Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 01:30

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылай

Интернет селтәрендәге «Ауыл уттары» төркөмөндә ойошторолған «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылып мин дә үҙемдең ҡартатайҙарым, олатайҙарым һәм ҡайнымдың атаһы тураһында ҡыҫҡаса ғына яҙып үтергә булдым.

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылайБыйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылай
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылай

Йылайыр районы Һаҡтау ауылынан булған ҡартатайым Атанбаев Шәһиғәле менән олатайым Атанбаев Янсаф Әҙәһем улы һуғыш яланынан ҡыҙғанысҡа күрә әйләнеп ҡайта алмай батырҙарса һәләк булалар. Шулай уҡ сығыштары менән Һыҙғы ауылынан булған өләсәйемдең 1899 йылғы бер туған ағаһы Асаинов Вәлитдин Баһауетдин улы бик оҫта ҡурайсы булған. Һуғыш башланғас ул да иле, тыуған ере өсөн көрәшеп Еңеүгә күп көс һалған. Ҡыҙғанысҡа күрә ул да һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмаған. Тағы ла Һаҡтау ауылынан ҡайнымдың атаһы Иҫәнбаев Рәхимйән дә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Уның да ғүмере яу яланында өҙөлгән.
Районыбыҙҙың төпкөл ауылдарының береһе булған Байғужа ауылынан да һуғышта ҡатнашыусы ветерандарыбыҙ исемлеге бик ҙур. Улар араһында атайымдың бер туған ағаһы Байғужин Ғизәтулла олатайым да бар. Үкенескә күрә ул да фашистар ҡулынан үлтерелә. Уның иҫтәлектәре булып ҡартәсәйемә яҙылған өсмөйөш хаттары һаҡланған. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтып, был көндө ысын байрамға әүерелдереп минең ҡартатайым (атайымдың атаһы) ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Ҡартатайым Байғужин Ғибәҙулла Мортаза улы 1942 йылдың июнь айында Байғужа ауылынан һуғышҡа китә. Ҡаты бәрелештәрҙә ике тапҡыр яралана, 1943-1945 йылдарҙа өс тапҡыр «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Германияға тиклем барып етеп «Берлинды алған өсөн», «Бөйөк Еңеү өсөн» миҙалдары менән наградалана. Тыуған тупрағына, тыуған еренә, тыныс тормошҡа ҡайтҡас улар Камила ҡартәсәйем менән биш ул тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ҡаһармандар исемлегенә ингән ошо батырҙарыбыҙ беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн оло ла, аяуһыҙ ҙа юлдар үткән. Улар менән ғорурланабыҙ, мәңге хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ!
Шәрифә ИҪӘНБАЕВА.

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылай
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылай
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылай
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас