Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 09:30

Уның исеме тарих биттәренә яҙылған

Яңғырай бөтә донъяға Беҙҙең Еңеү юлдарыЯҡты яҙ килтерҙе ергәТыуған илдең улдары. Ғ.Рамазанов.

Минең ҡартатайым Ҡунаҡов Әхмәтғәриф Фәтхулла улы 1918 йылда Башҡортостандың Матрай районы (элекке) Ҡәнзәфәр советының Аралбай ауылында тыуған. Ауыр була уның бала сағы, туғыҙ йәштә генә атайһыҙ ҡалып, өс класс белем алғандан һуң өлкәндәр менән бер рәттән эшләй башлай. Мотлаҡ башланғыс белем алыу индерелгәс, Ҡашҡар ауылында 4 класты тамамлай. 1938 йылда Совет Армияһына алына, Приморье крайының Советская Гавань ҡалаһында 1940 йылдың декабренә тиклем хеҙмәт итә. Ауылға ҡайтҡас клуб мөдире булып тәғәйенләнә. Бер үк ваҡытта трактор бригадаһында хисапсы булып та эшләй.
1941 йыл... фашист илбаҫарҙары Тыуған илебеҙгә вәхшиҙәрсә һуғыш башлай. Һуғыштың тәүге көндәренән үк ҡартатайым фронтҡа китә. Ул 172-се армия менән тарихҡа ингән Ленинград оборонаһында ҡатнаша. 1942 йылдың 12 майында ауыр яралана. Рыбинск, Горький, Ҡазан госпиталдәрендә дауаланғандан һуң алты айға демобилизациялана һәм артабан һаулығын нығытыу өсөн ауылға ҡайта. Ләкин окоп, шинель, атака тормошонан һуң йомшаҡ постелдә генә ятырға тура килмәй уға, ҡатын-ҡыҙ ҡулына ҡалған колхозға ярҙамға сыға.
1943 йылдың 27 мартында ҡартатайым яңынан фронтҡа китә. Инде Волхов йүнәлешендәге һуғыштарҙа ҡатнаша һәм декабрь айында ҡабаттан яралана. Өс ай буйы госпиталдә ятҡандан һуң 2-се Белоруссия фронтына эләгә һәм 1944 йылдың апрелендә ауыр яралана. Госпиталдә ятып, һауығып сыҡҡас ҡыйыу һалдат 82-се айырым ауыр танк полкына автоматсы итеп алына. Еңеү көнөн минең ҡартатайым тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеп, Көнсығыш Пруссия ерҙәрендә һуғышып ҡаршылай. Армияла ете йыл хеҙмәт итеп түшенә орден-миҙалдар тағып 1948 йылда азатлыҡ һалдаты булып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Аяуһыҙ һуғыш юлдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡартатайым Ватан һуғышы орденына, ике тапҡыр Батырлыҡ өсөн, һуғыштағы ҡаҙаныштары өсөн миҙалдарына лайыҡ була. Тағы ла әлә күпме ҡалаларҙы алыуҙа ҡатнашҡаны өсөн миҙалдар менән наградлана.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас һуғыш йылдарында ныҡ бирешкән ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыр өсөн кисәге һалдаттар ең һыҙғанып эшкә тотона. Ҡартатайым да ун дүрт йыл колхозда бригадир булып хеҙмәт итә. Унан һуң келәт мөдире, һатыусы, оҙаҡ йылдар чабан булып эшләй. Ниндәй генә эштәрҙә эшләмәһен бер ерҙә лә һынатмай, маҡталып эшләй ул. Намыҫлы хеҙмәте өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Социалистик ярышта Еңеүсе значогы менән бүләкләнә, Хеҙмәт ветераны миҙалына лайыҡ була. 1978 йылда хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан хәленән килгәнсә совхозға ярҙам итә.
Был юлдарға күпме ҡан-йәш һеңгән
Ятып ҡалған күпме туғандар.
Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә
Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар.
Ф. Чанышева.
Айгөл НӘҘЕРБАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас