Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
9 Апрель 2025, 05:17

Быуындар бәйләнеше

«Йәшлек» республика гәзитенең быйылғы 21 март һанында «Яугир иҫтәлегенә арналды» исемле мәҡәләне уҡып, ҡайғы ҡатыш ҡыуаныс кисерҙем. Һүҙ 51йәшлек өлкән лейтенант, күп хәрби наградалар кавалеры Марат Рәфҡәт улы Мәхийәновтың махсус хәрби операцияла һәләк булыуы һәм ул уҡыған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уның иҫтәлегенә Герой партаһы булдырылыуы һәм шашка-шахмат турниры ойошторолоуы тураһында бара. Ә Мараттың атаһы Рәфҡәт Хәйрулла улы беҙҙең Мәҡсүт ауылы кешеһе бит!

Быуындар бәйләнешеБыуындар бәйләнеше
Быуындар бәйләнеше

2015-2017 йылдарҙа ауылыбыҙҙа буш торған мәктәп бинаһын мәсет итеп ҡулланыу мәшәҡәттәре менән булышҡан саҡта, Сибайҙа йәшәгән Мәхийәновтар – Рәфҡәт ағай үҙенең ике улы Марат һәм Альберт менән ошо изге эштәрҙең уртаһында йөрөгән ине. Шуның өсөн дә Аллаһ йортон асыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин диндар Рәфҡәт Хәйрулла улын Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманында Йылайыр, Хәйбулла райондарында, Сибай ҡалаһында 40 йылға яҡын ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған билдәле педагог (әйткәндәй, ул Мәҡсүт мәктәбендә беҙҙе лә 1-се синыфтан уҡытты), әүҙем йәмәғәтсе, һуңғы йылдарҙа дин юлында йөрөгән Р.Х. Мәхийәнов 2018 йылдың ғинуарында баҡыйлыҡҡа күсте, йәне йәннәттә булһын!
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: Рәфҡәт Хәйрулла улының атаһы, Мараттың ҡартатаһы Хәйрулла Аллабирҙин Мәҡсүт ауылының колхоз парторгы булып эшләп йөрөгән еренән, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә. Батыр алыша дошман менән яугир, әммә, бер яу барышында ҡамалышта ҡалып, Курск янында яралы көйө әсирлеккә эләгә. Тотҡонда үҙен ғорур тота коммунист Аллабирҙин. Фашистар, уның ихтиярын һындырыу маҡсатында, төрлөсә мәсхәрәләйҙәр. Фроновик – әҙип Әмир Моратов яҙыуынса, Хәйрулланы айырым ситлеккә ябып ҡуялар, ашарға-эсергә бирмәйҙәр, ҡыш етеп ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, өҫтөндәге бөтә кейемен һыпырып алып, ялан аяҡ көйөнсә ҡалдыралар. Язалауҙар, мәсхәрәләүҙәр арҡаһында ҡаҡ һөйәккә ҡалһа ла, һыр бирмәй ул, үҙе кеүек ҡоллоҡта булған иптәштәрен рухландырырға үҙендә көс таба. Дошман тотҡононда һәләк була ғорур, баш эймәҫ коммунист, рота парторгы Аллабирҙин.
Хәйрулланың тылда дүрт балаһы менән ҡалған 32 йәшлек Йәүһәр апай Мәҡсүт ауылы тарихында «комун әбей» исеме менән инеп ҡалған. Иренең үлеме өсөн дошмандан үс алырға, еңеү көнөн тағы ла тиҙләтергә теләп, һалдат ҡатыны коммунист Йәүһәр Аллабирҙина бөтә ҡайғыһын колхоз, йәмәғәт эше, донъя мәшәҡәттәре менән баҫырға тырышты, эшкә сәмләнеп тотона. Балаларына лайыҡлы тәрбиә биреүгә лә күп көс һала. Ғаиләлә өс ҡыҙ араһында яңғыҙ үҫкән, атаһынан имсәк бала ғына булып ҡалған малай Рәфҡәт һуңынан юғары белемле уҡытыусы булып китә...
Марат Рәфҡәт улы Мәхийәнов 1972 йылдың 17 февралендә Юлдыбай ауылында донъяға килә. 1979 йылда Хәйбулла районының Һамар урта мәктәбендә 1-се класҡа уҡырға бара. Уның мәктәп йылдары төрлө ваҡиғаларға бай һәм сағыу була: ул бик яҡшы уҡый, мәктәптә уҙғарылған бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Маратҡа айырыуса математика, алгебра, физика фәндәре оҡшай. Ул шахматта бик оҫта уйнай: 4-се класта уҡыған саҡта район ярышында беренсе урын яулай. Уҡыуҙағы юғары уңыштары һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Мәскәү ҡалаһына туристик путевка менән бүләкләнә.
1968 йылда Марат уҡыуын Өфөләге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында дауам итә. Бында ла һынатмай – үҙен һәләтле, бар яҡтан да булдыҡлы уҡыусы итеп таныта. ГТО-ның ҡышҡы төрҙәре менән шөғөлләнә һәм спорт мастеры кандидаты нормативын үтәй. Бынан тыш, ул мәктәптең художество үҙешмәкәрлегендә ҡатнаша, түңәрәктәргә йөрөй. Мәктәптең данын саңғы ярыштарында яҡлай һәм призлы урындар яулай.
Мәктәптән һуң Марат биш йыл Өфө дәүләт авиация техник университетында «Автоматлаштырылған идара итеү системалары» һөнәре буйынса белем ала, бер үк ваҡытта университеттың «Самолеттар, вертолеттар һәм авиация ракеталарының радиоэлектрон йыһаздарын эксплуатациялау һәм ремонтлау» хәрби иҫәп белгесе буйынса хәрби кафедраны ла тамамлай.
1994-1996 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Хәрби көстәрендә хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас, 1999-2002 йылдарҙа Эске эштәр министрлығы структураһында эшләй. 2001 йылда Марат Чечен Республикаһында конституцион тәртипте тергеҙеүгә бәйле командировкаға ебәрелә һәм «За верность долгу» миҙалы менән бүләкләнә, «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» исеменә лайыҡ була. 2002 йылдың майынан һалым полицияһы хеҙмәтендә эшләй башлай.
Махсус хәрби операция башланғас, Марат Мәхийәнов мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ул 1-се танкыға ҡаршы батареяның взвод командиры була. 2023 йылдың 29 ғинуарында яҡташыбыҙ, өлкән лейтенант М.Р.Мәхийәнов һәләк була. Ул ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем хәрби антына тоғро ҡалды, үҙенең гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәне.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы, ҡаһарманлығы һәм фиҙәҡәрлеге өсөн офицер Марат Рәфҡәт улы үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана.
Батыр яугирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында гимназияла Герой партаһы булдырылған. Ул тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү кабинетында асылған. Уның иҫтәлегенә гимназияла икенсе тапҡыр шашка-шахмат турниры ойошторола.
Турнирҙы ойоштороуҙа Мараттың ғаиләһе, һабаҡташтары бар яҡлап та матди ярҙам күрһәтә.
Беҙ, Мараттың яҡташтары, батыр яугир менән хаҡлы ғорурланабыҙ!

#Связь поколений 

#ИДРеспубликаБашкортостан 
Ильяс ТАКАЛОВ.
Һүрәттә: Марат Мәхийәновтың иҫтәлегенә Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында махсус батырлыҡ стенды эшләнгән.

 

Быуындар бәйләнеше
Быуындар бәйләнеше
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас