Бөйөк Еңеүгә – 80
Редакциянан.
Заманында беҙҙең район гәзите биттәрендә һуғыш ветерандары тураһында мәҡәләләр менән Әмир ағай Моратовтан (1926-2003) күп яҙыусы булмағандыр. Үҙе утлы яу юлдары үткән фронтовик-уҡытыусы, журналист ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне, яҡташ яугирҙәре, тыл ҡаһармандары хаҡындағы хәтирәләрен туплап, ул бер нисә китап сығарҙы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Әмир Фәттәх улының бөгөн инде бик ҡәҙерле тарихы ҡомартҡыға иш булған шул яҙмаларына мөрәжәғәт итергә булдыҡ һәм уның китаптарына ингән бер нисә мәҡәләһен гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Мәҡәләләрҙә телгә алынған яу һәм тыл батырҙары, улар тураһында яҙған авторҙа бөгөн беҙҙең арала юҡтар инде, әммә улар тураһында изге хәтер яҡташтары, туғандары күңелендә йәшәй. Уларҙың исем-шәрифтәрен йәмәғәт алдына сығарып, рухтарын шатландырайыҡ.
Барлау
Беҙ 86 егет инек.
Сәстәре мөнтәп алынған, ҡайһыларына 17 йәш тә тулмаған 86 үҫмерҙе 1943 йылдың һалҡын ноябре иртәһендә Матрай район хәрби комиссариаты алдында теҙеп ҡуйҙылар. (Хәҙер ул район юк инде: эреләтелгәндән һуң уның территоряһы Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондарына индерелде). Тирә-яғыбыҙҙа һуғыш килтергән хәсрәттәрҙән ҡапыл ҡартайып киткән әсәйҙәребеҙ шым ғына баҫып тора, ҡырҡ ямаулы бишмәт, туҙған оло ботинкалар кейгән ҡусты-һеңлеләребеҙ оҙаҡ көтөүҙән өшөп бөткән, тиңдәштәребеҙ – үҫмер ҡыҙҙар, үҙҙәренең тәүге һәм үтә ҡыҫҡа мөхәббәттәренең яҙмыштары өсөн шомланып, өнһөҙ ҡараштарын беҙгә төбәгән. Илау-һыҡтау ҙа, күҙ йәштәре лә юҡ – көтөлмәгән юғалтыуҙар, мәхрүмлектәр, донъя михнәттәре кешеләрҙе шулай күндәмләндергән.
Беҙҙе, 1926 йылғыларҙы, һуғышҡа оҙаталар.
Һуңғы барлау бара:
– Абдуллин Ғәлимйән!
– Мин.
– Байназаров Ниғәмәт! Булатов Зәйнитдин! Булатов Ҡыям! Италмасов Мырҙабулат! Ҡоҙашов Камил! Ленкин Григорий! Нәҙерғолов Ғүмәр! Нурғәлин Хөснулла! Рәйемов Шәкир! Солтанов Ғәйнитдин! Сөләймәнов Ғатаулла! Сөләймәнов Рафиҡ! Тиманкин Владимир! Торошов Мөхитдин!.. Цыкало Иван!.. Юламанов Мәһәҙей!..
– Мин...Мин...Мин...
Һикһән алтыбыҙ ҙа шулай тип яуап бирҙек.
Һуғыш осоро беҙҙе егет ҡорона тиҙ еткерҙе. Беҙгә элек өлкәндәргә ышанып тапшырылмаған яуаплы эштәрҙе йөкмәттеләр. Беҙҙең арала ун биш-ун алты йәшендә саҡта бригадир, ферма мөдире, бухгалтер, мәктәп мөдире вазифаларына ҡуйылған үҫмерҙәр ҙә, ун ете йәшлек колхоз председателдәре лә, хатта район кимәлендә яуаплы работниктар ҙа булды. Һәм беҙ, нығынмаған билдәребеҙ һығылып китһә лә, был ауыр йөктәрҙе хәлсә тырышып-тырмашып тартҡан булдыҡ. Ә беҙҙең менән бер йылғы Олег Кошевой ун алты йәшендә Краснодонда фашизм менән тиңһеҙ алышҡа сыҡҡан йәш гвардеецтар ойошмаһы менән етәкселек итте һәм ошо алышта, тарихи подвиг яһап, һәләк булды. Беҙ йәштәшебеҙҙең был ҡаһарманлығы тураһында белә инек инде. Оҙаҡламай икенсе бер тиҫтеребеҙ – гвардия рядовойы Юрий Смирновтың тиңдәшһеҙ ҡаһарманлығы хаҡында билдәле булды.
Шулай итеп, өлкән быуын кешеләренең – граждандар һуғышы осоро йәштәренең, Николай Островский һәм Аркадий Гайдарҙарҙың яҙмышы беҙҙең яҙмышта ла ҡабатланды.
Беҙ үҙебеҙҙең Тыуған ил яҙмышы өсөн яуаплы булыуыбыҙҙы бөтә тәрәнлеге, етдилеге менән аңланыҡ, дошманды еңеү хаҡына бөтә ҡаһарманлыҡтарға ла әҙер инек. Һәм мин шул митингыла, бик ныҡ тулҡынланып, 1926 йыл тыуған призивниктар исеменән хушлашыу телмәре һөйләнем, беҙҙе оҙатыусыларҙы, фронтҡа барғас, дошман менән сая алышырбыҙ, тик еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип ышандырҙым. (Был митинг тураһында репортаж райондың «Коммунизм өсөн» газетаһында шул айҙағы бер номерҙа баҫылып сыҡҡан. Аҙаҡ уны яҙыусы Мөслим Әбсәләмов үҙенең «Сонтор бала саҡ» тигән повесында, «Йөрәккә уйылған июнь» бүлегендә файҙаланды).
Тиҙҙән яугирлыҡ тормошобоҙ башланып китте. Ләкин ул, һалдат хеҙмәте, төрлөбөҙгә төрлөсә һуҙылды. Берәүҙәр, фронтта ҡаты йәрәхәтләнеп, бер-ике йылдан әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булдылар, икенселәр, бөтә һуғыш юлдарын үтеп, еңеү менән, ләкин 7-8 йылдан һуң ғына ҡайттылар. Ә күптәр... күптәр мәңгелеккә сафта ҡалдылар. Уларҙың исемдәре мемориалдарға уйып яҙылды, кешеләр хәтерендә һәм йөрәгендә мәңгелккә ҡалды.
...Бына мин, утлы яуҙарҙан имен-аман сыҡҡан, тере ҡалғандарҙың береһе, биш тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үткәс, уйым менән йәштәштәремде барлайым.
– Абдуллин Зиннур!.
Бер минутлыҡ тынлыҡ. Һәм алыҫ Украина яландарынан тантаналы яуап ишетәм:
– 1944 йылда социалистик Ватанды немец-фашист окупанттарынан һаҡланған саҡта һәләк булды!
Зиннур һуғышҡа тиклем Юлдыбай урта мәктәбендә уҡыны, унан «Ҡыҙыл Йылайыр» колхозында эшләне. Һуғышта, комсомолецтарға хас булғанса, ҡыйыулыҡ, таҫыллыҡ күрһәтә. Сумы өлкәһендәге Самбур ауылын азат иткәндә һәләк була. Ауыл пионерҙары уның ҡәберен тәрбиәләп тоталар. Мәктәптең Хәрби Дан мөйөшөндә яҡташыбыҙҙың фотоһы һәм уның подвигы тураһында яҙыу тора Бер пионер отряды десантсы Зиннур Абдуллин исемен йөрөтте.
– Мәхмүтов Әбделхәй!
– Тыуған ил өсөн ҡаһармандарса һәләк булды!
Әбделхәй беҙҙең арала беренсе булып “һуғыш сынығыуы” алды: боевой автоматты таҙартҡан саҡта сержант-командирҙың алабарманлығы арҡаһында ҡулы ҡаты яраланды. Фронтҡа оҙатылғанға тиклем үк Әбделхәйгә хирургия операцияһын кисерергә һәм госпиталдә бер ай «аунарға» тура килде. Һауыҡҡас, ул да беҙҙең артса һуғышҡа инә һәм оҙаҡламай һәләк булып ҡала.
– Бабушкин Александр!
Саша 1945 йылдың 11 майында капитуляциянан һуң да бирелмәгән эсэсовсылар менән бәрелештә һәләк булды. Ун туғыҙынсы йәше менән барғанда, Еңеү көнөн үҙ күҙҙәре менән күреп үлеп ҡалды. Уның кәүҙәһе Польшала, Краков воеводствоһындағы Кебеж ауылында, 2-се номерлы ҡәберҙә.
– Абдуллин Ғәлимйән!
Яу юлдарын намыҫ менән үткән ауылдашым Еңеү көнөн күрә алды. Әммә уға тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтырға насип булманы. Һуғыштан һуң уларҙың часын Көнбайыш Украинаға күсергәйнеләр. Ғәлимйән 1947 йылдың 2 майында ҡораллы бандеровсылар бандаһы менән алышта үлтерелә. Васитоватая станцияһында ерләнгән...
– Грунин Алексей!
– Мин!.. – Бер аҙым алға сығып, ҡарлыҡҡаныраҡ тоноҡ тауыш менән яуап бирә өлкәнәйгән кеше һәм, уң аяғына бик ныҡ аҡһап, кире сафҡа баҫа. Оҙаҡ йылдар район элемтә бүлегендә, унан һуң «Юлыбай» совхозында кассир булып эшләгән Алексей Алексеевич Грунин ун һигеҙ йәше тулыр-тулмаҫтан ғына һуғыш инвалиды булып ҡалды. 1944 йылда Польшаны азат иткәндә ауыр яралана ул. Һуғыш яланынан уны йәштәше һәм райондашы Александр Гудков йөкмәп алып сыға. Врачтар һалдаттың йәрәхәтләнгән аяғын ампутировать итергә мәжбүр булалар.
– Теүәлов Ғаяс!
Ҡултыҡ таяҡтарына таянған, күкрәген ике Ватан һуғышы ордены биҙәгән ир кеше сафтан сыға. Фронтта ул орудие командиры була. Һуғыштарҙың береһендә снаряд ярсығы уның бер аяғын өҙөп алып китә. Ҡултыҡ таяҡтары – оҙаҡ йылдар «Башҡорт» совхозының кадрҙар бүлеге инспекторы булып эшләгән Теүәлов өсөн үткән һуғыштың мәңгелек иҫтәлеге.
– Атанов Сәғәҙәт!
Һуғыш, тәненә ҡот осҡос тамға һалып, уның йәшлеген дә уттарында көйҙөрҙө. Фронттан ул 1944 йылда уҡ, күкрәгенә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тағып, һуғыш инвалиды булып ҡайтты. Һуғыштан һуң агроном белеме алды.
– Иванов Алексей!
Һуғыш йылдарында кесе сержант Иванов сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң ауыр йәрәхәтләнә: дөмөгөп бөтмәгән фашист ҡалдығы уның аяғына атып ҡаты яралай. Был да – һуғыш. Яраланыу арҡаһында 1946 йылда демобилизациялана. Пенсияға сыҡҡансы, «Яманһаҙ» совхозының алдынғы тракторисы булды.
– Дәүләтҡолов Ҡорбанғәли!
– М...иин... – ныҡ ҡына тотлоғоп яуаплай сәстәренә ҡырау төшкән минең ҡорҙашым, элекке пехотинец. Уның һуғышсан юлы Великие Лукиҙан Прагаға ҡәҙәр һуҙылған. Фронтта булған бер йыл эсендә генә ун һигеҙ йәшлек һалдат биленән ҡаты яраланып һәм уның өҫтөнә контузия алып өлгөрә. Яра һәм контузиялар әле булһа үҙҙәрен һиҙҙереп, һуғышты хәтерләтеп тора. Ҡорбанғәли фронтта үҙенең күп кенән йәштәштәрен, шул эстән райондаштары Фәйзерәхмән Кадаевты һәм Яхья Балапановты, ерләгән. Уның күкрәгендә һалдат даны билдәләре: Ватан һуғышы ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы.
– Гуров Егор!
Воскресенка егете Егор Гуровтың фронт яҙмышы ла шуға оҡшаш. 1944 йылдың июленән алып 63-сө уҡсы полк составында Карельск фронтында, унан 1-се Балтик буйы фронтында һуғыш операцияларында ҡатнаша. Декабрҙә контузия алып, ай тирәһе медсанбатта ятып сыға. Ә 1945 йылдың 13 февралендә бер-бер артлы ике мәртәбә (һул ҡул суғынан һәм ҡалаҡ һөйәгенән) ҡаты яра ала. Каунас һәм Арзамас госпиталдәрендә дауаланғас, 13 майҙа уны, икенсе группа һуғыш инвалиды тип танып, өйөнә ҡайтаралар. «Беҙҙең полкта юғалтыуҙар ҙур булды, – тип хәтерләй Егор Титович. – Уның сафында Матрай районынан 26 егет һуғыштыҡ, тик өсәү генә: дуҫым Әбделхәй Сәйетов, Абдрахман Уразғолов һәм мин генә иҫән ҡалдыҡ».
Алкино хәрби лагеры буйынса хеҙмәттәшем Юланов Алламоратты саҡырам.
«Мине десантсылар отделениеһының командиры итеп билдәләнгәндә, – тип һөйләй Ленин орденлы «Матрай» совхозының ветераны Юланов, – миңә 18 генә йәш ине. Тәүге ярамды 1944 йылдың 29 июнендә бер тимер юл станцияһын азат иткәндә алдым. Госпиталдән һуң 1-се айырым Суворов орденлы гвардия огнемет батальоны составында һуғышырға тура килде. Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаштым, һуғыштар менән Одерға барып еттем. Шундағы бер хәл хәтергә төшә. 19 апрелгә ҡараған төндә дошмандың разведчиктар группаһы, «тел» алырға булып, кәмәләр менән беҙҙең яҡҡа сығырға самаланылар. Ләкин беҙ уяу һәм һиҙгер тора инек. Улар ярға килеп терәлеү менән ҡаты һәм ҡыҫҡа ғына ҡул һуғышы булып алды, һәм иҫән ҡалған алты фашист десантсыһы үҙҙәре үк «телгә» әүерелде. Отделениемдағы 12 һалдатты ла «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлауға тәҡдим иттеләр.
– Барлауҙа – Кулик Петр.
Ул минең полкташым. Бер үк районда йәшәһәк тә, армияға алынғанға тиклем беҙ бер-беребеҙҙе белмәй инек. Һалдат яҙмышы беҙҙе Алкино лагерында осраштырҙы, бер артдивизионда хеҙмәт иттек. Унан пехота училищиеһында осраштыҡ, һуғышта ла бер үк дивизияла булғанбыҙ. Һуғышсан юлыбыҙ Австрия Альптарында тамамланды. Петрҙың һуғышта күрһәткән батырлыҡтары тураһында күкрәгендәге II дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордендары асыҡ һөйләй. Ул оҙаҡ йылдар «Маҡан» совхозында шофер булып эшләне, һуғышсан наградалары «Почет» ордены һәм башҡа миҙалдар өҫтәлде.
– Аллабирҙин Хөрмәт! Булатов Әбделхәй! Буранбаев Ғиниәт! Бураншин Вәкил! Вәлитов Әхмәтхан! Ғәбитов Рәхмәт! Ишкилдин Сәғит! Ленкин Григорий! Филимонов Яков!..
Улар ҙа Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Ләкин улар беҙҙең арала юҡ.
– Әбделмәнов Зәбихулла! Байғужин Ғиззәтулла! Ғаббасов Хөснөлхаҡ! Грачев Василий! Дәүләтҡолов Сибәғәт! Исәкәев Ирғәли! Моталлапов Мырҙабулат! Мысырғалин Кинйәбай! Сапожников Николай! Тауылбаев Зәйнулла! Тулыбаев Әхмәтйән!..
– Һәләк булды... Батырҙарса үлде...
Тағы ла бик күп тиҫтерҙәремде һанап еткерә алманым мин. Уларҙың ҡәберҙәре Украина яландарында, Беллоруссия һаҙлыҡтарында, Молдавияла, Балтик буйында, Польшала, Германияла, Венгрияла, Австрияла, Чехославакияла... Ул саҡта уларға ун ете, ун һигеҙ, ун туғыҙар ғына йәш ине. Ә беҙ, тере ҡалғандар, уларҙың йәшен өс-дүрт тапҡырҙан да күберәк йәшәгән булып сығабыҙ.
Ҡайһылай алыҫ киткән беҙҙән ул һуғыш. Ләкин киткәнме һуң? Ул ҡайһы саҡ, төштәргә инеп, йөрәкте өшөтә, яра булып һыҙлап, контузия булып дыулап, хәтерләтеп тора. Алыҫ 1943 йылдың ноябрь иртәһендә Ватанды һаҡларға бергә киткән йәштәштәр, ярты Европаны бергә атлап үткән дуҫтар, яу яландарында ятып ҡалып, исемдәре мемориалдарға һәм ихтирамлы кешеләр йөрәгенә мәңгегә уйып яҙылған ҡорҙаштар иҫкә төшә.
Әмир Моратов
(«Хәтер» китабы, Өфө, 1991 й.)