Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
30 Апрель 2025, 10:27

Геройҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Ағымдағы йылдың апрелндә райондың «Хәрби Туғанлыҡ» ойошмаһы бүлексәһе егеттәре район үҙәгенең Хәрби дан скверында районыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм һигеҙ Советтар Союзы Геройы: Н.И.Волковҡа, В.И.Масловҡа, Н.Р.Ириковҡа, Л.М. Кувшиновҡа, П.Е. Павловҡа, Г.А.Хачинға, Н.И.Лазаревҡа, А.И.Серковҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйҙы.Бөйөк Ватан һуғышы осоро геройҙарына иҫтәлекле таҡтаташтар хеҙмәттә үҙ бурыстарын үтәгәндә һәләк булған Эске ғәскәрҙәр ветерандарына, сик һаҡсыларына һәм десантсыларға арналған стелалар эргәһенә ҡуйылды. 

Геройҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелдеГеройҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Геройҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелде

 Уларҙы урынлаштырыуҙа «Хәрби Туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй хәрби ойошмаһының Йылайыр районы бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ураҡов, ойошма активистары – Артем Уранбаев, Василий Бабушкин, Игорь Ипполитов, Арсен Аптиков, Наил Солтанов, Сергей Шатов һәм Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко ҙур өлөш индерҙе.
– Советтар Союзы Геройҙарына хөрмәт йөҙөнән, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү маҡсатында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды. Быуындар бәйләнешен нығытып, Еңеү көнөндә генә түгел, ә башҡа сараларҙа ла районыбыҙ Геройҙарын һәр ваҡыт иҫкә алып ошондай ваҡиғалар үткәрелеп торорға тейеш тип уйлайым, – тигән уй- фекерҙәре менән уртаҡлашты «Хәрби Туғанлыҡ»тың урындағы бүлексәһе активисы Артем Уранбаев.
Бынан тыш, 16 апрелдә ошо уҡ ойошма ағзалары Йылайыр ауыл советы биләмәһенән сыҡҡан, махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған егеттәргә арнап мемориаль таҡтаташтар асты.
Был таҡтаташтар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының исемдәре яҙылған хәтер диуары эргәһендәге махсус терәүҙәргә ҡуйылған. Уларҙы урынлаштырыу буйынса эште «Хәрби Туғанлыҡ» ойошмаһы егеттәре һәм активистары: Рөстәм Ураҡов, Артем Уранбаев, Владимир Туленков, Радик Мәҡсүтов, Александр Байбородов, Рәфис Сөләймәнов, Наил Солтанов, Арсен Аптиков, Йылайыр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко башҡарған.
Еңеү хаҡына ғүмерен биргән Йылайыр егеттәренә арнап ҡуйылған хәтер таҡталарының урындары осраҡлы ғына һайланмаған, сөнки Рәсәй хәрбиҙәре һәр ваҡыт тыуған Илен яҡларға әҙер булған. Бөгөн дә беҙҙең яугирҙәр махсус хәрби операция урынында ҡаты көрәш алып бара, шулай уҡ 80 йыл элек тә уларҙың олатайҙары һәм ҡартатайҙары ла тап ошондай ауырлыҡтар кисергән...

София СЕРКОВА фотолары.

Геройҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Геройҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас