

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, батырҙар төйәге – йылайыр ере 8 Советтар Союзы Геройын тәрбиәләгән. Улар: Николай Иванович Волков, Николай Романович Ириков, Леонид Михайлович Кувшинов, Николай Иванович Лазарев, Василий Иванович Маслов, Петр Егорович Павлов, Андрей Игнатьевич Серков һәм Георгий Андреевич Хачин. Тыуған илен генә түгел, тотош донъя халҡын нацизм афәтенән ҡотҡарған, тиңһеҙ батырлыҡ ҡылған данлыҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында яҡы иҫтәлетәр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Мемориалдарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм уның урынбаҫарҙары, тыл ветерандары һәм һуғыш осоро балалары, «Хәрби туғанлыҡ» һәм тәртип һаҡлау органдары вәкилдәре, төрлө ойошма-предприятиелар етәкселәре, Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының шайморатов кластары уҡыусылары, район үҙәгенең өс балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Килештереп тегелгән хәрби кейем, пилоткалар кейгән, ҙур банттар таҡҡан ҡыҙ һәм малайҙарға ҡарап тороуы үҙе үк байрам кәйефе бирә ине. Һуңғы көндәрҙә үҙгәреүсән булып киткән һауа торошо ла бер болот әҫәре булмаған тыныслыҡ төҫөндәге зәп-зәңгәр күк йөҙө менән ҡыуандырҙы.
– Кеше ғүмере һәм һайлау ирке – бына ошо ике иң мөһим ҡиммәттәр ҡанлы яуҙарҙа, миллионлаған ҡорбан биреп, яуланған. Ябай совет һалдатының батырлығы, илһөйәрлеге, тотош илдең берҙәмлеге менән фашизм идеологияһының таралыуына юл ҡуйылманы. Тарих өҡайһы саҡ ҡабатлана шул. Бөгөн килеп илебеҙ именлеген ҡаҡшатырға теләүсе көстәр йәнә баш ҡалҡытты. Беҙ, еңеүсе быуын вариҫтары, был афәттең тамыр йәйеүенә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Беҙҙең дәүер геройҙары ла, данлы атай-олаттайҙары өлгөһөндә ил һағына баҫты һәм еңеү мотлаҡ беҙә – яҡшылыҡ яғында буласаҡ!
Мемориаль таҡтаташтарһың тап Бөйөк Еңеү байрам алдынан асылыуы – үҙе үк оло мәртәбә. Беҙҙең данлы тарихыбыҙ – ул үткәндәр генә түгел, ә замандың тере бәйләнеше, ул кеше яҙмыштарында, һәйкәлдәрҙә, мәктәп һәм урам исемдәрендә йәшәй. Халыҡ иҫәбе буйынса иң бәләкәй төбәктәрҙең береһе һаналған районыбыҙҙан 8 Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Бының менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Әле бөгөн асҡан таҡтаташтарға ҡарап, беҙҙең балаларыбыҙҙың күңелен дә ватансылыҡ тойғоһо биләр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Форсаттан файҙаланып, ошо мемориалдарҙы әҙерләүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән яҡташыбыҙ, республика хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәевкә лә рәхмәт әйтеп үтергә теләйем, – тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы Борис
Николаевич Мелкоедов.
– Борис Николаевичтың әйткәндәрен тулыһынса ҡеүәтләйем. Ысынлап та, Йылайыр ере элек-электән үҙенең батыр улдары менән дан тота, – тип билдәләне үҙенең телмәрендә Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Геннадьевич Годуленко. – Беҙ әле баҫып торған Дан аллеяһы ҡасандыр «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы егеттәренең тырышлығы менән булдырылды. Бер-бер артлы сик буйы, эске һәм һауа-десант ғәскәрҙәренә бағышлап һәйкәлдәр ҡалҡты. Ә бөгөн беҙҙең аллеяны Советтар Союзы Геройҙарына мемориаль таҡтаташтар биҙәй. Афарин егеттәргә, үҙемдең командама! Шулай уҡ айырым рәхмәттәремде Башҡортостан Республикаһындағы «Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте» ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рәмил Рәхимовҡа еткерәм.
Һәм бына иң тулҡынландырғыс мәл – аҡ япмаларҙы тантаналы асыу ваҡыты етте. Герой йондоҙҙары ҡояш нурҙарында балҡып, бар ғаләмде изгелек, йылылыҡ һәм бәхет нуры менән яҡтыртты.
Йылдар үткән һайын ата-бабаларыбыҙҙың, олатай-ҡартайҙарыбыҙҙың данлы үткәне хәтерҙәрҙә яңыра. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған, онотолмай һәм онотолмаясаҡ!
Зөбәржәт Һиҙиәтова.
Евгений Венидиктов фотоһы.