Еңеү көнө
Оло байрам бөгөн - Еңеү көнө,
Аяҙ күктә Ҡояш йылмая!
Нисә йылдар инде туған халҡым
Тыныс тормош өсөн ҡыуана!
Беҙҙең бәхет өсөн олатайҙар
Фиҙа ҡылған ғәзиз йәндәрен.
Күпме яугир сит ерҙәрҙә ҡалған,
Татымайса донъя йәмдәрен...
Етемлектә үҫкән ни һан бала,
Күрмәйенсә ата һөйөүен...
Тол ҡатындар тик үҙҙәре белә
Ире өсөн янып-көйөүен...
Һуғыш афәттәре бер ҡасан да
Янамаһын ине илемә!
Снарядтар төшөп шартламаһын
Гөл-сәскәле тыуған еремә!
Алтын-көмөштәргә ҡыҙыҡмайса,
Тормош ҡәҙерҙәрен беләйек!
Балаларҙың шатлыҡлы ҡарашын
Йәнебеҙҙән артыҡ күрәйек!
Бөгөнгөгә шөкөр итәйек!
***
Еңеү көнө етһә, инәйҙәрем
Илай-илай хәтер яңыртты:
"Ҡәһәр генә төшһөн ул һуғышҡа,
Урланы бит йәшлек ваҡытты..."
Аҡ яулыҡтың осон йәшкә манып,
Сөкөрҙәште улар таңғаса...
Йәшләй генә тол ҡалған инәйҙәр
Нисек түҙҙе икән бығаса?!
Ул ғынамы... балаларын ҡурсып,
Һыр бирмәйсә донъя көткәндәр -
Кемдер мал ҡараған, ағас йыҡҡан,
Һыйыр егеп, иген иккәндәр...
Һыр бирмәгән, үҙе эстән янған,
Ә төндәрен йәше түгелгән...
Күпте күргән ошо инәйҙәрем
Ҡарт көнөндә алға бөгөлгән...
Ҡайҙа инде инәй-апайҙарға
Бөгөнгөләр ише типтереү...
Бар хәстәрен улар илгә һалған,
Бар уйҙары булған көн күреү.
Аҡ яулыҡлы аҫыл инәйҙәрем
Күҙ алдымдан китмәй әле лә.
Ветерандар менән бер ҡатарҙан
Һағынып иҫкә алам һеҙҙе лә...
Онотмайыҡ
Артта ҡалһалар ҙа күпме көндәр
Онотолмай шаңлы ул йылдар.
Батырҙарҙы данлап,
Еңеү йырын йырлап,
Алмашынды нисә быуындар…
Юҡтар инде беҙҙең араларҙа
Яу юлынан үткән ул-ҡыҙҙар.
Йыраҡ-йыраҡтарҙан
Ҡайтмай ҡалғандарҙан
Иҫтәлеккә балҡый йондоҙҙар.
Һарғайышып шиңде әсәләр ҙә
Көтөп ала алмай улдарын.
Ағылһындар моңдар,
Онотмайыҡ, дуҫтар,
Ватан һуғышының ҡорбанын.
Еңеү көнө...
Ҡартатайҙы күрә алманыҡ беҙ –
Башын һалған һуғыш ҡырында...
Фотоһүрәте лә һаҡланмаған,
Белмәй үҫтек төҫөн, һынын да...
Еңеү көнө... Ошо изге көндә
Ҡартатайым килә уйыма.
Эстән генә аят-доға уҡып,
Тәсбихемде алам ҡулыма...
Ике улы һәм дүрт ҡыҙы өсөн
Ул бит булды аҡыл эйәһе!
Ололары, ярай, йөҙөн иҫләй...
Күрмәйенсә ҡалған кинйәһе...
Ике һуғыш үткән оло яугир
Һаубуллашып әйткән: “Ҡайталмам”,
Балалары ошо ябай һүҙҙе
Ҡабатланы ҡайта-ҡайтанан...
Уны иҫләгәндә ҡыҙҙарының
Керпектәре йәшкә сыланды.
Атайһыҙлыҡ – арҡаһыҙлыҡ менән
Өйрәнгәндәр булып сыҙамлы...
Бына тағы Еңеү көнө етте –
Байрам ҡора бары, гөрләшә...
Яуҙа ҡалғандарҙың балалары
Башҡаларҙан өнһөҙ көнләшә...
Аталары менән һөйләшә...
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының бүләләре ҡартатай-олатайҙарының яҙышын ҡабатлай... Был көндө махсус хәрби операцияһында барған ҡан-ҡойош күпме аҫыл егеттәребеҙҙең ғүмерҙәрен ҡыйҙы, йәшлектәренең иң матур мәленән мәхрүм итте. Кис ятһам да, иртән уянһам да уларға ғүмер, тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп доғаларымды бағышлайым. Һәләк булғандарҙың әсәләренә, туғандарына күркәм сабырлыҡтар бирһен Раббым!
Атыр таңдарыбыҙ тыныс, илебеҙ күге һәр саҡ аяҙ булһын ине!
Һау ҡайтһындар уландар!
Хәтәр юлға сыҡҡанығыҙ һиҙеп,
Көҙгө ямғыр керфек сылатты...
Изге теләк менән нәҙер әйтеп,
Барса халыҡ һеҙҙе оҙатты...
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ,
Изге яу юлынан киткәндәр!
Иманығыҙ һәр саҡ юлдаш булһын,
Ошо юлда шәһит үткәндәр!
Көндәр, айҙар һанап ваҡыт үтә,
Ауыр икән, ауыр көтөүе...
Күпме халыҡ зарығып та көтә,
Еңеү көнө тиҙрәк етеүен...
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ,
Изге яу юлынан киткәндәр!
Иманығыҙ һәр саҡ юлдаш булһын,
Ошо юлда шәһит үткәндәр!
Ҡанлы һуғыш өсөн үҫмәгәндәр
Һылыу ҡыҙҙар, аҫыл егеттәр.
Үҙ милләтен һаҡлар өсөн улар
Тыныс тормошта ла кәрәктәр!
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ,
Изге яу юлынан киткәндәр!
Иманығыҙ һәр саҡ юлдаш булһын,
Ошо юлда шәһит үткәндәр!
Йылдар үтер, бәлки, оноторбоҙ...
Ауыр мәлдәр ҡалыр тарихта!
Бәғзеләрҙең вайымһыҙлығынан
Ватаныбыҙ янмаһын утта!
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ,
Изге яу юлынан киткәндәр!
Иманығыҙ һәр саҡ юлдаш булһын,
Ошо юлда шәһит үткәндәр!
Йәшел япраҡтарға аҡ ҡар ятты...
Күңелдәрҙә һары һағыштар.
Кемдер китә, кемдер оҙатып ҡала,
Бер үк түгел инде яҙмыштар...
***
Тыныс түгел илем... һәр төбәктә,
Һәр бер йортта һуғыш хәсрәте.
Яу юлынан китә ир-егеттәр...
Билдәһеҙлек өтә йөрәкте...
Беҙҙең быуын һуғыш күрмәһә лә
Балаларға төштө был өлөш.
Тыуған иле өсөн һәр ир бала
Ҡалҡан булып торорға тейеш!
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ! -
Ошо һүҙҙәр һәр кем телендә...
Хызыр Ильяс булһын юлдашығыҙ,
Ниҙәр көтә һеҙҙе т!егендә?!
Төн йоҡомдо бүлеп, доға ҡылам,
Ишетә күр бер үк, Аллаһым!
Атай-әсәй улын көтөп алһын
Һәм балалар етем ҡалмаһын!
***
Көтмәгәндә ауыр хәбәр алып,
Шаңҡып ҡалған саҡта йөрәгем.
Күҙҙәремә йәштәр эркелһә лә,
Аят-доғам минең терәгем.
Аллаһүлә уҡып йыуанамын –
Аяттарҙың ул бит олоһо!
Күңелдәргә йылы өләшеүсе,
Мәртәбәле һәм дә нурлыһы!
Ауыр мәлдәр килде ил генәмә,
Яу юлынан китә егеттәр...
Йырлап-бейеп юлға сыға күптәр,
Тик ҡунаҡҡа киткән кеүектәр...
Хәүеф менән тулы йәш йөрәктә
Ниндәй генә уйҙар юҡ тиһең?!
Үҙ аяҡтарында кире ҡайтып,
Күрешергә насип ит, тимен!
Күҙ йәштәре берүк түгелмәһен,
Ул юҡ инде, тигән хәбәрҙән...
Фәрештәләр ҡурсалап йөрөһөн
Егеттәрҙе ҡаза, хәтәрҙән!
Салауаттар уҡып таң аттырам –
Имен генә булһын ил-йортом!
Ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһындар
Һаҡлар өсөн тыуған ер ҡотон!