Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
25 Апреля 2025, 16:02

"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте

Урта төштәге Бикйәнгә, Килде Байғужа халҡы. Унан таяҡҡа атланып, Ғәлеләр килеп етте. Анан инде марафонды, Дауам итте Сиҙерҙәр. Бар тырышлыҡтарын һалып Килеп еттеләр улар. "Әпкәрим" ҡоҙоғондағы Осрашыу йылы үтте. 80 йыллыҡ юбилейға, Арналып үтеп китте. Ветеран олатайҙарҙы Иҫебеҙҙә һаҡлайыҡ, Беҙҙең киләсәккә улар, Ҙур маяҡ булып ҡалҡты!

"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте
"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте

Бөгөн Үрге Ғәле ауылы биләмәһенең дуҫ һәм татыу халҡы, өс ауыл бер урынға йыйылып  йылы сәй эсеп, уйындар уйнап, ә иң мөһиме "Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ" юбилейына ҡарата һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар аша пландар ҡороп ҙур эш башҡарҙы.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-олаталарыбыҙҙы иҫкә алып уларҙың рухын ҡыуандырған, патриотик рухлы яҡташтарбыҙға афарин! 

Марафонда ҡатнашыусылар тәмле сәй әҙерләп көтөп тороусы Бикйән ауылынан Айгөл Мортаеваға, Мәрфүзә Солтановаға һәм йылы былау менән һыйлаусы депутаттары, фермер Венер Тусалиндың ашнаҡсыларына рәхмәтле.

"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте
"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте
"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте
"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте
"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте
"Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы"на арналған марафон үтте
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас