Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Май , 15:46

Еңеү юлы – халыҡ хәтере

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ил алдында оло бурыстарын үтәгән, еңеү менән ҡайтҡандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, тере ҡалып та ҡайта алмай, яҙмыштары тетрәндергес ата-бабаларыбыҙ, ҡартатайҙарыбыҙҙың һуғыш юлын, артабанғы яҙмыштарын хәтерләп иҫкә алабыҙ. Күп эҙләнеүҙәр, күп хәтирәләр юлынан башланған эштәрем һөҙөмтәһе – ниһәйәт миңә юл асты.

Еңеү юлы – халыҡ хәтере
Еңеү юлы – халыҡ хәтере

Ҡәҙерле кешеләрем, атайым Һөйөндөков Вәлиәхмәт Әбдрәхмән улының атаһы Һөйөндөков Әбдрәхмән Абдулла улы, әсәйем Хәкимова Мәрйәм Заһит ҡыҙының атаһы Хәкимов Заһит Сабир улының һуғышҡа алыныуҙары, һуғыш барышындағы ваҡиғалар күҙ алдына баҫты.
Һуғышта һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге «Рассекречивание секретных архивов» тигән урында 2007 йылда күрһәтелә.
Был исемлектә 1902 йылғы Һөйөндөков Әбдрәхмән Абдулла улы Матрай районында тыуған, 1943 йылдың мартында һуғышта хәбәрһеҙ юғалды тиеп яҙылған. Ошо яҙманан башҡа бер мәғлүмәт тә юҡ... Ҡартатайым разведка составында алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Көсөргәнешле алышта ҡамауға эләгеп ҡаты яралана, күптәре һәләк була, тере ҡалғандар пленға эләгә. Башы яраланған ҡартатайым да башҡа һалдаттар менән Германиялағы – концлагерға оҙатыла.
Пленға эләгеүселәр араһында бер башҡорт һәм ике рус һалдаттары була. Унда уларҙы ҡорал эшләү заводына эшкә ҡушалар. Токарь һөнәренә лә ҡартатайым шунда өйрәнә. Башҡорт егете Ғәйнулла менән икәүһен канализация торбаларын ремонтлауға йөрөтәләр. Шул мәлдәрҙә хәрби хәстәхана (военный лазарет) әсирҙәрҙән ҡан алыуҙы башлай. Яраларҙан йонсоған, көндәр буйына хеҙмәт иткән плендағы һалдаттарҙы ялһыҙ ыҙалаталар...
Ҡыш үтеп, көндәр йылыта башлағас лагерға аттар алып киләләр уларҙы ҡарауға минең Әбдрәхмән ҡартатайым менән башҡорт һалдаты эләгә. Был аттар трофей булғанлыҡтан уларҙы яңы хужаларға өйрәтеүе бик ауырға тура килә. Тотҡондарға эләкмәгән икмәк, шәкәр өлөштәре аттарға бүленгән. Ул ваҡыттарҙағы күргән михнәттәр, ауырлыҡтар ни тиклем ҡыйын булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.
Лагерь хужаһы Гаис үҙенә ат һайлай. Эйәргә менеп ултырған немец бик ыҫпай ғына юртып барған аттың бөйөрөнә итек үксәләре менән тибә. Яңы хужаһының был ҡыланышынан ярһып, үрәпсен, эйәрҙәге яһилды алып ташларға тип, сабып китә. Ҡото алынған немец: «Швайн, швайн!» – тип ҡысҡырған һайын ат ҡотороп саба. Ҡарап торған немец һалдаты ҡартатайыма автомат тоҫҡай. Ҡартатай ярһып сапҡан атҡа йомшаҡ итеп һыҙғырып ебәрә, ә немец автоматты төшөрөргә ҡуша... Таныш һыҙғырыуҙы ишеткән юртаҡ бышҡыра-бышҡыра һыҙғырыусыға килә. Ошо көндән алып Гаис уларға әҙләп паек бүлә.
Баҫып алынған ерҙәрҙән ҡыуып килтерелгән пленныйҙар менән лагер тула бара, хәлдәре бөткәндәрҙе крематорий мейестәренә оҙаталар. Гитлер армияһының пленға төшөүҙәре ишетелә, ашығыс рәүештә тотҡондарҙы күпләп юҡ итә башлайҙар.


Ҡартатайымдың военный билетында:
Окончил 3 класса Юмагузинской школы, Матраевский район, признан РВК 08.11.1924 год – строевой. Мобилизован 06.01.1942 год. 1207 стрелковый полк-стрелок.
С 24.06.1942 года до 16.04.1945 год был в плену в Германии.
29.10.1945 году военный билет исправлен. 03.09.1945 верить исправленному.
Куйбышевский районный военкомат. Военком подполковник: Стенин.


1945 йылдың 16 апрелендә ҡартатайым рус егете Геннадий менән концлагерҙан канализация торбаларына төшөп ҡаса. Ҡасҡын ике һалдатты яҙмыш ҙур йылға ярына сығарып ташлай. Бер нимәһе лә булмаған, йонсоған, ике хәлһеҙ тотҡон Совет һалдаттарына ҡушыла. Һуңына бик ҙур тикшереүҙәр башланып китә. Ҡулдарына һуғылған лагер номерҙары ла хатта уларҙы яҡлап ҡала алмай. Оҙайлы тикшереүҙәр арҡаһында Әбдрәхмән ҡартатайымды 1945 йылдың 29 октябрендә реабилитировать итәләр. Свердловск ҡалаһына заводҡа эшкә ебәрәләр. Шулай итеп ул үҙ ғаиләһенә ҡайта алмай.
1948 йылдың 16 ноябренән уға хеҙмәт кенәгәһе асылған. Яңы паспорт бирелгән. 1962 йылдың 17 ноябренә тиклем заводта токарь булып эшләй, хаҡлы ялға сығып, икенсе ғаиләһе менән тыуған ауылына йәшәргә ҡайта.
... 11 апрель 2025 йыл.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында дошман концлагерҙарында булған тотҡондарҙы иҫкә алыу көнө. Ҡартатайым Һөйөндөков Әбдрәхмән Абдулла улы концлагер тотҡоно...
Миңә ни бары 11 йәш ине... Ҡартатайымдан: «Һуғыш тураһында һөйлә әле, мин ҙурайғас яҙам», – тип һорайым. Күҙҙәрендәге йәштәрен минән йәшереп, йөрәгенән иңрәп сыҡҡан тауыш менән: «Балаҡайым, беҙ күргәнде һеҙ күрмәгеҙ инде!» – тигән һүҙҙәр менән генә яуаплай ине...
Ә уның алдында әйткән һүҙҙәремде 59 йыл үткәс кенә үтәнем. Ҡәҙерле ҡартатайым Һөйөндөков Әбдрәхмән Абдулла улын тик яҡты иҫтәлектәр менән генә иҫкә алабыҙ. Йәне йәннәт түрендә булһын. Ул беҙҙең өсөн иң батыр һалдат!
Ҡартатай! Ил алдында күрһәткән батырлыҡтарыңды бихисап миҙалдарың иҫбатлай! Һинең менән ғорурланабыҙ!

***

Әсәйемдең атаһы Хәкимов Заһит Сабир улы 1901 йылдың 3 мартында тыуған. Һуғышҡа 1942 йылда алына һәм 1942 йылғы ҡаты бәрелешендә Украинаның Ворошилов өлкәһендә Берестовая ауылында һәләк була. Ҡатыны һә биш балаһы һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын кисерә... өләсәйебеҙ Мәрғүбә Мәғрифә ҡыҙы эшсәнлеге, сабырлығы менән балаларын аяҡҡа баҫтыра. Фронт өсөн, Еңеү өсөн күп көс һала, ойоҡбаштар бәйләп, хатта картуф киптереп ебәреп торалар.
Сабир ҡартатайыбыҙҙың ғаиләһенә «хәбәрһеҙ юғалды» тип өсмөйөшлө хат килә. Ейәндәренең балалары – бүләсәләре, бөгөнгө көндә хәрби операцияла алғы һыҙыҡта йөрөүсе уландарыбыҙ Айтуған менән Ғәлинур бергә осрашып ҡартатайыбыҙ Заһит Сабир улының һәләк булған урыны Берестовая янындағы мемориалда исемен таптылар. Ҡартатайыбыҙ ҡаты һуғышта һәләк булған. Ә өләсәйебеҙҙең биш балаһы ла илгә тоғро хеҙмәт итеп йәшәнеләр.
Заһит ҡартатайыбыҙҙы яҡты иҫтәлектәр менән яратып иҫкә алабыҙ.
Ил өсөн ғүмерен биргән һалдаттарҙың даны, батырлыҡтары мәңге онотолмаҫ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!

Хакимов Загит Сабирович 1901 года рождения.
Призван 1942 г. 404 стрелковый полк. 176 дивизия.
Рядовой 15 июнь 1942 г.
Убит 22.02.1943 г.
Зианчуринский РВК. Воен АССР
Зианчуринский район, с/совет Кугарчинский, дер. Кугарчи.
Зөлфиә ҒҮМӘРОВА.
Матрай ауылы.

 

Еңеү юлы – халыҡ хәтере
Еңеү юлы – халыҡ хәтере
Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас