

Ҡартатайым 1907 йылдың 20 мартында элекке Матрай районы Олоһаҙ ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡалып аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күргән ул, шуға ла һеҙгә күрергә яҙмаһын бындай ҡурҡыныс мәлдәрҙе, ти торғайны.
Өләсәйем Сәйҙә Мөхәмәтйән ҡыҙы Төлкөбаева (1909 йылғы) менән бик йәшләй донъя ҡорғандар. Өләсәйем дә етем үҫкән, ҡартатайыма кейәүгә сыҡҡанында уға ни бары ун дүрт кенә йәш булған.
Ҡартатайым йәшләй генә 109-сы йылҡысылыҡ заводында эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Ветеран тигән атына атланып фронтҡа китә. Шул тиклем ат йәнле кеше булған, атта оҫта йөрөгән ул. Хеҙмәткә алынғас легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Дошманға ҡаршы һуғышып оҙайлы, ауыр яу юлы аша үтә. Бик күп ауылдарҙы, ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Днепрҙан алып Эльбаға тиклем ҡанлы, ауыр һуғыш юлдарын уҙа. Улар һуғышҡан эскадрон һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһендә һәм алдынғылар рәтендә була.
1943 йыл... Сталинград өсөн ҡаты алыш, һуғыш алдынан Башҡортостан Хөкүмәтенән делегация килә һәм яугирҙәр менән осрашыу ойошторола бүләктәр тараталар, концерт күрһәтәләр. Шунда бер рәссам Сабит Сибәғәт улы атының яраланған аяғын бәйләп ултырғанын күреп ҡалып уның һүрәтен эшләй. Ул һүрәтте ҡартатайым һуғыштан алып ҡайта һәм һуңынан фото итеп эшләтеп ала.
Браденбург өсөн барған ҡаты һуғышта 1945 йыл ныҡ ҡаты яралана, контузия ала. Госпиталдә бер аҙ дауаланғандан һуң, хеҙмәткә яраҡһыҙ тип ҡайтарыла. Аяғына ла мина ярсығы тейеп тыуған яғына ҡултыҡ таяғына таянып ҡайтып төшә, шулай уҡ яурынындағы яраһы ла ныҡ була.
Фронттан ҡайтҡас ауырыйым, яралымын, һыҙланам тип тормай үҙе эшләп киткән йылҡысылыҡ заводына бригадир булып эшкә төшә. Эш айырмай ҡайҙа ҡушалар, шунда эшләй ҡартатайым. Тырыш хеҙмәте өсөн уға бирелгән Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Шулай уҡ Мәскәүҙә ВДНХ-ға ла барып ҡайтырға насип була уға. Яугир Ишкилдин Сабит Сибәғәт улының күкрәген бик күп орден, миҙалдар биҙәй.
Өфөлә ойошторолған осрашыуҙарға йөрөй торғайны. Завод, фабрикаларҙа, мәктәптәрҙә экскурсияларҙа булып, әллә күпме бүләктәр алып, ҡыуанып ҡайтыр ине баш ҡаланан.
Ҡартатайым гел кавалеристарса кейенеп йөрөнө. Башында папаха, галифе салбар, аяғында хром итек булыр ине. Мыйыҡ үҫтереп, уны матур итеп тарап йөрөр булды.
Өләсәйем менән дүрт ҡыҙ үҫтереп барыһын да үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙылар. Улар икәүһе лә дин юлында булдылар. Ҡөръән уҡып, биш намаҙын ҡалдырманылар, һәр ваҡыт ураҙа тоттолар, беҙгә, ейәндәренә лә бәләкәйҙән доғалар өйрәттеләр.
Ҡартатайым 1988 йылдың октябрь айында вафат булды. Иҫән сағында гел көндөң йылыһында ғына үлтерһен инде, хоҙайым, кешеләр мине ҡуйғанда ыҙаламаһындар, – ти торғайны. Һорағаны ҡабул булғандыр, уны ерләгән көн шул тиклем тыныс, матур булды.
Шундай изгелекле, сабыр, намыҫлы, аҡыллы, эшлекле ҡартатайым менән өләсәйем булғанға, улар мине үҫтергәнгә ҡыуанып бөтә алмайым. Урындары ожмахтың түрендә булһын тип теләйем, рәхмәттәр уҡыйым.
Йыл һайын 9 майҙа Еңеү көнөн байрам итәбеҙ, ҡот осҡос һуғышта ошо Бөйөк Еңеүҙе яулаған яугирҙәрҙе – ата-олатайҙарыбыҙҙы, ҡартатайҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Бөгөнгө матур, етеш тормошта йәшәүебеҙ өсөн беҙ уларға бурыслыбыҙ. Бер ҡасан да онотмайыҡ, улар алдында баш эйәйек.
Онотмайбыҙ! Ғорурланабыҙ!
Рәсимә САБИТОВА (Ишкилдина).
Яманһаҙ ауылы.