Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
23 Апрель 2025, 09:30

Һуғыш ветераны Ғәлләмов Фазылйән Сәлмән улы

Ғәлләмов Фазылйән Сәлмән улы, 1924 йылдың 24 февралендә Йылайыр районының Түбәнге Сәлим ауылында донъяға килә. 15 йәшендә, 4 баланы етем ҡалдырып, әсәһе мәрхүм булып ҡала. Атаһына, береһенән-береһе бәләкәй 3 малайҙы, 1 ҡыҙҙы ҡарауы ҡыйынға тура килгәнгә, икенсе ҡатынға өйләнә. Бик уҫал була үгәй әсә. Башланғыс мәктәпте Сәлим ауылында тамамлағас, 4 класты Матрай мәктәбендә уҡый, башҡа уҡыу эләкмәй, өйҙә балаларҙы, малды ҡарашып, белеме булмаһа ла, трактор йөрөтөргә өйрәнеп алып «Ҡамыш Үҙәк» колхозында эшләй башлай. Тик күп тә үтмәй, бөтә кешене ҡайғыға һалып, һуғыш башлана. Атаһын һуғыштың беренсе көнөнән яуға оҙаталар, шул китеүҙән сәләм дә ебәреп өлгөрмәй, «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы килә, ә үгәй әсәй, балаларҙы ташлап, сығып китә. Уның иңенә, иң өлкән бала булараҡ, донъя йөгө ята.

Һуғыш ветераны Ғәлләмов Фазылйән Сәлмән улыҺуғыш ветераны Ғәлләмов Фазылйән Сәлмән улы
Һуғыш ветераны Ғәлләмов Фазылйән Сәлмән улы

1942 йылдың 16 авгусында һуғышҡа саҡырыу ҡағыҙы килә. «Мин китһәм, был балалар ни эшләр?» – тигән уй тынғылыҡ бирмәй һәм иҫһеҙ арбаға һалып алып китәләр. Иң бәләкәй ҡустыһына ни бары 3 йәш була, күп тә тормай ул аслыҡтан шешенеп үлә, ә 10 йәшлек ҡустыһы менән һеңлеһен Әбделкәримдәге балалар йортона ебәрәләр. Һеңлеһе һуғыштан һуң ауырып үлеп ҡала, ә ҡустыһын, ФЗО-ла уҡығандан һуң, Волгоград өлкәһенә эшкә ебәрәләр, унда ул тимер юл депоһында эшләй, украин ҡыҙына өйләнеп, шунда төпләнеп ҡала, 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Фазылйән Сәлмән улы 6 ай әҙерлек курсын үткәс, 1943 йылдың 23 февралендә фронтҡа оҙаталар. Дошман менән беренсе алышы Орел ҡалаһында була, 13-сө армияның 34-се полкы составында һуғыша. 1943 йылдың 12 мартында һул аяғы яраланып, Ырымбур өлкәһенең Боғорослан ҡалаһында биш ай госпиталдә дауаланғандан һуң, ҡабат фронтҡа китә. 1944 йылдың 1 июлендә Польшаның Сандамир ҡалаһын штурмлағанда тағы ҡаты яралана һәм Ереван ҡалаһындағы госпиталдә дауалана. 1945 йылда Иранға ебәрәләр һәм Еңеү көнөн шунда ҡаршылай, шул уҡ йылдың июлендә Советтар Союзына сығаралар. Дағстандың Махачкала ҡалаһында 120 һалдатты һайлап, Латвияның Лиепая ҡалаһына диңгеҙ флотына хеҙмәткә ебәрәләр.
Моряк булып хеҙмәт иткән осорҙа ауылға ялға ҡайтаралар. Ауылға ҡайтып төшһә, өйҙө туғандар һатып ебәргән, нигеҙе генә ҡалған. Ауылда аслыҡ хөкөм һөрә, ашарға бер нәмә лә юҡ. Бына шулай итеп, ул һуғыштан һуңғы осорҙоң ауыр мәлдәрен, халыҡтың нисек асығыуын күрә. «Һуғышта ла беҙ улай асыҡмай инек», – тип һөйләй.
1950 йылдың 20 мартында хеҙмәтен тултырып, китеүенә һигеҙ йыл үткәс, ауылға ҡайтып төшә.
Ҡарағас ауылы ҡыҙы Мәрфүғәне осратып, өйләнеп, комбайнсылар курсында уҡый, егерме йыл «Башҡорт» совхозында алдынғы комбайнсы булып эшләй, һаулығы насарайғас, балалар баҡсаһында завхоз, мәҙәниәт йортонда ҡарауылсы булып эшләп, 1984 йылда хаҡлы ялға сыға. 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ҡатыны Мәрфүғә Мөхәмәтғәле ҡыҙы, тыл ветераны, 1925 йылда Дилмөхәмәт (Ҡарағас) ауылында донъяға килә. Атаһы Теүәлев Мөхәмәтғәле кузнец булып эшләй, Беренсе Донъя һәм 1939-1940 йылдарҙа Фин һуғышында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас үҙе теләп һуғышҡа китә. 317-се ялан икмәк бешереү дивизияһында һуғыш юлын үтә. 1945 йылдың 6 ноябрендә Рус-Япон һуғышында ла ҡатнашып ҡайтып инә. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, ике тапҡыр «За боевые заслуги» миҙалдары менән бүләкләнә. Бер нисә тапҡыр яралана, башына яра алып ҡайтҡас уға «ярсыҡбаш» тип исем тағалар. Эшкә әрһеҙ була, умартаһын да тота, балыҡҡа, һунарға ла йөрөй, хатта иген үткәрергә тирмән дә ҡора. Бөтә ауылдаштары ла был тирмән менән ҡуллана, ә балалары, атайҙары ҡайтҡас асыҡмай йәшәй башлайҙар. Тик оҙаҡ йәшәмәй, алған яраларынан 1954 йылда 57 йәшендә генә мәрхүм була. Әсәһе Мәхмүзә ете баланы ҡарап үҫтерә (күҙ нервыларына һалҡын тейҙереп, ирен юғалтыу ҡайғыһынан 35 йыл дауамында күҙҙәре күрмәй йәшәй, 87 йәштә мәрхүм була).
Бала сағы бик ауыр заманаға тура килә уның. Йәй миҙгелдәре колхозда эшләү, иген утау, бишенсе, алтынсы кластарҙа ғына уҡыған малайға бесән эшләү кеүек мәшәҡәттәр менән үтә. 1940-1941 уҡыу йылында ул етенсе класты тамамлай.
Һуғыш башланғас та башлана инде ауыр тормоштар.
Мәрфүғә Мөхәмәтғәле ҡыҙын, селсәүит секретарын һуғышҡа алғастары, уның урынына ҡуялар. Көнө-төнө телефонда дежурҙа ултыра, бала сағалар менән повестка тарата, көндөҙ һәм кисен бушаған арала колхозда эшләй, төнөн бейәләй-ойоҡ бәйләп фронтҡа оҙаталар.
Селсәүиттә 1941 йылдан 1947 йылға тиклем эшләй. Ул шул тиклем иҫле, шул йылдарҙа һәм унан һуң да тыуған балаларҙың тыуған йылын, хатта көнө менән айын теүәл генә әйтеп бирә ине. Унан колхозда 1954 йылға тиклем счетовод була.
1961 йылда уға балалар баҡсаһын асыу эшен йөкмәтәләр һәм етәксе итеп ҡуялар. Шулай итеп, 1962 йылда Матрай ауылында, беренсе балалар баҡсаһы асыуға ирешә һәм 1970 йылға тиклем етәксе вазифаһын башҡара. Унан хаҡлы ялға сыҡҡансы ХТП-ла кассир булып эшләй. Бик күп маҡтау грамоталары, «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, Еңеүҙең 30, 50, 60, 65 йыллығы миҙалдары менән бүләкләнә, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалын да уға тапшыралар, 93 йәшендә мәрхүм була.
Өлкән ҡыҙҙары Бүләкбикә Һултантимер ауылында төпләнеп 40 йыл балаларға белем бирә. Ҡаты ауырығандан һуң, 54 йәшендә генә мәрхүм булып ҡала. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы, бөтә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан кеше булараҡ, ауылдаштары уны һәр ваҡыт хөрмәтләп иҫкә ала.
Улдары Зәкир «Өфө автоюлдары» техникумын тамамлап, «Өфө пассажирҙар транспорты производство» берекмәһендә пенсияға сыҡҡансы, слесарь, бригадир, смена етәксеһе, механик вазифаһында эшләй. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, «Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ. Ике ҡыҙ үҫтереп, башлы-күҙле итеп, Өфө ҡалаһында йәшәй. Һикһән йәшкә ҡарай китһә лә саңғыла, велосипедта йөрөй, йүгерә. Көн һайын 10 километр юл үтә.
Ҡыҙҙары Зәкирә Өфөнөң тимер юлдар бүлексәһендә телеграфист булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Улдары Рәмил Юлдыбай һөнәри-техник училищеһын тамамлап, «Башҡорт» совхозында 30 йыл шофер, совхоз тарҡалғас, Матрай урта мәктәбендә йылытыу системаһы операторы вазифаһын башкарҙы һәм шулай уҡ хаҡлы ялда. Бер ҡыҙ, ике ул үҫтереп, ҡыҙҙарын оло тормош юлына баҫтырған. Кесе улдары «Сорғот нефть-газ» ойошмаһында уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло улдарының ғүмере ҡыҫҡа була, 23 йәшендә генә уттан кеше ҡотҡарғанда, фажиғәле һәләк була.
Фазылйән Сәлмән улы һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм дә эшләгән осорҙағы тырыш хеҙмәте өсөн бик күп орден-миҙалдар, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. «Орден Отечественной Войны II степени», «За победу над Германией ВОВ», «Медаль Жукова», «XXX лет Советской Армии и Флота», «50 лет Вооруженных сил СССР», «60 лет Вооруженных сил СССР», «70 лет Вооруженных сил СССР», «20 лет Победы ВОВ», «25 лет Победы ВОВ», «40 лет Победы ВОВ», «50 лет Победы ВОВ», «60 лет Победы ВОВ», «За освоение Целинных земель», «50 лет за освоение Целинных земель» «Фронтовик 1941-1945» знагы, «Ветеран труда» миҙалы менән бүләкләнә. Өфөгә, Мәскәүгә съездарға ебәрелә, ВДНХ-ла ҡатнаша һәм уға «Участник ВСХВ» миҙалы тапшырыла.
Ғәлләмов Фазылйән 2011 йылдың 10 авгусында, ҡатыны Мәрфүғә 2018 йылдың 14 февралендә мәрхүм була.
Илебеҙгә Еңеү алып килгән, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы үтеүгә ҙур көс һалған, бөгөнгө көндә ысын донъяла ятҡан яугир-ветерандарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ!
Фирҙәүес ҒӘЛЛӘМОВА.
Матрай ауылы.

Һуғыш ветераны Ғәлләмов Фазылйән Сәлмән улы
Һуғыш ветераны Ғәлләмов Фазылйән Сәлмән улы
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас