Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
26 Февраль 2025, 08:10

Йыл йомғаҡтары барланды, исемле йылға старт бирелде..

Үткән аҙнала Йылайыр мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған күләмле сара үтте. Йыл йомғаҡтарын барлау, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылын, шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын асыу тантанаһы булды.

Мәртәбәле сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов тәбрикләп, тамаша залында ултырған барлыҡ ир-егеттәрҙе, бөгөнгө көндә хәрби бурысын үтәп йөрөүсе һалдаттарыбыҙҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлап изге теләктәрен юлланы. Артабан үҙенең сығышында ул, 2024 йылдағы мөһим эш һөҙөмтәләренә байҡау яһаны. Һөҙөмтәләргә ҡарап, уҙған йылды районыбыҙ яҡшы күрһәткестәр менән тамамлаған тип әйтергә була.
Шулай уҡ район Советы рәйесе Геннадий Васильевич Туленков сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Тантаналы сараның икенсе өлөшөндә намыҫлы хеҙмәттәре һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн район ойошмаларының бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.


Тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан яҡлап, Ватаныбыҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормошобоҙ хаҡына үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерҙәрен биргән Геройҙарыбыҙ – Айрат Яңыбай улы Аллабирҙин менән Иль Әбделәхәт улы Бикбулатовтың ата-әсәләренә Борис Николаевич Мелкоедов «Батырлыҡ» ордендары тапшырып үтте. Уларҙың батырлығы бер ҡасан да онотолмаҫ. Беҙ яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, тине ул.


Тамашасылар, саҡырылған һәм килгән ҡунаҡтар был көндө исемле йылдар һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилейы уңайынан ойошторолған сағыу күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре менән танышты.
Сара бай һәм йөкмәткеле концерт программаһы менән тамамланды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас