

Йылдар үткән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы һирәгәйгән һайын Еңеү көнөнөң баһаһы, киреһенсә арта ғына бара.
Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙын Йылайыр халҡы күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Яугир атай-олатайҙарының, бала саҡтарын һуғыш урлаған, үҫмер көйө күп ыҙа-ғазаптар кисергән әсәй-өләсәйҙәренең портреттарын тотҡан ололар, йәштәр, балалар иртә менән «Үлемһеҙ полк» сафында үтеү өсөн район мәҙәниәт йорто янына йыйылды. Парадта ҡатнашасаҡ район үҙәгенең хеҙмәт коллективтары, уҡыусылар, хатта кескәйҙәр тигеҙ рәттәргә баҫты. Һәр кем тантанаға йөрәк ҡушыуы буйынса, үҙен аямай еңеү яулаған миллионлаған совет халҡының ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге алдында баш эйеү, яуҙа ятып ҡалғандарҙы иҫкә алыу, тереләргә рәхмәт әйтеү өсөн сыҡты. Тантаналы парадҡа йыйылған халыҡ ағымы бер коллонаға баҫып, бөтәбеҙгә яҡшы таныш булған «День Победы», «Катюша» йырҙары оҙатыуы аҫтында Ленин, Голубцов урамдары буйлап үтеп, яуҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙға ҡуйылған обелискка юлланды.
Был көндө реставрациянан һуң яңы төҫ алған обелискты һәм шулай уҡ хәрби операция барышында һәләк булған яҡташтарыбыҙға мемориаль таҡтаташтарҙы асыу татнанаһы ла үтте. Обелиск янында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырағандан һуң, тантаналы митингыла ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов менән Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Эльбрус Ниғмәтуллин сәләмләне һәм беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн көрәшкән яугирҙәрҙең һәм бөгөн дә ҡаһарман атай-олатайҙарының данлы героик юлын дауам итеп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең барыһын да мәңге хәтерләргә бурыслы булыуыбыҙ хаҡында белдерҙе. Уларҙың һүҙен ҡеүәтләп Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияның 10 а класы уҡыусыһы Камил Мәҡсүтов үҫеп килеүсе йәш быуын исеменән Рәсәй халҡының намыҫына ҡара яҡмаҫҡа һәм беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн яуҙа башын һалған батырҙар рухына тап төшөрмәҫкә татнатаналы рәүештә һүҙ бирҙе. Артабан райондың ветерандар Советы рәйесе Надежда Булавина, махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Алексей Шаровтың атаһы Николай Шаров телмәр тотто һәм һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелискты яңырытыуҙа һәм таҡташтарҙы ҡуйыуҙа булышлыҡ иткәне өсөн район хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һуңынан хеҙмәт коллективтары, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре обелискка сәскәләр һалды. Яуҙа һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителгәндән һуң, өс тапҡыр тантаналы залп һауаны яңғыратты.
Байрамдың икенсе өлөшө үҙәк майҙанда дауам итте. Унда Еңеү көнөн билдәләргә килгән ауылдаштарыбыҙҙы, ҡунаҡтарҙы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, шайморатовсылар класы, район үҙәк дауаханаһының шәфҡәт туташтары һәм «Хәрби туғанлыҡ» хәрәкәте ветерандары ҡатнашлығында парад, бай йөкмәткеле байрам концерты көтә ине. Сара барышында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡолау телмәре менән сығыш яһаны һәм махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙ Ил Бикбулатов, Ирек Ишкилдин менән Роберт Шәйәхмәтовтың яҡындарына Батырлыҡ ордендары һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарын тапшырып үтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙың күмәкләп Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, билдәле «День Победы» йырын башҡарыуы байрамдың матур биҙәге булды. Шулай уҡ йылдағыса, байрам сараһында ҡатнашыусылар Йылайыр коррекция интернат-мәктәбе ашнаҡсылары әҙерләгән фронт кухняһы символы – ҡарабойҙай бутҡаһын тәмләне, бер телем ҡара икмәк һәм сәйҙән ауыҙ итте. Әйтергә кәрәк, хәрби ялан кухняһы Еңеү көнө байрамының айырылғыһыҙ йолаһына әүерелде хәҙер.
Сара киске сәғәттәрҙә «Еңеү вариҫтары» велоуҙышы һәм үҙәк майҙанда ойошторлған концерт программаһы менән тамамланды.
Розалия ТАКАЛОВА.
Евгений ВЕНИДИКТОВ фотолары.