Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 10:35

Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!

Мин үҙемдең ҡартатайҙарыма рәхмәттәр уҡыйым, улар беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, матур тормошобоҙ, тыныс күгебеҙ хаҡына үҙен аямай көрәшкән һәм Еңеү алып килгән. Уларҙың батырлығы күңелебеҙ түрендә мәңге һаҡланыр!

Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!
Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!


Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең мәңгелек йоҡолары тыныс булһын!
Ғорурланабыҙ, хәтерләйбеҙ!
Улар тураһында ишетеп белгәндәрем тураһында яҙып үтергә булдым.
Байғужин Ғибәҙулла Мортаза улы Байғужа ауылынан 1942 йылдың июнь айында фронтҡа юллана. Ул 1943 йылда Ростов йүнәлешендә барған ҡаты бәрелештәрҙә, оборона тотоп, дошмандарға ҡаршы ут аса. Әммә эргәлә шартлаған мина уның башын һәм яурынын яралай, ул госпиталгә оҙатыла. Ҡартатайымдың ҡаһарманлығы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән баһалана. Дауаланып сыҡҡас, Брянск ерҙәрендә Штык һуғышында 1944 йылда тағы һул ҡулы яралана, пуля эләгә. Әммә ул һуғыш яланын ташламай. Командир уны үҙе госпиталгә оҙата. Ҡартатайымдың батырлығын күреп, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр. Уның һиҙгер булыуын, әллә нисә әсир алыуын, боеприпастар складын табыуын, командирҙары тарафынан әллә нисә тапҡыр маҡтауға лайыҡ булыуын 1944 йылдың 6 авгусында яҙылған документтар раҫлай.
Ҡартатайым үҙенең тыуған иленә, халҡына тоғро ҡалып, Германияға тиклем барып етә, оло Еңеүҙе яулап «Берлинды алған өсөн» һәм башҡа күп кенә наградалар алып, түштәрен миҙалдар менән тултырып тыуған яғына, ҡатыны, балалары янына ҡайтып төшә. Ауылда ул урман ҡарауылсыһы булып эшләй. Камила ҡартәсәйем менән тырышып, бик матур итеп донъя көтәләр. Әммә һуғыш эҙемтәһеҙ үтмәй, ҡартатайым 59 йәшендә генә ауырып мәрхүм була.

***
Теүәлбаев Хәйбулла Садиҡ улы 1904 йылда Һабыр ауылында тыуған. Һуғыш башланғас та тәүгеләрҙән булып фронтҡа алына. Ул 300-сө уҡсылар дивизияһында дошмандарға ҡаршы батырҙарса һуғыша. Ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн миҙалдар менән наградлана. Әммә 1942 йылдың 19 декабрендә Сталинград өлкәһенең Ворошилов районы Нижнекамский ерҙәрендә фашистар менән бик ҡаты бәрелештә хәбәрһеҙ юғала. Зөләйхә ҡартәсәйемә иренең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡартәсәйем ҡартатайымды ғүмере буйына көтә. Бар көсөнә тырышып эшләй, йәшәй һәм балаларын аяҡҡа баҫтырып, уларҙы башлы-күҙле итеп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, матур итеп донъя көтә, балаларына терәк һәм кәрәк булып йәшәй. Үҙенең бүлә-бүләсәләрен дә күрергә насип була ҡартәсәйемә. Күпме генә ауырлыҡтар аша үтһә лә, һуңғы һулышына тиклем иренә тоғро ҡала.
2 йыл элек беҙ Шәжәрә байрамы үткәрҙек. Шәжәрә төҙөгәндә ҡартатайыбыҙҙы эҙләй башланым. Архив документтары буйынса хәбәрһеҙ юғалған ҡартатайым Хәйбулла Садиҡ улы Цитадель Деблин концлагерына пленға эләккән булыуы асыҡлана һәм унда ике йыл булғандан һуң, 1944 йылдың 25 майында үлеп ҡала. Ҡартатайымдың Польша ерендәге концлагерҙа булыуы ныҡ тетрәндерҙе. Нимәләр кисереп, нимәләр күргәнен үҙе һәм Аллаһ ҡына белә. Ул концлагерға бөтә әсирҙәрҙе алып баралар, үлем күп була, көнөнә биш йөҙләп кеше мәрхүм булып тора. Аслыҡтан, ауыр эштән, тиф һәм һыуыҡ тейеүҙән кеше бик күп ҡырыла. Күбеһен атып та, язалап та үлтерәләр. Үлән-ағастарҙан он эшләп, унан икмәк бешереп, көнөнә йөҙ грамм ғына ашаталар. Кешеләр аслыҡтан үлән эҙләп ашап туҡланғас, концлагер урыны бөтә ҡара ергә әйләнгән була. Ни генә күрмәй беҙҙең һалдаттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар.
Шул тиклем йәнде өшөткөс хәл. Күҙ йәштәре таммайынса был хәлде тыныс ҡына уҡып, ҡабул итеп булмай. Ҡартатайым да, шулай уҡ меңәрләгән һалдаттар ҙа йәл. Ул концлагер 1945 йылда ғына фашистарҙан азат ителә.
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай. Хәйбулла ҡартатайымдың һәм Зөләйхә ҡартәсәйемдең йәндәре ожмах түрҙәрендә булһын. Ҡартатайымдың ҡаһарманлығы менән, ҡартәсәйемдең тылдағы хеҙмәте менән ғорурланам. Үкенескә ҡаршы, ҡартатайымдың бер фотоһы ла һаҡланмаған.

***
Вәлиев Шәһитулла Кәлимулла улы 1904 йылда тыуған. Байғужа ауылынан 1942 йылда тыуған ере өсөн көрәшергә фронтҡа китә. Ул һуғыш юлын 1190-сы полкта 357-се уҡсылар дивизияһында башлай. Утты-һыуҙы кисеп, йәнен-тәнен аямай илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшә. Белоруссия республикаһының Витебск өлкәһе Полоцкий районын фашистар баҫып алған була. Совет һалдаттарына районды уратып алып, дошмандарҙан азат итеү маҡсаты ҡуйыла. Ҡан ҡойош, юғалтыуҙар күп була. Бер нимәгә ҡарамай, Полоцкий дошмандарҙан азат ителә. Минең ҡартатайым да шул алыштарҙың ҡорбаны булып, Полоцкий районы Полота ауылында үлә һәм шунда ерләнә. 5 бала менән ҡалған Ғәлимә өләсәйемә ҡара ҡағыҙ ғына килә...
Интернет селтәрҙәрендәге тарихи мәғлүмәттәр буйынса Полоцкий ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашҡан һалдаттарға арнап мемориал таҡталар, һәйкәлдәр, обелисктар ҡуйылған. Был беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ.
Ҡартатайым һәм өләсәйемдең оло улдары Вәлиев Хәйбулла Шәһитулла улы 1943 йылда 18 йәшендә генә һуғышҡа бара. Ҡартатайым кеүек ул да үҙенең иле өсөн батырҙарса һуғыша. Тыуған яғына Еңеү менән әйләнеп ҡайтып, өйләнеп, балалар үҫтерә. Һуғыш уның да һаулығын ала, ҡаты ауырығандан һуң Хәйбулла олатайым мәрхүм була.
Һуғыш ауырлыҡтарын, был афәттең иң ҡурҡыныс мәлдәрен күргән, уның һынауҙарын үткән яҡындарым беҙгә, уларҙың ейәндәренә, бүләсәрҙәренә ғүмер бүләк иткәндәр, улар алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың батырлыҡтарын онотмайбыҙ!
Ветерандарҙың бүләсәре Райхана ЮЛГИЛДИНА.
Өфө ҡалаһы.

Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!
Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!
Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас