

Билдәле булыуынса, Ҡашҡар ауыл советына ҡараған ауылдарҙан фронтҡа 266 ир-азамат алына. Шуларҙың 146-һы яу яланындарында һәләк була. Тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ тол ҡала, йөҙләгән бала атай иркәләүен тоймай, ярым-етем булып үҫә. Беҙҙең Мәҡсүт ауылынан етмешкә яҡын кеше яуға китә, яртыһына тыуған йортона әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Бер ғаиләнән ике, өс кеше һуғыштан ҡайта алмаусылар ҙа бихисап була. Мәҫәлән, бер туған Арыҫлан, Ҡорбан, Мөхәмәтша Байғоловтар, аталы-уллы Ғәниулла һәм Әхмәт Такаловтар, ағалы-ҡустылы Дәүләтша менән Бәҙәмша Исҡужиндар. Фронтта һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә («Память» китабында) Исҡужин фамилиялы ун, Байғоловтарҙан, Бикбулатовтарҙан һигеҙ, Такаловтарҙан биш, Сабанчиндарҙан дүрт, Мусиндарҙан өс кеше теркәлгән.
Мәҡсүт бригадаһының ат ҡараусыһы Хәмитйән Исҡужиндың ғаиләһенә килгән ҡара ҡағыҙында, мәҫәлән, уның 1943 йылдың ноябрендә һәләк булып ҡалыуы хәбәр ителә. Ҡатыны Өммөгөлсөм дүрт бала менән тороп ҡала: Хәммәт (аҙаҡ күп йылдар алдынғы механизатор, малсы булды), Алһыу (медик), Азия, Хөсәйен (уҡытыусылар).
Илебеҙ яландарында һәм Европа илдәрендәге туғандар зыяраттарында, фронт һыҙығының һалдат ҡәберҙәрендә ерләнгән яугирҙәребеҙҙең изге исемдәре бөгөн ауылыбыҙҙа ҡуйылған һәйкәлдәргә уйып яҙылған. Уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре ҡартатайҙары менән хаҡлы ғорурланалар, улар тураһында иҫтәлектәрҙе изге күреп һаҡлайҙар.
Һуғыш ялмап алған ерҙән алыҫта ятҡан тылда ла тормош еңелдән булмай. «Аслыҡ-етешһеҙлек беҙгә һуғыш башланған йылда уҡ килде, – тип ауыл инәйҙәренең һөйләгәндәрен яҡшы хәтерләйем. – колхозда эшләгәндәргә көнлөк норма итеп 200 грамм бетәү һоло йәки арыш бирелһә, эшкә яраҡһыҙ ғаилә ағзаларына бер грамм да бүлә алманылар». Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙы ФЗО-ға (фабрика, завод янына белгестәр әҙерләү курсы) ебәргәндәр. Мәҫәлән, Маһикамал Мусина, Садиҡа Исҡужина, Бибиғәйшә, Сәбилә, Садиҡа Бикбулатовалар кеүек ауылдаш апайҙарҙың ФЗО-ла йөрөп ҡайтҡандары билдәле.
«Асығыуы бер хәл, – тип иҫләй торған ине һуғыш осорон ҡартәсәйем Шаһизәнән Такалова. (бының тураһында Әмир ағай Моратов та яҙып сыҡҡан ине) – Яланғас та ҡалдырҙы ул ҡәһәр төшкөрө һуғыш. Дүрт йыл эсендә өҫ-баш тетелеп туҙып бөттө. Ә кейенергә нәмә юҡ. Хәтеремдә: әхирәттәрем Ҡанифа Аллабирҙина менән Зөләйхә Такаловалар иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә колхоз малдарын яланаяҡ йөрөп көтәләр. Хатта Тайһуйған туғайында ҡышлауҙа ятҡанда Зөләйхәнең Фәрзәнә, Фәүзиә тигән ҡыҙҙары бер – бер артлы вафат булғас, кәфенгә өҫтөндәге күлдәген һыпырып һалырға мәжбүр булды... Шырпы, тоҙ, кәрәсин, һабын һымаҡ әйберҙәр булманы. Сәй-шәкәрҙе һөйләп тораһы ла юҡ. Һуғыш тымған йылда ирем Ғәҙелша миҙалдарын шалтыратып ҡайтып төшкән булды. Балаларға күстәнәсе лә юҡ үҙенең. Вещмешогының төбөнән керләнеп бөткән бер нисә шаҡмаҡ шәкәр генә сығарҙы. Шуларҙың береһен кинйә ҡыҙыбыҙ Әсмәгә һуҙа: «Мә, ҡыҙым, шәкәр», – ти. Тегеһе үҙ ғүмерендә шәкәр төҫө күрмәгәс ни: «Эйе, һиңә, тоҙ ул, әсе», – тип алмай ҙа ҡуя...»
Ниндәй генә ауырлыҡтар, юғалтыуҙар булмаһын, тыл хеҙмәткәрҙәре Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн булғанын да булмағанын да эшләгәндәр, оло ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәр. Бөйөк Еңеүгә уларҙың индергән өлөшө сикһеҙ ҙур.
Һуғыш яланынан Еңеү менән ҡайтҡан яугир олатайҙар һуңынан беҙҙең күҙ алдында тыныс хеҙмәт фронтында намыҫлы эшләнеләр, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаштылар. Улар мәктәптә, клубта үткән барлыҡ сараларҙың хөрмәтле ҡунаҡтары булдылар. Ниндәй һәйбәт кешеләр, үҙҙәренең батырлыҡтары менән үлемһеҙлеккә инеп ҡалған яугирҙар ине. Еңеү һалдаты, күп илдәрҙәге фашизмдан азат итеүсе тигән ғорур, юғары исемде бөйөк һынауҙар, ут-һыу аша тәүәккәл үткән ауылдаш ине . Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙы тик оло рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алырға, уларҙың яҡты, һүрелмәҫ рухтары, иҫтәлектәре алдында баш эйергә генә ҡалды. Улар Ҡыямитдин, Ҡунаҡҡужа, Заһитулла Исҡужиндар, Айса Байғолов, Хәлиулла, Сәйфулла Аллабирҙиндар, Ишҡәле, Ишмөхәмәт Мостафиндар, Рамаҙан Сабанчин, Шәрифулла Шәрипов, Шәһишәриф, Мөхәмәтша, Ғәҙелша Такаловтар, Һибәтулла, Сәфиулла, Сәмиғулла, Шәһит Бикбулатовтар һәм беҙҙең быуын күреп өлгөрмәгән башҡа ауылдың данлы яугирҙәре. Тиҫтәләгән йылдар аша беҙ, ауылдаштары, уларҙың йөҙҙәрен күрәбеҙ, һәйкәлдәге исемдәрен ҡат-ҡат уҡыйбыҙ. Мәңгелек дан уларға!
9 майҙа Мәҡсүт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм һуғыштан һуң вафат булған фронтовиктар хөрмәтенә халыҡ иғәнәһе иҫәбенә яңыртылған һәйкәл-обелиск асылды.
Тантаналы митингта район хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов, Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы З.Р.Зәйнуллина, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңеү байрамы һәм ауыл тарихындағы был мөһим ваҡиға менән ҡотлағандан һуң Борис Николаевич ауылдың иң оло ағинәйе, 95 йәшлек тыл ветераны Сәғиҙә инәй Аллабирҙинаға «Бөйөк Еңеүгә – 80 йыл» юбилей миҙалы тапшырҙы.
Сара барышында шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан билгеле дәүләт эшмәкәре, фән докторы Шәһит Хәйбулла улы Бикбулатовҡа һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Ил Әбделәхәт улы Бикбулатовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Уларҙың тормошо һәм хәрби батырлығы тураһында ауылдың почетлы гражданы И.И.Такалов һөйләне.
Яуҙа баштарын һалған яу ҡорбандарының рухына райондың имам-мөхтәсибе Венер хәҙрәт Шәрипов аят бағышланы. Әреүәхтәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Хәрби залп яңғыраны.
Тантанала ауыл халҡы обелиск янына йәш шыршы үҫентеләре ултыртты, һәйкәлдәргә тере сәскәләр һалды, хәрби йырҙарҙан төҙөлгән концерт номерҙары ҡараны, байрам мәжлесендә ҡатнашты.
Ильяс Такалов. Е.Гордов фотолары.