

Унда район хакимиәтенең агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса урынбаҫары Вадим Шәйәхмәтов, Һабыр ауылы биләмәһе башлығы Ғәзинур Хәзиев, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, Хәйерзаман Атанғоловтың ҡатыны һәм улы, Илнур Теүәлбаевтың ата-әсәһе, яугирҙәрҙең тыуғандары, дуҫтары, ауылдаштары һәм биләмә халҡы ҡатнашты.
Сараны Һабыр ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡаһарман ауылдаштарының тормош юлына байҡау яһап, улар тураһында йылы хәтирәләр менән асты. Рядовой Хәйерзаман Хәлил улы Атанғолов ауылдаштары хәтерендә тыйнаҡ, уҡыуға һәләтле, тырыш, изге күңелле булып һаҡланасаҡ. Ябай ғаиләлә буй еткергән, башҡаларҙан бер нимә менән дә айырылмаған егет урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Һуңынан әрме сафына алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас Байғужа ауылы һылыуы Гөлнара менән тормош ҡороп ебәрәләр һәм бер улға ғүмер бүләк итәләр. Хәрби операция башланғас, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, үҙ теләге менән илебеҙ һағына баҫа. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ул үҙен алдына ҡуйылған мөһим хәрби бурыстарҙы һәр ваҡыт теүәл үтәгән ҡаһарман яугир итеп күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы задание барышында уҙған йылдың 27 июлендә Донецк Халыҡ Республикаһының Горловка тораҡ пункты янында батырҙарса һәләк була.
Илнур Теүәлбаев тураһында ла һабырҙар тик йылы хәтирәләр генә һаҡлай. Рәүилә һәм Яңыбай Теүәлбаевтарҙың ишле ғаиләһендә тәүге бала донъяға килә Илнур. Бәләкәйҙән яуаплы,тыныс холоҡло, асыҡ күңелле булып үҫә. Йорт тирәһендә, кесе туғандарын ҡарашыуҙа ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы була. Һабыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң артабан уҡыуын Башҡорт дәүләт аграр университетында дауам итә. Һалдат бутҡаһын Алыҫ Көнсығышта тәмләй егет. 2023 йылдың авгусында тыуған илебеҙ һағына ҡайтанан баҫырға ҡарар итә Илнур һәм контракт төҙөп яу яланына юллана. Ике тапҡыр яралана, әммә һауығыу менән ҡабат махсус хәрби операция зонаһына ашыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Авдеевка ҡалаһы өсөн барған алышта егеттең ғүмере өҙөлә... Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм фиҙәҡәрлектәре өсөн яҡташтарыбыҙҙың икеһенә лә үлгәндән һуң “Батырлыҡ” ордендары бирелгән.
Сарала шулай уҡ район хакимиәтенең агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса урынбаҫары Вадим Шәйәхмәтов, Йылайыр урман хужалығы вәкилдәре Юрий Чекалов менән Ислам Игебаев, Һабыр ауылы старостаһы Салауат Солтанғужин сығыш яһаны һәм илебеҙгә, тыуған еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләне. Яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары исеменән Хәйерзаман Атанғоловтың улы Самат телмәр тотоп, ошо изге эште ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бөтә матур башланғыстарында уңыштар теләне. Батырҙарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң йыйылған халыҡ берҙәм генә билдәләнгән территорияға үҫентеләрҙе ултыртып та ҡуйҙы. Эштән һуң ауылдаштар мәрхүм яугирҙәргә аят бағышланы һәм улар рухына арнап салдырылған ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Әйткәндәй, йәш үҫентеләрҙе әҙерләп алып килеү, улар өсөн ер билдәләү, ыҙандар һөрҙөрөү кеүек эштәрҙе Йылайыр урман хужалығы башҡарһа, батырҙарҙың фотоһын әҙерләүҙе, ҡорбанлыҡ малды һуйып, эш итеүҙе ауыл старостаһы, район Советы депутаты Салауат Солтанғужин үҙ өҫтөнә алған һәм бағымсылыҡ иткән.
«Тыныс тормошобоҙ, балаларыбыҙ киләсәге өсөн Ватан һағына баҫып, ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған егеттәребеҙ тыныс ятһындар, улар хөрмәтенә сәселгән ағастар тамыр ебәрһен», тигән изге теләктә таралышты “Хәтер аллея”һын булдырыуҙа ҡатнашыусылар.
Эйе, ултыртылған ағастар бар тирә-яҡҡа йәм биреп шаулап үҫеп китер, алла бирһә, ә һалдаттарыбыҙ хаҡында тере хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!
Автор фотоһы.