

Байрам концерты алдынан тамашаға йыйылыусылар сәнғәт класы уҡытыусылары Рәүфә Зәбихулла ҡыҙы Мозафарованың, Рушан Рәшит улы Назаровтың һәм сығарылыш уҡыусыһы Амалия Сөләймәнованың күргәҙмә эштәрен ҡарап һоҡланды.
Кисәне балалар хоры (етәксеһе Р.Д.Моталлапова) «Мин һуғыш булмауын теләйем» исемле йыры менән асты. Сағыу һәм тамашалы программала сәнғәт мәктәбенең барлыҡ ижади коллективтары сығыш яһаны. Вокал, хореография, хор, милли музыка ҡоралдары класында белем алыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар тамашасыларҙы һәм уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары өсөн бик күп көс һәм энергия һалған уҡытыусыларын һөйөндөрҙө. Концертҡа килеүселәр уларҙың сығыштарын йылы ҡаршыланы һәм көслө алҡыштарға күмде.
Сарала балалар бейеү ансамбле (етәкселәре Боҫҡонова М.Й., Мусина З.Т.), «Аҡбейек» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Нәҙерғолов Д.Х.), уҡытыусыларҙың вокаль һәм инструменталь ансамбле сығыштары сәхнәнең айырым бер биҙәге булып торҙо.
Айырым сығыш яһаусылар Алтынай Моталлапова, Елизовета Чекалова, Алтынай Такалова, Рамаҙан Түләшев, Аҡнаҙар Ҡоҙашев, Алина Мостафина, Даяна Галиева, Самира Нәҙерғолова, Сәйҙә Амантаева, Полина Сергеева, Илһам Юлгилдин, Аида Мумладзе, Рушана Такалованың (етәкселәре Солтангәрәева А.Г., Ишкильдина Г.Р.) сығыштары тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
Байрам кисәһен тамамлап район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Андрей Алексанрович Сухов райондың йөҙөк ҡашы булған, райондың бөтә сараларының уртаһында ҡайнап йәшәүсе Балалар сәнғәт мәктәбе коллективына бай йөкмәткеле, күңелле концерт программаһы бүләк итеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан да уларға ижади уңыштар, районыбыҙҙың ғорурлығы булып ҡалыуҙарын теләне. Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Резеда Дамир ҡыҙы Моталлапова коллегаларына һәм уҡыусыларға йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен юлланы. Ата-әсәләргә ихлас рәхмәтен белдерҙе.