

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас һуғышҡа китә һәм 1941 йылдың 25 июнендә 2-се Украина фронтында пулеметсы булып хеҙмәт итә. Украинаның ауыл-ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан сағында ҡаты яралана. Госпиталдә ятып дауаланып, һауығып сыҡҡас Мәскәү өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Эшелон-эшелон булып һалдаттар тейәлеп килеп торҙо, икенсе көнөнә юҡ булып торҙо... Күрешеп тә, танышып та өлгөрмәй ҡалабыҙ, тип һөйләй торғайны ҡайным.
Мәскәүҙәге алышта тағы яралана ҡайным. Шул һуғышта ҡатнашҡаны өсөн «Һуғыштағы батырлығы өсөн» миҙалы менән наградлана. Госпиталдән йүнәлеп сыҡҡас Можайск фронтына оҙатыла. Бында барған ҡаты һуғышта аяғына снаряд ярсығы тейеп тағы яралана. Унда күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1944 йылдың 16 ноябрендә уны хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип ҡайтаралар. Тыуған ауылына ҡултыҡ таяғында ҡайтып килә. Еңеү яҙы килгәс «Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградлана.
Яу юлын үтеп, күпме ауыр саҡтарҙы кисергән яҡын туғаныбыҙ, һуғыш хәтерҙән юйылмай, күргәнгә түҙемлек бирһен, күрмәгәнгә күрһәтмәһен. Тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, ти торғайны.
Һуғыштан ҡайтҡас та ул өйҙә ятмай, эшкә сыға. Аяғының ауыртыуына ҡарамаҫтан «Конный заводта» бригадир булып хеҙмәт итә. Ауылдаштары араһында тырыш хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанып йәшәй. Быны иҫбат итеүсе грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап уның.
Әсҡәпъямал Кинйәбай ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, тырышып донъя көтәләр. Алты ул һәм алты ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларға яҡшы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығаралар.
Һуғыш касафатын үҙ иңендә үткәргән ҡайным 1988 йылдың июль айында вафат булды, урыны ожмахтың түрендә булһын. Уның батырлығы алдында баш эйәбеҙ, арабыҙҙан китеүенә күпме йылдар уҙһа ла, онотмайбыҙ, ул мәңгегә беҙҙең уйҙа, беҙҙең хәтерҙә.
Ауырлыҡтар, юғалтыуҙар аша яуланылған Еңеү менән беҙҙең быуынға тыныс тормош килтергән ветерандарға һәр саҡ рәхмәтлебеҙ.
Онотмайбыҙ, ғорурланабыҙ!
Рәсимә САБИТОВА (Ишкильдина).
Яманһаҙ ауылы.