

Тирә-йүндә ошондай ҡурҡыныс ваҡиғалар булып торғанда, ҡиммәтле йөк менән алыҫ юлға сығыу уғата хәүефле ине. Оло юлдан бармаҫҡа тырыштылар, урманға, йылға буйына һыйындылар. Бында ҡар тәрән, аттарға бигерәк ауырға төштө. Башҡаса әмәл юҡ. Ураған һайын ҡыҙылдарҙың йөҙҙәрсә һыбайлынан торған отрядтары сабып үтә. Әлегәсә уларҙың күҙенә эләкмәй, йәшенеп ҡала килделәр. 460 Кискә табан алда кескәй генә бер ауыл күренде. Ситтән ауылды оҙаҡ ҡына биноклдән күҙәттеләр. Ара-тирә өйҙәрҙән башҡорт кейемендәге ҡатын-ҡыҙ, бабай-әбейҙәр сыҡҡыланы, бала-саға күренде. Һалдаттар күҙгә салынманы. Ошонда ҡунып китергә хәл иттеләр. Өсәр-дүртәр кешенән торған төркөмдәргә бүленеп, өйҙәргә таралдылар. Шулай ҙа Шәйехзада алты һалдатты икешәргә бүлеп, төнө буйы тирә-яҡты күҙәтергә ҡушты. Ике сәғәт һайын алмашырға тейештәр, сит һалдаттарҙың яҡынлашып килгәнлеген күрһәләр, бөтәһен дә уяталар һәм улар тиҙ генә ауылдан сығып китәсәктәр. Өлгөрмәһәләр, хәлдәрҙең нисек боролоуына ҡарап эш итерҙәр, хатта ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтергә лә әҙер булырға тейештәр. Ике көндә ул-был булманы. Оло юлдан үтеп киткән отрядтар Шәйехзаданың ылауҙарын, һалдаттарын күрмәне. Тәүге ауылда ла тыныс ҡына йоҡланылар. Икенсе ауылда һаҡта торған һалдаттар таң алдынан «ах» та «ух» йүгереп инеп, Шәйехзаданы уятты. — Ҡаршы тауҙан ҙур отряд төшөп килә. — Тиҙ йыйынырға! Китәбеҙ! — тип ҡысҡырҙы Шәйехзада кейенә-кейенә. Ун минут та үтмәне, ылауҙар әҙер, һалдаттар йыйылған ине. Әммә ауылдың теге осонда ҡысҡырып һөйләшкән тауыштар ишетелә башланы. Теге отряд ауылға ингәйне. — Урамға сыҡмайбыҙ! — тип бойорҙо Шәйехзада. — Баҫыу артына сығабыҙ! Тиҙ булығыҙ! Баҫыуҙа ҡар тәрән булып сыҡты. Һыбайлылар бата-сума нисек тә артҡы кәртәләргә барып етте, ләкин ылауҙар бер урында ҡатып ҡалды. Һалдаттар кире килеп, ылауҙарҙы күтәреп тиерлек алға һөйрәргә тотондо. Шул саҡ Шәйехзадалар тапҡырына бер төркөм һыбайлы килеп туҡтаны. Улар баҫыуҙа мәж килгән һалдаттарҙы шунда уҡ күрҙе. Мылтыҡтан өҫкә атып ебәрҙеләр. — Стой! — тип ҡысҡырҙылар. — Кто такие? Шәйехзада, ылауҙы ташлап, улар янына барырға мәжбүр булды. Кейемдәренән ҡыҙылармеецтар икәнлеге күренде. Был күңелгә бер аҙ йылы йүгертте. Әммә командирҙары һис тә Шәйехзаданың ҡыуанысы менән уртаҡлашырға йыйынмай ине. — Ә-ә, Вәлиди һалдаттары! — тине ҡыҙыл командир, Шәйехзаданың документтары менән танышҡас. — Колчаковцы! — Беҙ ҡыҙылдар яғына сыҡтыҡ! — тине Шәйехзада, бәлки, был бер ни ҙә белмәйҙер тип. 461 — «Сыҡтыҡ!» — тип көлдө командир мыҫҡыллы тауыш менән. — Аҡтар еңелеп барғас, сыҡтығыҙ инде! Бөтәгеҙ ҙә буржуй, помещик! Миндә башҡорт һалдаттарын ҡулға алырға тигән бойороҡ бар! Ҡоралдарығыҙҙы һалығыҙ! Шәйехзада ҡаршы һүҙ әйтергә маташҡайны, уны тындап та торманылар, мылтыҡтарын тоҫҡап, аттарҙан төшөргә, ҡоралдарын тапшырырға ҡуштылар. Ҡаршылашыу мөмкин түгел ине. Быларҙың һаны йөҙҙән ашыу, ә Шәйехзадалар утыҙға ла етмәй. Башҡорт һалдаттарының ҡулдарын шаҡарып бәйләнеләр ҙә, саналарға тейәп, ҡайҙалыр алып киттеләр. Редакция, матбуғат йыһаздары тейәлгән ылауҙар баҫыуҙа батҡан көйө ултырып ҡалды. Улар менән ни булыр? Шәйехзада был хаҡта ҡыҙылдарҙың командирына әйтеп ҡарағайны, ул ҡолағына ла элмәне. Йылайырға алып килгәс, уларҙың ҡулдарын систеләр ҙә, таш зинданға бикләнеләр. Төрмә кеше менән шығырым тулы, күбеһе - башҡорт ғәскәре һалдаттары. Ҡайһылары бында аҙнанан ашыу ята. Астан үлмәһендәр өсөн биҙрәләр менән һыу бирәләр ҙә, онотҡанда бер икмәк һыныҡтары ырғыталар. Көн дә һорау алалар икән, ниндәй маҡсат менән ҡыҙылдар яғына сыҡтығыҙ, тип аптыраталар. Ҡайһы берәүҙәрҙе алып китәләр, улары һыуға батҡандай юҡ була. Икенсе урынға ебәрәләрме, аталармы — бер нимә лә белмәйҙәр. Шәйехзаданың документтарын тартып алғайнылар, бер көн үткәс, уны һорау алырға алып киттеләр. Икенсе ҡаттағы ҙур ғына бүлмәлә ҡыҙылдарҙың өс офицеры ултыра. Улар Шәйехзадаға ҡыҙыҡһынып ҡараны, ҡайҙа, ниндәй маҡсат менән китеп барыуы хаҡында белеште. Шунан быларҙың ҙурыраҡ түрәһе — өҫтәл артындағыһы — Шәйехзаданың документтарына тағы бер күҙ йүгертте лә: — һин Бабичевмы? Шәйехзада Бабичевмы? — тип һораны. — Эйе. Өс офицер бер-береһенә ҡарашып алды. Шунан өлкән офицер ниндәйҙер ҡағыҙҙы ҡулына алды. — 1918 йылдың июлеңдә 1-се армияның 1-се Пенза полкы командиры Зеленковтың шундай приказы бар. Ҡыҙылдар өсөн мобилизацияланған йөҙ ҙә ун биш һалдатты аҡтарға илтеп ҡушҡан өсөн Бабичев Шәйехзаданы атырға хөкөм итергә! Быны ишетеп, Шәйехзада ни тиергә белмәне. — Беҙ үҙ теләгебеҙ менән ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ! - тине, аптырағас. 462 — Был бойороҡ ғәмәлдән сығарылмаған! Конвой! — тип аҡырҙы офицер. Шунда уҡ ишектә винтовка тотҡан ҡыҙылармеец пәйҙә булды. — Стенаға терәргәме? - тип һораны ҡыҙылармеец. — Расходҡа! — тине офицер ҡәтғи тауыш менән. — Хаҡығыҙ юҡ! — тип ҡысҡырҙы Шәйехзада. — Мин, һеҙҙең кеүек үк, Ҡыҙыл Армия һалдаты! — Алып китегеҙ! — тип ҡысҡырҙы офицер. Шунда бүлмәгә ҡыҙылармеецтар килеп инде. Шәйехзаданы беләгенән тотоп алып сығып киттеләр... Биш минут та үтмәне, оҙон таш һарайҙың стенаһына арҡаһы менән терәп ҡуйҙылар. Ҡаршыһында биш ҡыҙылармеец винтовкаларын тоҫҡап ҡатып ҡалған. Шәйехзада, башын күтәреп, өҫкә ҡараны. Күк йөҙө асыла башлаған, уның таҙа өлөшө зәп-зәңгәр, кескәй генә аҡ болоттар йөҙөп йөрөй. Тиҙҙән көндәр йылына башлар. Яҙ килә, яҙ!.. Ҡапыл: — Пли! — тигән бойороҡ ишетелде. Шунда уҡ бер юлы биш винтовканан атҡан тауыш яңғыраны... Шәйехзада!.. Ошо мәлдә һин, аптыраған ҡарашыңды өҫтән аҫҡа төшөрөп, һалдаттарға ҡараның... Эргәләге өйәңкеләрҙә ултырған ҡарғалар, ҡурҡышынан бер юлы һауаға күтәрелде лә, ҡарҡылдарға тотондо. Тик һин, Шәйехзада, быларҙы ишетмәнең... Һин әкрен генә ҡар өҫтөнә ҡоланың да тынып ҡалдың, һинең ҡулдарың ергә һуғылыуҙан ҡар бөртөктәре өҫкә күтәрелеп, йөҙөңә төштө. Тик һин уларҙы һиҙмәнең, һыпырып ташламаның, ҡыбырламайынса ята бирҙең. Хәҙер һиңә бер ни ҙә кәрәкмәй. Һинең күҙҙәрең асыҡ ине... Тик улар тынысланып кире өйәңкеләргә ултырған ҡарғаларҙы ла, күктә йөҙгән болоттарҙы ла күрмәй ине... Шәйехзада!.. Һин киттең... Хуш, Шәйехзада!..