Уны ойоштороуҙа район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов, мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Амакасова, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының урындағы бүлексә етәксеһе Рөстәм Ураҡов, район дауаханаһы баш табибы Данис Ғәлин, ветерандар Советы рәйесе Надежда Булавина, Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленка ҡатнашты.
Был көндө уҙған сәмле ярыштарҙа бөтәһе 10 команда көс һынашты. Барлыҡ уҡыусылар ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлыҡ аша килгән ҡаршылыҡтарҙы үтеп еңеүгә ынтылыш күрһәтте. Күп төрлө эстафеталарҙа ҡатнашты, стройҙа йөрөү, беренсе ярҙам күрһәтеү, хәрби белем, атыу әҙерлеге кеүек башҡа йүнәлештәрҙә лә оҫталыҡтарын асып һалды.
Ярыш булғас еңеүселәре лә була, тигәндәй, ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булған уйындарҙың тормошта файҙалы булыуын яҡшы аңлаған йәштәрҙән төҙөлгән командалар араһында киләһе урындар билдәләнде:
Өлкән төркөм:
1-се урын – Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы;
2-се урын – Дмитриевка урта мәктәбе;
3-сө урын – М.Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай урта мәктәбе;
Урта төркөм:
1-се урын – Бәрҙәш урта мәктәбе;
2-се урын – Н.Ириков исемендәге урта мәктәп;
3-сө урын – Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы.
Еңеүселәрҙе һәм уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларҙы ҡотлайбыҙ!
Евгений ВЕНИДИКТОВ фотолары.