Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
26 Февраль 2025, 08:25

Мин һуғыш балаһы, шул йылдарҙың уңалмаҫтыр яраһы...

Ҡәһәрле һуғыш күпме баланың яҙмышына үтеп инеп, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, балалыҡ бәхетенән мәхрүм иткән. Иң әсе һуғыш ваҡытына тап килгән уларҙың яҙмышы.5 класс ҡыҙҙары класс етәксеһе Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы Килдеғолова менән берлектә һуғыш осоро балалары менән осрашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар беҙҙең ауылда ни бары дүртәү генә ҡалғандар – Сәрүәр инәй Насырова, Шәһит олатай Амакасов, Асия инәй менән Мәликә инәй Яҡуповалар.

Ҡыҙҙар ололарға үҙҙәре бешереп алып килгән сәк-сәкте күстәнәс итеп бирҙеләр. Олатай – инәйҙәр балалар тарафынан бүленгән бәләкәй генә иғтибарҙы ҡыуанып ҡабул иттеләр, уларға изге теләктәрен юлланылар.
2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан Матрай мәктәбенең 8 класс һәм Япарһаҙ мәктәбе уҡыусылары класс етәкселәре менән берлектә Махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәрҙең ата-әсәләренә барып хәлдәрен белделәр. Егеттәребеҙҙең ата-әсәләре ҙур ихласлыҡ менән балаларҙы ҡаршы алып, рәхмәттәрен әйтеп, илгә тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтһын тигән теләктәрен әйтеп оҙатып ҡалдылар.


Әлфиә КИЛДЕҒОЛОВА, Матрай ауылы

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас