

Май байрамдары алдынан проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында үҙәк белгестәре Зөбәржәт Нәҙерғолова һәм Рузилә Айытҡолова «Тәңкәбикә» ағинәйҙәр ойошмаһы менән берлектә Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 3-сө а класс уҡыусылары һәм класс етәкселәре Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы Аҡҡужина ҡатнашлығында «Һуғыш йылдары хаттары» исемле сара үткәрҙе.
Сараға килеүсе балаларға ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары Фәндиҙә Ҡоҙашева, Рәйсә Мәжитова тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған, фронттан яҙылған өсмөйөшлө хат өлгөләре менән таныштырҙы һәм уларҙың күсермәһен уҡып ишеттерҙе һәм музейҙа һаҡланған был хаттарҙың документ ҡына түгел, ә тере тарих булыуын, шул осор ваҡиғаларын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итеүен билдәләне. Минзилә Атанғолова балаларға ҡартатаһы Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтышлай ҡатынына тип һатып алған ебәк шәл тарихын һөйләне һәм уның һуғыштан яҙған хатын уҡып ишеттерҙе. Ғаилә хеҙмәте белгесе Зөбәржәт Нәҙерғолова Йылайыр районынан сыҡҡан Советтар Союзы геройҙары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Уларҙың ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙәр һәм тыуған иленең ысын патриоттары булыуын билдәләне, уҡыусыларҙы илһөйәр булып үҫергә саҡырҙы. Артабан балалар класс етәкселәре менән берлектә әлеге көндә махсус хәрби операция зонаһында булыусы яугирҙәребеҙгә хаттар яҙҙы, уларға тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтыуҙарын теләне һәм хаттарҙы тап һуғыш йылдарындағылай өсмөйөшлө итеп бөкләп сираттағы гуманитар ярҙам менән егеттәребеҙгә оҙатырға тапшырҙы.
Сара фәһемле һәм ойошҡанлы үтте. Проектта ҡатнашыусылар ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, тағы ла осрашырға һүҙ бирҙе.
Автор фотоһы.