилл Гусев (Йылайыр);
3-сө урын – Роберт Даренскийҙар (Йылайыр).
2009-2011 йылдарҙа тыуған 35 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Эрик Горшенин (Юлдыбай ауылы);
40 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Даян Жиләев (Юлдыбай);
2-се урын – Динислам Үтәшев (Йылайыр);
3-сө урын – Камил Юлгилдин (Йылайыр).
45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Искәндәр Өмөтбаев (Юлдыбай);
2-се урын – Рияз Әбсәләмов (Юлдыбай);
3-сө урын – Динислам Исламғолов (Матрай).
50 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Артем Горшенин (Юлдыбай);
2-се урын – Ислам Ҡотоев (Матрай);
3-сө урын – Вадим Шәйәхмәтов (Йылайыр);
3-сө урын – Айнур Илбактин (Йомағужа).
60 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында:
1-се урын – Инсаф Ҡотоев (Матрай);
2-се урын – Буранбай Илбактин (Йомағужа);
3-сө урын – Айназ Байдәүләтов (Йылайыр);
Көрәшселәрҙе уңыштары менән ҡотлайбыҙ, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Көслө, йылғыр һәм үҙ көсөнә ышаныусан егеттәр барында беҙҙең киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа!!!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас