Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
16 Май 2025, 06:35

Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!

Һултантимер ауылында йәшәүсе Рәйлә апай Әхмәт ҡыҙы Смоленск өлкәһенә барып үҙенең Герой ҡартатаһының исемен мемориал таҡтаташта күреп ҡайтҡан.

Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!
Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!

Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!
Әсәйемдең атаһы Ботов Бадма Артюм улы 1908 йылғы. Һуғышҡа тиклем Матрай районының 109-сы Яманһаҙ ат үрсетеү совхозында (халыҡ телендә конзавод тип йөрөтөлә) ветеринар булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та иң беренселәр рәтендә үҙ теләге менән һуғышҡа китә, 236-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
Һуғыш башланыу менән заводтың баш командующийы бойороғо менән тиҙ арала хәрби хеҙмәткә юллана. Төплө белеме, ҙур эш тәжрибәһе булған ветеринар ҡартатайым фронт юлдарын үтеп, бойороҡҡа ярашлы, бронь менән кире эш урынына ҡайтарыла. Аяуһыҙ һуғыш йылдарының бөтә ауырлығын иңендә күтәреп, башҡалар менән бергә көн-төн тимәй фронт өсөн, Еңеү өсөн көс түгә.
Һәр баш мал өсөн һуғыш осоронда ҡаты закондар буйынса яуап биргәндәр. Әйткәндәй, шул осорҙа бала ғына көйө атайым, Мөхәмәдрәхимов Әхмәт Хәлит улы ла конзаводта йәш аттарҙы өйрәтеүгә күп көс һала. Бик күп аттарҙы (500 баш тирәһе) үҫтереп, уларҙы өйрәтеп фронтҡа оҙаталар.
Үҙҙәрен аямай эшләгән хеҙмәтсәндәрҙең тырышлығы менән йылҡы заводы ул михнәтле йылдарҙы үткәрә. Хатта Буденный үҙе килгән тип тә һөйләйҙәр һәм тырыш хеҙмәт өсөн Халыҡ Комиссариаты оборонаһы йылҡы заводына Ҡыҙыл Байраҡ тапшыра. Был 1942-1943 йылдарҙа була.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла ҡартатайым ветеринар эшен дауам итә, өйөнөң бер мөйөшөндә аптека тота. Бөтә кешегә лә ярҙамсыл, намыҫлы, ипле һүҙле, тырыш булыуы менән халыҡ араһында ихтирамы ҙур була. Башҡалар төрлө документтар менән эш иткәндә, яҙыу-һыҙыу эшендә, русса бик яҡшы белеүсе, төплө белемле Бадма Артюм улына мөрәжәғәт итеп аҡыллы кәңәш, ярҙам алғандар.
Дүрт балаға ғүмер биреп, ейән-ейәнсәрҙәрен күреп, 75 йәшендә фронтовик ҡартатайым яҡты донъяны ҡалдыра.
Рәхмәт һиңә, ҡәҙерле ҡартатайыбыҙ! Бөйөк Еңеү өсөн, беҙҙең яҡты киләсәк, матур тормош өсөн!

***
Атайымдың атаһы Мөхәмәдрәхимов Хәлит Бәхтейәр улы 1902 йылғы, ул Баймаҡ районынан. Һуғышҡа тиклем Байғарала заводта эшләй. Атайым һөйләүенсә, заводтың ҡапҡаһы төбөндә ҡораллы һаҡсы торған. Ҡайһы саҡ атайым барғанда уға эскә үтергә лә рөхсәт бирә, тип хәтерләй ине... Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ҡартатайым 1942 йылдың май айында фронтҡа китә. Смоленск өлкәһенең 4-се удар армияһының 135-се уҡсылар дивизияһында фронт юлдарын үтә. Шул уҡ йылдың август айында, утыҙ ғына йәшендә, Тыуған ил өсөн көрәштә батырҙарса һәләк була.
Күптән түгел, беҙ, ейәндәре уның ерләнгән урынын эҙләп таптыҡ. Смоленск өлкәһенең Велиж ҡалаһында «Лидова гора» мемориалында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән Хәлит Бәхтейәр улы. Беҙ ғорурланабыҙ һинең менән ҡартатайыбыҙ, һинең өсөн һәр саҡ аят- доғаларыбыҙҙы бағышлайбыҙ.
Йәндәрең йәннәттә, рухың шат булһын, ҡәҙерле ҡартатайыбыҙ!
Хәлит ҡартатайыма арналған шиғырым:
Велиж. Лида тауы. Мемориал...
Смоленск өлкәһендә ҡалҡыулыҡта
Исемдәре ташҡа уйылған,
Тиҫтә меңдән ашыу батыр һалдат
Мәңгелеккә ҡалып күҙ йомған.
Мин күрмәгән ҡартатайым унда
Еңеү өсөн биргән ғүмерен,
Исемкәйең ҡалған гранит ташта,
Йәннәт түрҙәрендә шаһит йәнең.
Атай һине гел хәтергә алды:
– Байғарала завод, май айы,
Эш ҡоралын һалып утҡа инде,
Илап ҡалдыҡ мин һәм ағайым.
Үҙе эстән һыҙып һөйләй-һөйләй,
Ниҙәр генә кисерҙе икән,
Әллә, бәлки...
тигән өмөткәйен
Үҙенән дә йәшерҙе микән.
Теләгәндер эҙләп табырға ла,
Атай ҡәберен барып күрергә,
Тыуған ерҙән бер ус тупраҡ һалып
Рәхмәт әйтеп башын эйергә.
Үкенес шул, йылдар үткән, үтә,
Һин табылдың бына, ҡартатай,
Үҙәктәрҙе өтә был ҡыуаныс,
Эх, күрмәне, белмәне атай...
Һиңә генә һөйләр эс серҙәрен,
Өмөттәрен алып үҙе менән,
Фанилыҡта көтөп осрашалмай,
Һинең янға киткән ул беҙҙән.
Кисерә күр беҙҙе, ҡартатай,
Һуңлап ҡына таптыҡ ҡәберең,
Мең-мең рәхмәт, һиңә, ҡартатай,
Беҙҙең өсөн үҙең баш һалдың!
Еңеү өсөн бирҙең ғүмерең!
Үлемһеҙ полк сафына ҡушылып,
Ғорурланып Еңеү көнөндә,
Беҙ атлайбыҙ бергә, Ҡартатай,
Һинең портрет минең ҡулымда!

Һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәй,
Батырҙарға күңелдә һөйөү...

Көн шул тиклем матур, йылы, ҡояшлы. Оҙон юл үтеп, 2 май көнө Смоленск өлкәһенең Көнбайыш Двина йылғаһы буйында урынлашҡан Велиж ҡалаһына килеп еттек. Бына Лида тауы. Бер туҡтауһыҙ ҡоштар һайрап торған һил генә ҡалҡыу урын. Ун меңдән ашыу совет һалдаты ерләнгән мемориалға күтәреләбеҙ. Обелиск... бер нисә рәт булып яҙылған исем-шәрифтәр ташҡа теҙелгән.
Ҡартатайыбыҙҙың фамилияһын эҙләп рәттәр буйлап үтәбеҙ. Йөрәк тулай... Бына ул яҙма: Мухамедрахимов Х..
Күңелдәге тойғолар ташып күҙҙән йәштәр булып тәгәрәй. Тын ҡалабыҙ, 1942 йылдарҙағы аяуһыҙ һуғыш күренештәре күҙ алдыбыҙҙан үтә. Йәп-йәш кенә һалдат – ҡартатайымдың йөҙө сағылғандай була...
Күпме аҫыл ир-егеттәрҙең ғүмерен ҡыйыусы ҡәһәрле һуғыш...
Хәлит ҡартатайымдың, шул яу шаһиттары булған яугирҙәрҙең рух-шәрифтәренә аят-доғалар уҡып, сәскәләр һалырға насип булды, Аллаһҡа шөкөр! Ҡәҙерле атайым мәрхүмдең нисә йылдар күңелендә йөрөткән өмөттәрен аҡлап, көн дә ҡайтыр тип атайын көткән балалыҡ хыялдарын, сәләмдәрен һуңлап булһа ла ғәзиз кешеһенә еткергәндәй, күңелебеҙ елпенеп ҡуйҙы.
Һеҙҙең рухығыҙ алдында баш эйәбеҙ, ил батырҙары!
Мең-мең рәхмәт һеҙгә!
Мәңгелек хәтер!
Мәңгелек дан!
Рәйлә Әхмәт ҡыҙы.
Һултантимер ауылы.

 

Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!
Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!
Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!
Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!
Яҡты киләсәк, матур тормош өсөн рәхмәт!
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас