Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
14 Мая 2025, 09:30

Кескәйҙәргә Еңеү тураһында

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар сиктәрендә "Аҡ сәскә" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә, өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәренә һәм уларҙың ата-әсәләренә Йылайыр ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир-яҡташтарға ҡуйылған обелискҡа экскурсия ойошторолдо.

Кескәйҙәргә Еңеү тураһындаКескәйҙәргә Еңеү тураһында
Кескәйҙәргә Еңеү тураһында


Тарихи мәғлүмәттәр, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенең әһәмиәте, был обелиск ни өсөн төҙөлгәне, ни өсөн беҙ, 9 май - Еңеү байрамын хәтерләп хөрмәт итергә тейеш икәнлеге тураһында районыбыҙҙың хөрмәтле һәм абруйлы кешеһе, Йылайыр тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Виктор Степанович Еремкин һөйләп бирҙе. Уның һөйләгәндәрен барыһы ла ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Осрашыу аҙағында шәмдәр ҡабыҙып, һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған, һуғышта һәләк булған һалдаттарға хөрмәт йөҙөнән бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Бындай патриотик саралар кескәй балаларҙа Ватан һәм ил тарихына һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо, совет халҡының тыныслыҡ хаҡына иҫәпһеҙ-һанһыҙ батырлыҡтары өсөн лайыҡлылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә.
Алдағы тормоштарында балаларҙың аҡыллы, белемле, илһөйәр булып үҫеүҙәренә ышанабыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас