

– Махсус хәрби операцияһы башланғас, мин Рәсәй оборона Министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Тик күп балалы атай булыуымды иҫәпкә алып мине кире ҡайтарҙылар. Шулай ҙа мин башҡа егеттәр яу яланында көрәшкән ваҡытта өйҙә ултыра алманым һәм контракт төҙөүгә өлгәшеп үҙ теләгем менән МХО зонаһына юлландым. Һуңынан ваҡытлыса ялға ҡайтып ураным һәм тағы ла хәрби бурысымды үтәргә ашыҡтым, – тип һөйләй яугир яҡташыбыҙ.
Әлеге ваҡытта яугир яраланғандан һуң реабилитация үтә һәм госпиталдә дауалана. Ни өсөн хәрби операцияны һайланың, ни өсөн унда ҡатнашырға кәрәк тигән ҡарарға килдең тип һорағас, ул:
– Ҡартатайым Әбделмән Әҙеһәм улы ла Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтеп тыуған ерен фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап һуғыша. Башҡа ветерандарыбыҙ кеүек үк ул да беҙҙең киләсәгебеҙҙе булдырған. Тормошобоҙға яҡтылыҡ өҫтәп Еңеү алып килеүҙә ҡатнашҡан. Ҡартатайымдың фотоларын әле булһа ла һаҡлайбыҙ, балаларыбыҙға күрһәтеп тарих тураһында һөйләйбеҙ. Балаларым яҡын кешебеҙҙең ысын Герой булыуы хаҡында, уның тамырҙарын яҡшы белергә, быларҙың барыһын да аңлап үҫергә тейеш тип уйлайым һәм беҙ уның менән ғорурланабыҙ! Ә мин инде уның кеүек үҙ еремде һаҡлап ҡалырға тигән маҡсат менән, шулай уҡ быуындар бәйләнешен шулай нығытыр өсөн яуға ынтылдым һәм бер ҙә үкенмәйем, – тип яуап бирҙе.
Райондаштарыбыҙ араһында ошондай батыр рухлы ғаиләләр булыуы, әлбиттә, оло ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡын ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеген хөрмәт итә һәм үҫеп килгән быуынға хәрби патриотик тәрбиә бирә. Нәҡ ошондай ғаиләләрҙә, ошондай быуын нигеҙендә ҡыйыу ҙа, көслө лә егеттәр үҫә, улар һәр ваҡыт үҙ ғаиләләрен, яҡындарын дошман упҡынынан һаҡларға әҙер.
Беҙ, бөгөнгө заман геройы булған Илгизгә һәм 1941-1945 йылдарҙағы ауыр мәлдәрҙе кисергән уның ҡартатаһы Әбделмән Әҙеһәм улына рәхмәт әйтәбеҙ!
Фотолар ғаилә архивынан алынды.