Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
17 Апрель 2025, 04:41

Батырлыҡ рухы быуындар аша килә

Ҡаһарман Бикбулатовтар быуыны ил тарихында яңы биттәр яҙа...

Батырлыҡ рухы быуындар аша киләБатырлыҡ рухы быуындар аша килә
Батырлыҡ рухы быуындар аша килә

Батырлыҡ рухы быуындар аша килә
Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, тыныс тормош шарттарында халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу осоронда, 40-сы йылдар аҙағында һәм 50-се йылдар башында, донъяға килгән барлыҡ сабыйҙарҙың тиерлек атай-әсәйҙәре яу һәм тыл ветерандары булды. Мәҫәлән, беҙҙең бәләкәй генә Мәҡсүт ауылында ғына ул дәүерҙә 20-гә яҡын фронтовиктар бар ине. Уларҙың һәр береһенең яу яҙмышы ҙур-ҙур тарихи мәҡәләләргә торошло булғандыр. Әммә, үкенескә ҡаршы, балалыҡ менән утлы һуғыш юлдарын үткән ауылдаштарыбыҙҙың һөйләгәндәрен хәтер дәфтәрҙәребеҙгә яҙып ҡалдырмағанбыҙ. Бөгөн инде Бөйөк Еңеү һалдаттары беҙҙең арала юҡтар, уларҙың исемдәре тик һәйкәл, таҡтаташтарҙа һәм, әлбиттә, туған-яҡындарының күңел түрендә һаҡлана...
Үҙенең фронтовик атаһы Һибәтулла Хисаметдин улы тураһында 1952 йылғы ауылдашым Әбделәхәт Бикбулатов күп тапҡыр матбуғат биттәрендә яҙғаны булды. Афариндан башҡа уға тағы ниндәй маҡтау һүҙҙәре әйтәһең. Элек яҙғандарына өҫтәмә сифатында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ул тағы ҡәҙерле кешеһе хаҡында хат яҙып ебәргән. «Элек яҙғандарымса, атайым легендар генерал Миңнеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһында оҙон яу юлы үткән, – тип яҙа хат авторы. – 1943 йылдың февралендә Украина ерендә, Дебальцево рейды барышында батыр комдивтары һәләк була, атайым да ҡаты яралана. Уның яуырынындағы тәрән яра эҙен яҡшы хәтерләйем. Ҙур юғалтыуҙар менән дошман ҡамауынан сыҡҡас, дивизия яңы көстәр, ҡорал менән тулылана, оҙайлы ял ала. Артабан гвардия исеме алған дивизия Украина һәм Европа илдәрен илбаҫарҙарҙан азат итеү өсөн үҙ хәрби юлын дауам итә. Ҡала, ауылдарҙа күберәк ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар, бала сағалар тәшкил иткән урындағы халыҡ совет һалдаттарын ҡыуанып ҡаршы алалар, һый-хөрмәт күрһәтәләр. Әммә яуызлыҡ ҡылыусылар ҙа осрай. Мәҫәлән, атайым һөйләүенсә, бер Украина ауылында яҡташы бер ҡатын ҡулынан көршәк менән һөт алып эсә һәм шунда уҡ йән бирә. Һөткә ағыу һалып биргән булған. Ул украинка оккупация осоронда немецтәргә хеҙмәт иткән булған. Әлбиттә, һатлыҡ йән шунда уҡ ауылдаштары алдында иң юғары язаһын алған.
Атайымдың атлы ғәскәре Белинды алыу операцияһында ла сикһеҙ батырлыҡ күрһәткән. Фашистарҙың баш ҡалаһына Көнъяҡтан һөжүм итеүҙә шайморатовсылар ҡатнашҡан. Берлинды урап үтеп, Эльбаға, союздаш армия һалдаттары менән осрашыуға юлланғандар. Бөйөк Еңеү көнөн Бранденбург янындағы бер ҡалала ҡаршылағандар. Берлинды күрергә атайыма насип булмаған, тимер оҫтаһы булараҡ уны аттарҙы яңынан тағаларға, ветеринария часенә күсергәндәр. Уның күп хеҙмәттәштәренә рейхстаг янында фотоға төшөү бәхете тейгән. Атайым 1945 йылдың октябрендә генә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Өлкән ауылдаштарым хәтерләүҙәре буйынса, атайым фронттан кавалерист итегенең шпорҙарын сыңлатып килеп төшә, түшендә – хәрби наградалары. Шпорлы итеген атайым оҙаҡ йылдар изге ҡомартҡы итеп һаҡлап кейгән. Һуғыштан һуң ул Чекалов исемендәге колхозда, һуңынан «Башҡорт», «Юлдыбай» совхоздарында тимерсе булып намыҫлы, алһыҙ-ялһыҙ эшләп, 1964 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Теүәл 50 йыл элек, 1975 йылдың мартында, батыр яугир-шайморатовсы атайым баҡыйлыҡҡа күсте, йәне йәннәттә булһын! «Һуғыш ғазаптарын күп күрҙек, һеҙгә уны күрһәтмәһен!» тип йыш ҡабатлай торған ине ҡарт фронтовик. Ҡәҙерлебеҙҙең исеме бөгөн ауылыбыҙҙың яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған. Хәтеремдә, ауылда башланғыс класта беҙҙе уҡытҡан һуғыш ветераны Әмир ағай Моратов, атайымды шаяртып, уға бағышлап шундай шиғыр юлдары ла сығарған ине:


Бикбулатов һибәтулла –
Башҡорт атлы гвардеец.
Фронт хәлдәрен иҫкә төшөрә
Артып киткән саҡта градус.
Аллаға шөкөр, беҙҙең кеүек 50-се йылғыларға, тыныс тормош шарттарында йәшәнек...»


Яҙмамды Әбделәхәттең хаты менән тамамлап ҡуйыр алдынан Мәҡсүт ауылында күптән түгел булып үткән ваҡиғаға әйләнеп ҡайтыуҙы урынлы булыр, тип уйлайым. Ауылдаштарым махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир, юғарылағы хат авторының улы Ил Бикбулатовты һуңғы юлға оҙатты. Матәм митингыһында сығыш яһап был һалдаттың ҡартатаһы фронтовик Һибәтулла Хисаметдин улын да телгә алып киткән инем. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул да Украина ерендә ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнаша, ҡаты яралана, һуңынан дошманды үҙ өңөндә дөмөктөрөп, уға тыуған тупрағына аяҡ баҫырға насип була. Ҡарт шайморатовсы вафатынан 6 йылдан һуң донъяға килгән ейәне илдең ғүмере, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең хәҙерге дошмандары ҡулынан шул төбәктә өҙөлә. Яҡташтары батыр яугирҙе ҙур хөрмәт менән ҡартатаһы янына ер ҡуйынына тапшырҙы. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн рядовой Ил Әбделәхәт улы Бикбулатовҡа тәғәйенләнгән «За отвагу» миҙалын бер нисә көндән һуң һалдаттың әсәһе Равия Иҙрис ҡыҙы ҡабул итеп алды. Бөгөн Илдең бер туған ҡустыһы ла махсус хәрби операцияла үҙенең ватанды һаҡлау бурысын намыҫлы үтәй. Ҡаһармандар быуыны ил тарихында яңы биттәр яҙа...
1992 йылдың апрелендә донъяға килгән батыр Мәҡсүт, Ҡашҡар мәктәптәрендә белем алғандан һуң Салауат музыка колледжында уҡый, 2012 йылда армияға саҡырыла, бер йылдан контракт буйынса хәрби хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итә. Махсус хәрби операция башланғас, отделение командиры дәрәжәһендә Ватан алдындағы бурысын үтәүсе яугирҙар сафына баҫа һәм дошмандарға ҡаршы бәрелештәрҙә ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Уға 2019 йылда Сириялағы хәрби операцияла ла ҡатнашырға тура килә. Намыҫлы хеҙмәте, хәрби батырлығы өсөн ул Жуков, беренсе һәм икенсе дәрәжә Ҡаһарманлыҡ миҙалдары менән наградлана. Әле лә хеҙмәтен дауам иткән батырыбыҙ ғаилә ҡорған, ҡыҙ үҫтерә.
Ильяс ТАКАЛОВ.
Һүрәттәрҙә: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Һибәтулла Бикбулатов һәм уның ейәндәре.

 

Батырлыҡ рухы быуындар аша килә
Батырлыҡ рухы быуындар аша килә
Батырлыҡ рухы быуындар аша килә
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас