Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
26 Февраль 2025, 09:30

Өскөл хаттар...

«…Ағайымдың вафатын ишетеү бик ауыр булды. Күҙемдән йәшем йылға булып аҡты. Әллә ниҙәр иҫкә төшөп бөттө», – тип яҙа олатайым йәш аралаш. Был юлдар уның ике туған ағаһы Имаметдин Әхмәров турында.

Өскөл хаттар...Өскөл хаттар...
Өскөл хаттар...

«Һомғол кәүҙәле, кәүҙәһен төп-төҙ тотоп, яурындарын һелкетә биреп атлаған, һәр ваҡыт күн итек кейеп йөрөгән бик һылыу ағай ине», – тип яҙа уның тураһында үҙенең иҫтәлектәрендә Хәмзә ағай Ҡашҡаров. – Ул «Коммунар»комбайны менән иген урҙы. Ураҡ тамамланһа, урында ултырып ашлыҡ һуҡты. Эштән һуң көн һайын Маһинур еңгәйҙе етәкләп клубҡа халыҡ уйыны «Наза»ға килә торғайны. Бик матур бейене. Бейеүе менән ауылда дан тотто. Уның кеүек оҫта бейегән кешене бүтән осратҡаным булманы. Бәлки минең күңелгә шулай һеңеп ҡалғандыр. Бер саҡ, һуғыштан алда, Баймаҡ колхоз-совхоз театрына һөнәрмәндәр – ҡурайсылар, музыканттар, йырсылар, бейеүселәр һайлап алырға тип Хөсәинов фамилиялы ағай килгән ине. Сәстәрен һыйыр ялаған һымаҡ итеп артҡа тарап һалған, ҡара костюм, ап-аҡ күлдәк кейеп, муйынына ҡара күбәләк бәйләгән. Һомғол кәүҙәле ағай , ҡулына ҡурай тотоп, һөнәрмәндәрҙе бейетеп-йырлатып һайлай ине. Имаметдин ағайҙы бейетеп ҡараны ла һоҡланыуын йәшермәй: «Үәт, эҙләгән кешенә таптым, һине бер һүҙһеҙ алабыҙ», – тип шатланды. Имаметдин ағай комбайнын ташлап бер ҡайҙа ла бармаясағын өҙә әйтеп барманы. Ул мандолина тауышына сәхнәлә бейей, ә иҙәндә уның итек тауышынан сыҡҡан көйгә башҡалар бейей торғайны.
Исҡужа ауылынан Абдуллин Хөсәйен ағайҙы ат менән алдырҙылар. Ул башта ҡурайҙа бер нисә оҙон көй уйнаны. Хөсәинов ағай Хөсәйен ағайҙың ҡурайын тотоп ҡарап торҙо ла: «Бигерәк йыуан, үҙе оҙон, был ҡурайҙа уйнарға минең көсөм етмәй», – тине. Унан үҙе ҡурайҙа уйнап йырлатты. Йыйылған халыҡ тын алмай тыңланы. Йыр тымғас, Хөсәинов ағай:
– Бара, бара, беҙгә ошондай һөнәрмәндәр кәрәк тә инде, – тип ҡыуанды.
– Ҡайҙа бара, кем ҡайҙа бара? – тип һораны Хөсәйен ағай.
– Беҙ һине Баймаҡ колхоз-совхоз театрына артист итеп алабыҙ!
– Ил буйлап тамаҡ туйҙырып йөрөмәһәм мин ас ултыраммы? Мин ауылды ташлап бер ҡайҙа ла бармайым, – тип Исҡужаһына ҡайтып китте.
Иртәгәһен Имаметдин менән Хөсәйен ағайҙарҙы контораға саҡырып тағы бер тапҡыр һөйләшеп ҡарағандар. Тегеләре конкрет баш тартҡан.
...Һуғышҡа Имаметдин ағайҙар РКК-ның обоз аттарын егеп, һәр арбаға өсәр-дүртәр кеше ултыртып алып киттеләр. Ҡашҡар ауыл Советына ҡараған алты ауылдан беренсе тапҡыр күп кеше фронтҡа китте. Оҙатыусылар менән урам тулған ине. Аттар ҡуҙғалып киткәс, иң арттағы арбала артҡа ҡарап ултырған Имаметдин ағай тыйыла ламай иланы. Арбала Имаметдин ағай илай, улар еккән туры ҡашҡа бейә үҙәк өҙгөс итеп ҡолонон саҡырып кешнәй, һарайҙа ҡолоно сырылдай – ҡыҙғаныс хәлде ишетеп-күреп торған барлыҡ оҙатыусылар илай. Иламаған кеше ҡалмағандыр. Оҙатыусылар: «Имаметдин илап китте, ауылын ҡабат күрә алмаҫын һиҙә микән... Ҡайтһа ғына ярар ине» – тинеләр.
Ҡайта алманы Имаметдин ағай. Ҡайҙалыр яу ҡырында ятып ҡалды».


Дүртенсе хат
«Хат башы. Яҙығыҙ ҡаршы.
Ҡәҙерле һәм хөрмәтле әсәйем! Һиңә һәм Сәбилә, Сәмсиниса ҡарындаштарыма, Ҡотлоғәлләм ағай менән еңгәйгә һәм дә Маһинур еңгәйемә, уларҙың тотош өй эсенә айырмайынса күп сәләм. Мин, әсәй, һеҙҙең 13 сентябрҙә яҙған хатығыҙҙы алып уҡып, бик ҡыуандым. Хәлегеҙҙе белгәс, үҙегеҙҙе күреп һөйләшкән кеүек булдым. Сәбилә ҡарындаш калдаущик булып эшләй тип яҙғанһығыҙ. Ул унда нисек эшләй? Булдыра алырмы икән? Ярай, тырышһын. Ҡотлоғәлләм ағайым ҡайһылай ранен булып ҡайтҡан? Күп буламы ҡайтҡанына? Шуны айырым яҙығыҙ. Әсәй, мах бирмәй донъя көтөргә тырышығыҙ. Минең теләк шул. Картуфығыҙ уңдымы? Бер ҡаҙағын да һатмағыҙ, йәме, үҙегеҙ аңлайһығыҙ бит. Шул минең яҙа торған һүҙ.
Инде минең хәлгә күсәйек. Уйын ҡаты. Саңғынан төшмәй йөрөйбөҙ, ҡара ерҙә өйрәтәләр. Мин үҙем автоматсы. Ун көн уйнайбыҙ ҙа 50-80 километрға поход. Йоҡо юҡ. Бында беҙ декабрь аҙаҡтарына тиклем торорбоҙ, тиҙәр. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, һау булһам, бер ҡайтырмын әле. Хуш, хуш, һау булығыҙ. Улың Сәмей. Хуш, Ҡотлоғәлләм ағай, хуш.
Ҡаҙан ҡалаһы, п/я 925/10
1942 йыл, 22 сентябрь».
Хаттың бер мөйөшөнә «Просмотрено военной цензурой. Казань, 72» тигән штамп баҫылған. Тимәк, цензура бик ҡаты булған, хатта латин хәрефе менән яҙылған хаттарҙы ла уҡығандар. Шуға күрә лә олатайым армия тормошо тураһында бик яҙып бармағандыр.
...Олатайым ҙур йылылыҡ менән иҫкә алып, айырым хушлашҡан Ҡотлоғәлләм – үрҙә телгә алып үткән Имаметдиндың ҡустыһы. Ул һуғышҡа Имаметдин ағаһы менән бергә китә. 1941 йылдың октябрь айҙарында янбашынан, тубығынан ҡаты яраланып, яралары төҙәлеп бөтмәҫ борон ҡултыҡ таяҡтарына таянып, бик ауырлыҡ менән ҡуҙғалып ҡайтып төшә.
Хәмзә Сәйфулла улы китабында уны ла ҙур йылылыҡ менән иҫкә алып үтә.
«Ҡотлоғәлләм ағай – был ҡәһәрле һуғыштан беҙҙең ауылға әйләнеп ҡайтҡан иң тәүге һуғышсы булды», – тип башлай ул яҙмаһын. – Ул һуғышҡа тиклем яҙғы-йәйге һәм көҙгө айҙарҙа колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө. Беренсе ҡар яуыу менән ҡыр йәнлектәренә һунар итә башлар ине. Колхоз уға ат беркетте. Ул ваҡытта колхоздарға һунарсылар тәғәйенләргә, ат һәм һунарсылыҡ ҡоралдары менән тәьмин итергә ҡушалар ине. Ҡашҡарҙа ике, Исҡужала бер һунарсы була торғайны. Улар тик һунарсылыҡ менән генә шөғөлләнделәр. Ҡотлоғәлләм ағайға заготживсырьела агент булып эшләгән кейәү тейеш кешеһе Мәҡсүтов Латиф бик ҙур, оҙон аяҡлы ала һунар эте килтереп бирҙе. Исеме Балкан ине. Ул эт, һунарҙан ҡайтһа, тик ята ла ҡуя торғайны. Кешелә лә,малда ла, эттә лә эше булманы. Ҡотлоғәлләм ағай, атын эйәрләп, мылтығын тот оп сыҡтымы, эт шатланып уйнай башлар ине. Ҡотлоғәлләм ағайҙың бер ваҡыт бер юлы ике бүре тотоп ҡайтҡас һөйләгәне иҫтә ҡалған. Ул, бүре эҙенә төшөп, ҡыуа башлай. Бүреләр күренгәс, этен ысҡындырып, бүреләр артынан ебәрә. Үҙе артынан йүгерә. Күп тә үтмәй, бүре менән алышҡан этен күрә. Бүрене атып үлтерә. Үҙе бүре менән булышҡан арала эте икенсе бүрене ҡыуып китә. Этен байтаҡ ара үткәс барып таба. Балкан икенсе бүрене быуып үлтереп, хужаһын көтөп ултырған була. Үҙе һуғышҡа киткәс, кемдәрҙер, бәйләп ҡуйған арҡанын ҡырҡып, этте алып киткәндәр. Шул китеүҙән эт юҡ була.
Ҡотлоғәлләм ағай, һаулығы шәптән булмаһа ла, ғәрипмен тип торманы: урындағы комбинаттан алып быймалар табанланы, тапочкалар текте, итек ремонтланы. Уларға айына 8-10 килограмм ашлыҡ паек бирәләр ине. Шуның менән ғаиләһен аҫраны. Һуңынан Юлдыбайға күсеп өй һалып инде. Итексе һөнәрен үҙләштерҙе.
Йомшаҡ тәбиғәтле, ипле һүҙле, һәр ваҡыт йылмайып ҡына һөйләшкән ағай ине ул. Аслыҡ фронтовиктарҙы ла урап үтмәне. Уларҙың өс ҡыҙы аслыҡтан мәрхүм булды. Ҡатыны Ҡолгиҙәр фермала һыйыр һауҙы, башмаҡтар ҡараны. Ағай йәшелсә үҫтерҙе».


Бишенсе хат
«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.
Ҡәҙерле әсәй!
Һине һағынып, бер ҡайтып күрергә зар-интизар булып, күптән-күп сәләмдәр ебәреп ҡалыусы улың Сәмей. Ике ҡарындашыма, Сәрбиямал апайыма бик күп сәләм. Нурфәйез менән Салауатты ҡайтып күреп, тупылдатып бер һөйөргә ине. Ҡотлоғәлләм ағайыма, уның ғаиләһенә, Маһинур еңгәйгә күп сәләм. Сәләм һуңында, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Шәп кенә тораһығыҙмы әле? Ашау-эсеү яғы нисек? Калхуз әҙерәк кенә булһа ла ярҙам итә аламы? Иген уңмаһа бик ҡыйындыр инде ашау яғы. Сәбилә ҡарындаш һаман да калдаущик булып эшләйме? Бик насар урында эшләй икән, әсәй. Йәш бит әле. Бик опасный урын. Икенсе эш юҡмы ни?
Әсәй, һыйырығыҙ бармы? Уны ашатырға бесән саба алмағанһығыҙҙыр инде. Апайым (Сәрбиямал) ауырымаймы? Ул нимә эшләй? Еҙнәйемдән хат бармы, ул нисек?
Әсәй, һеҙҙең имен-һау йәшәүегеҙҙе теләп, үҙемдең хәлемде белдерәм. Мин үҙем бик шәп кенә йөрөп ятам әле, ауырып-һыҙланғаным юҡ. Һаман да уйнайбыҙ. Көнө-төнө саңғыла, покой юҡ. Йоҡо тигән нәмәне оноттоҡ.Тулы хәрби обмундированиела поход та поход. Көнөн дә, төнөн дә. Бик ҡыйын. Ҡыйын булһа ҡалайтаһың, йөрөйһөң инде. Яңы йылды билдәләгән булдыҡ. Лекция уҡынылар. Ун километрға ярыштыҡ. Мин алда килдем. Бүләк итеп ҡулъяулыҡ биргән булдылар. Әсәй, беҙҙе оҙаҡлатмаҫтар инде. Мине уйлап ҡайғырма, мин дә, һау булһам, бер әйләнеп ҡайтырмын әле, һаулыҡ кәрәк. Белмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
Имен-һау тороуығыҙҙы теләп, һүҙемде бөтөрәм. Хуш-һау булығыҙ. Хуш, хуш, әсәй. Әсәй, ҡустылар һәм ҡарындаштар!
Һорау: Мифтах ҡустынан хат бармы? Кемдәр ҡайтты, кемдәр... юҡ. Шуны яҙығыҙ.
Мисәт. ТАССР, Ҡаҙан.
1943 йыл. 2 ғинуар».


Бер асылып китеп һөйләшеп ултырғанда мин Сәбилә апайыма олатайым биргән һорауҙы бирҙем: «Башҡа эш юҡ инеме ни?»
– Беҙҙән кем генә һорап торһон. Берсиҙәтел әйткәс, әсәйем дә, ауыр эш түгел, бар, тигәс, эшләнем дә киттем. Тик ултырған икән тип уйламағыҙ, колхоздың бөтә ауыр эшенә лә йөрөнөм. Өҫтөмә өҫтәлмә ауыр яуаплылыҡ ҡына алғанмын. Аҙаҡ ҡына белдем: ул эшкә бер кем дә риза булмаған икән. Бәлки, кулак ҡыҙы тип, мине юрамал ҡушҡандарҙыр.
– Нисек булды һуң ул?
– Келәт булған нәмәнең нигеҙе юҡ, дүрт мөйөшөнә түңгәк кенә ултыртып буралған алама ине. Аслыҡ йылында ни, берәүһе аҫтан шыуып инеп, иҙән булған нәмәне бырау менән тишкән дә ағыҙып урлап тик йөрөгән. Яҙ үлсәп ҡараһаҡ, орлоҡ етмәй. Ун йылға хөкөм иттеләр. Колымала ултырҙым. Берсиҙәтел, ҡыҙыңды миңә бирһәң, ҡотҡарырмын, тип сөсө телләнгәс, әсәйем ҡушып та ҡараны, ярҙамы теймәне. Ярҙам итә алмаҫын белгәндер, уңай ваҡыттан файҙаланып ҡалырға уйлағандыр, тип уйлайым.
– Колыманың ҡайһы тирәһендә ултырҙығыҙ?
– Магадан өлкәһе, Ягодный районының Спорный исемле ҡасабаһында. Ул ҡасаба хәҙер донъя йөҙөндә юҡ инде.
– Коля менән Валяның атаһы менән дә шунда таныштығыҙмы?
– Шунда. Һөйләһәң – һүҙ... Ярай, бер башлағас, һөйләйем инде. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһенә ҡаршы ирҙәр төрмәһе лә булды. Тәүҙә тәртип иҫ киткес ҡаты булды, ирҙәрҙе беҙгә яҡын да ебәрмәнеләр. Бер ваҡыт беҙҙе төрмә биләмәһенән сығарып теҙеп ҡуйҙылар ҙа... ирҙәр төрмәһен асты ла ҡуйҙылар. Ни уйлап улай ҡыланғандарҙыр, мин хәҙер ҙә аңламайым. Йылдар буйы ҡатын-ҡыҙ наҙы күрмәй ғазап сиккән ирҙәр яу һалып беҙгә ташланды. Эш хөрт икәнен һиҙгәс (ҡайҙа ҡасаһың, ҡасыр ер юҡ), мин йән көсөм менән:
– Кто из Башкирии? Есть кто из Башкирии? – тип ҡысҡырып өлгөрҙөм. Павел мине ҡосаҡлап алды ла бер кемгә лә бирмәне. Миәкә сыуашы булып сыҡты.
– Шунан?
– Шунан 1947 йылда – Коля, 1950 йылда Валя тыуҙы. Матур, татыу йәшәнек. Павел өлкән кеше ине. Ҡайтҡас, Миәкәгә ҡайтып, балаларымды күреп киләм, Өфө тирәһендә эш тапҡас, һине килеп алырмын, тип сығып китте лә... юғалды. Көттөм-көттөм дә киттем Миәкәгә эҙләргә. Балалары күп булған икән. Әбейе өйөнә лә индермәне. Павелды бүтәнсә күрә алманым.
***
Был Сәмиғулла олатайымдың һуңғы хаты була. Шунан уның менән элемтә бөтөнләйгә өҙөлә. Нимә булғанын бер кем дә белмәй. «Сәмиғулла Хөснөтдин улы Әхмәров, 1919 йылғы, 1943 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғалды», – тигән кеше күтәргеһеҙ ауыр хәбәре генә килә. Шулай итеп, Сәмиғулла олатайым Ҡотлоғәлләм ағаһының һуғыштан I төркөм инвалиды булып ярым үлек хәлдә ҡайтып йығылғанын да, Мифтах ҡустыһының 1942 йылда уҡ хәбәрһеҙ юғалғанын да, 16 йәше лә тулмаған Сәбилә ҡарындашының ҙур бәләгә тарығанын да ишетмәй, 24 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша.
Егет үҙе үлһә лә, һүҙе ҡала, тиҙәр. Шуны раҫлар өсөн миллиондарса ҡорбан араһында юғалып ҡалған яугир олатайымдың яу яланынан яҙған хаттарын, йылдар төпкөлөнән килгән бер ауаз булһын тип, һүҙмә-һүҙ тигәндәй күсереп һеҙгә еткереп ултырыуым.


Фәрит ӘХМӘРОВ, хаҡлы ялдағы таусы.
Сибай ҡалаһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас