Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 12:50

Башҡортостандан Советтар Союзы Геройҙарына бәйле биш ғәжәйеп тарих

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 710 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә. Уларҙың һәр икенсеһе тиерлек – 322 мең кеше – һәләк була. Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 278 яҡташыбыҙ – Советтар Союзы Геройы, тағы 35 яугир Дан орденының тулы кавалеры булып таныла.

Ошо геройҙарҙың тормошонан бер нисә генә тарих. Улар ҡаҡшамаҫ рух көсө өлгөһө булып тора ала.
Ҡыйыуҙарҙы пуля алмай
Муса Гәрәев (1922 – 1987) (ике йондоҙ – 1945)
Легендар летчик-һөжүмсе, Башҡортостандан ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған берҙән-бер кеше. Сержант Гәрәев тәүге хәрби һынауҙы Сталинград күгендә ҡабул итә. Хәтирәләрендә ул былай тип яҙа: «Яҡшы мәктәп үттем: дошман аэродромдарын бомбаға тоттом, танк колонналарына һөжүм яһаным, дошмандың артиллерия һәм миномет батареяларын юҡ иттем».
Һуғыш йылдарында Муса Гәрәев 250 хәрби осош яһай. Һәм шуныһы ғәжәп: бер тапҡыр ҙа яраланмай! Бынан тыш, Еңеүгә тиклем ул бер генә уҡсы – Александр Кирьянов менән оса. Һирәк осраған күренеш! Һуғышта дошман, тәү сиратта, уҡсыны юҡ итергә тырыша. Шуға күрә, статистика буйынса, бер летчик-һөжүм итеүсегә ете һәләк булған осоусы-уҡсы тура килә. «Был осраҡлы хәл», – тиер кемдер. Әммә һуғышта осраҡлылыҡҡа өмөт итмәйҙәр. Бында төп сәбәп пилоттың оҫталығында. Александр Кирьянов ғүмеренең аҙағына тиклем Муса Гәрәевкә «командир» тип кенә мөрәжәғәт итә.

Башҡорт аҡылы
Таһир Күсимов (1909 – 1986) (йондоҙ – 1944)
Таһир Күсимовтың ғәжәйеп тормошо мауыҡтырғыс фильмға нигеҙ була алыр ине. Аслыҡ арҡаһында бала сағында атаһы менән Төркөстанға күсеп китә. Унда ул насар компанияға эләгә, әммә ваҡытында дөрөҫ юлға баҫыуға өлгәшә. Үҫмер сағында «Әлифба»ны өйрәнә башлай һәм бер йылда дүрт йылдың программаһын үҙләштерә. 1928 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына яҙыла һәм Баҡыла хеҙмәт итә. 1941 йылда Иран операцияһында ҡатнаша. Ә бер йылдан Таһир Күсимовты Өфөлә ойошторолған 112-се Башҡорт кавдивизияһының 275-се полкы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Мөһабәт буй-һыны һәм ҡыйыулығы өсөн башҡорттар уны Урал батыр тип атай.
Герой йондоҙона Таһир Күсимов 1943 йылдың сентябрендә Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Дошманға яр буйында нығынырға мөмкинлек бирмәҫ өсөн Күсимов ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән һалдар төҙөргә ҡуша: ишектәр, бауҙар ҡулланыла һәм шулар ярҙамында яугирҙәр дошман уты аҫтында йылға аша йөҙөп сыға. Бер тәүлек эсендә Күсимов полкы дошмандың 77 һалдатын, ике офицерын юҡ итә, 19 ауылды азат итә.
Йәш ҡыҙҙың үлемесле батырлығы
Наталья Ковшова (1920 – 1942) (йондоҙ – 1943 – үлгәндән һуң)
Наташа Ковшова 1920 йылдың ноябрендә Өфөлә тыуған. Мәктәпте тамамлап, Мәскәү авиация институтына уҡырға инергә әҙерләнә, әммә һуғыш уның бөтә пландарын юҡҡа сығара. Студент аудиторияһы урынына ҡыҙ доброволецтар сафына баҫа. Снайперҙар мәктәбен тамамлап, 1941 йылдың октябренән фронтҡа юллана. Ауыр яраланған полк командирын һуғыш яланынан алып сыҡҡан ваҡытта Наталья үҙе лә йәрәхәт ала, әммә тиҙ арала сафҡа кире ҡайта.
Снайпер Ковшованың иҫәбендә – юҡ ителгән 200-гә яҡын дошман һалдаты һәм офицеры. 1942 йылдың авгусында Натальяны һәм уның иптәше Мария Поливанованы немецтар ҡамап ала. Яраланыуға һәм дошмандың өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар алышты туҡтатмай, һуңғы патронға тиклем көрәшә. Ә һуңынан, дошманды яҡыныраҡ килтереп, үҙҙәрен граната менән шартлаталар һәм шуның менән тиҫтәләгән фашисты ла үлтерәләр.
Бөгөн Мәскәү оборона музейында Өфөлә тыуып үҫкән ҡыҙға арналған стенд бар. Унда Натальяның шәхси әйберҙәре, һуғышҡа тиклем сиккән сигеүҙәре һәм сығарылыш кисәһендә кейгән күлдәге һаҡлана.
Бәләбәйҙең «Төнгө сихырсыһы»
Мәғүбә Сыртланова (1912 – 1971) (йондоҙ – 1946)
Был нескә ҡыҙ дошмандарҙа иҫ киткес ҡурҡыу тыуҙыра.
Мәғүбә Бәләбәйҙә тыуған. 1932 йылда комсомол йүнәлтмәһе буйынса осоу мәктәбенә уҡырға инә. Һуғыштың тәүге осоронда ҡыҙ санавиация отрядында оса, әммә тиҙҙән алғы һыҙыҡҡа күсереүгә өлгәшә. Севастополде азат иткәндә, Сыртланова ПО-2 самолетында бер төн эсендә биш-алты хәрби осош яһай. Бер ваҡыт уға аэродромды бомбаға тоторға тура килә. Ул дошман самолеттарын күрә, әммә шул мәлдә прожектор утына эләгә. Уға ҡаршы ут асалар. Бомбаларҙы ташлап, заданиены үтәгәс, Мәғүбә дошманды алдарға ҡарар итә. Самолеты менән тоҡойоп ергә табан йүнәлә, дошмандар «төнгө сихырсы»ны юҡ итә алдыҡ тип уйлап, утты туҡтата. Ергә етеп килгәндә ул машинаһын кире турайта, әммә тап ошо мәлдә двигателгә ниҙер була. Дошманға бирелмәҫ өсөн ҡыҙ диңгеҙгә төшөп үлергә хәл итә, әммә самолеттың осошо бер аҙ көйләнә, һәм ул үҙебеҙҙекеләр янына ҡайтып етеүгә өлгәшә.

Маршал Жуков ҡулынан йондоҙ ала
Ғәйнәнша Хәйҙәршин (1911 – 2006) (йондоҙ – 1947)
Яңауыл районынан ябай ауыл егете Ғәйнәнша Хәйҙәршинды Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың икенсе көнөнә Ҡыҙыл Армия сафына саҡыралар. Ул саперҙар курсында уҡый һәм фронтҡа китә. Үҙенең беренсе хәрби наградаһын – «Батырлыҡ өсөн» миҙалын Ғәйнәнша Кавказдағы алыштарҙа ала. 1943 йылдың көҙөндә Днепрҙы аша сыҡҡанда айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә. Дошмандың көслө уты аҫтында Ғәйнәнша Хәйҙәршин 27 тапҡыр (!) яугирҙәрҙе, техниканы һәм хәрби кәрәк-яраҡты йылға аша сығара.
Үҙе хәтергә алыуынса, снарядтар шартлауҙан һыу ҡайнай. Һуңғы тапҡыр сыҡҡанда кәмә ныҡлы ғына тишелә, әммә һалдат йөктө ярға имен алып сығыуға өлгәшә. Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн Герой исеменә тәҡдим ителә. Һалдатҡа награданы маршал Жуков үҙе тапшыра.

Полк Геркулесы
Гавриил Басманов (1920 – 1945) (йондоҙ – 1943)
Стәрлетамаҡ районынан Гавриил Басманов 1942 йылда фронтҡа юллана, рота радисы булып хеҙмәт итә. Әммә, уның хәрби иптәштәре һөйләүенсә, радист бурыстары менән генә сикләнмәй, ҡыйыу рәүештә һуғышҡа инә, бер үҙе генә тиҫтәләгән фашисты юҡ итә ала, шуның өсөн уны «Полк Геркулесы» тип йөрөтәләр.
Алтын йондоҙға Гавриил Басманов Днепр плацдармындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Награда ҡағыҙында яҙылыуынса, ул беренсе булып Днепрҙың көнбайыш ярына сыға һәм командование менән бәйләнеш булдыра. Разведчиктарҙың ҙур булмаған төркөмө менән немецтарҙың тылына үтеп инеп, Басманов командованиеға дошман тураһында мөһим мәғлүмәттәр тапшыра. Ҡайтҡанда разведчиктар вермахт һалдаттары төркөмөнә тап була һәм улар менән алыша. Гавриил Басманов гранаталар ярҙамында 10 немецты юҡ итә һәм беҙҙең яралы яугирҙе яу яланынан алып сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыр егет Бөйөк Еңеүгә тиклем ике ай ғына йәшәп өлгөрмәй. 1944 йылда ауыр яраланғандан һуң Гавриил Басмановты әрме сафынан ҡайтаралар. 1945 йылдың 1 мартында тыуған ауылында вафат була.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас