Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
9 Апрель 2025, 10:02

Быуындар бәйләнеше

Ҡартатаһы кеүек ил һағына баҫҡан «Башкир»ға Суворов миҙалы. Ата-бабаларыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып илебеҙ алдында оло бурыстарын башҡарған ҡартатайҙарыбыҙҙың нисек һуғышҡаны, нисек окоптарҙа өшөгәне, нисек яуға барғаны һәм аслыҡҡа түҙгәне тураһында беҙ бик аҙ беләбеҙ, был бик үкенесле, әлбиттә... Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тарих эҙҙәре буйлап, быуындар бәйләнешен юғалтмай, һәр батырыбыҙҙы хәтерҙә һаҡлайбыҙ, өйрәнәбеҙ.Йомағужа ауылынан да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ир-егеттәр бик күп булған. Ошо ветерандар исемлегендә Сәитбаттал Ҡәһәрмән улы Аҡҡужин да бар. Уның батырлығы алдында баш эйәбеҙ, беҙгә яҡты киләсәк бүләк иткәне өсөн рәхмәтле булырға тейешбеҙ.Кем уйлаған... шундай ауыр мәлдәр тағы ла әйләнеп килер тип. Эйе, бөгөн барған махсус хәрби операция тураһында һүҙебеҙ... Унда хеҙмәт иткән яугирҙәребеҙгә Хоҙай сабырлыҡ, һаулыҡ бирһен инде!

Быуындар бәйләнешеБыуындар бәйләнеше
Быуындар бәйләнеше

Был ҡәһәрле мәлдең башланыуы менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ һағына баҫты, ата-олаталарыбыҙ юлына баҫты тиһәк тә хата булмаҫ. Улар үҙ иңдәренә төшкән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Тыуған иле һәм яҡындары өсөн яу яланында йөрөй. Бына шундай егеттәребеҙҙең береһе, Сәитбаттал олатайҙың ейәне, «Башкир» позывнойлы Йомағужа егете.
Яҡташыбыҙ бына инде ике йылдан ашыу махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Дуҫтары кеүек илһөйәр уҙаман дәүләтебеҙгә хәүеф янағанда ситтә ҡалырға теләмәй, тыуған ил саҡырыуын ҡабул итеп, тыныслыҡ хаҡына үҙ ирке менән МХО-ла ҡатнашырға теләк белдерә һәм үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Уның батырлығына ҡарап быуындар бәйләнешенең ныҡлы һәм тамырлы булыуына тағы ла бер инанабыҙ. Тыныс ил, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең киләсәге өсөн һуғышҡан ҡартатаһының дауамы булып үҫкән «Башкир» бөгөн ғорурлыҡ килтерә, өлгө булып тора.
Күптән түгел уның батырлығы ҙур билдә – Рәсәй Федерацияһы Президенты указына ярашлы, Суворов миҙалы менән билдәләнде. Башҡорт яугирҙәре һәр ҡайҙа ла үҙҙәрен һынатмай шул. Бындай оло наградаға лайыҡ булыу – райондаштарыбыҙ, тотош республикабыҙ өсөн ҙур баһа.
Матур ғаиләлә, дүрт малай араһында өсөнсө бала булып буй еткергән яугиргә яҡындары, туғандарының ул һайлаған хеҙмәт юлын аңлап ҡабул итеүе көс һәм ышаныс бирә. Үҙенең ҡарарын да ул дөрөҫ тип һанай.
Шундай етди ҡарарға килеп, үҙ тормошон ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған «Башкир» менән ғорурланабыҙ. Хеҙмәт итеү осоронда яҡындары янына өс тапҡыр ҡайтып кире юлланған яҡташыбыҙ киләһе осрашыуға әҙерләнә, тиҙҙән ҡәҙерле кешеләре янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтасаҡ ул, насип булһын! Йөрөгән юлдарының һәр саҡ яҡты, тыныс булыуын теләйбеҙ!

 

#Связь поколений#ИДРеспубликаБашкортостан  


Фото ғаилә архивынан алынды.

Быуындар бәйләнеше
Быуындар бәйләнеше
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас