Был авторҙың беҙҙең райондың Мәҡсүт ауылында 1931 йылдың 25 октябрендә донъяға килгән, хәҙер Өфөлә ғүмер кисергән Шәйехзада Рәхимйән улы Исҡужиндың бик ҡатмарлы бала сағын сағылдырған мәҡәләһен район район гәзите уҡыусылары иғтибарына ҡыҫҡартып бирергә булдым, сөнки был яҡташыбыҙҙы беҙ Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, бик күп дәүләт наградалары кавалеры, Хәйбулла районының “Хәйбулла”, “Аҡъяр” совхоздарында күп йылдар директор булып эшләгән, шул райондың почетлы гражданы исеменә лайыҡ булған абруйлы шәхес булараҡ ҡына белә инек. Ә үҫмер сағы һуғыш осорона тап килгән Шәйехзаданың яҙмышы барлыҡ тиҫтерҙәренеке кеүек үк еңелдән булмаған. Һуғыш башланғанда уға 10 ғына йәш була...
«Яманһаҙ ауылында 109-сы ат заводы бар ине. Беҙ шунда йәшәнек. Һалдаттар килеп аттарҙы өйрәтә башланы, – тип Ш.Р.Исҡужин исеменән бәйән ителә мәҡәләлә, – Өс меңләп башҡорт тоҡомло атты фронтҡа ебәрҙеләр... Беҙҙең аттарҙы Башҡорт кавалерия дивизияһына ебәргәндәр. Аттарҙы өйрәткән өсөн беҙгә 40 һум аҡса бирҙеләр... Рамаҙан, Шаһимарҙан Солтангилдиндар, Йәдкәр Моталлапов – бөтәһе ун алты, ун ете малай булғанбыҙҙыр. Йәй ҙә, ҡыш та өйрәттек.
Аттарға һоло бирәләр. Әҙерәк беҙгә лә эләгә. Йылҡы малы насарая башлаһа һуялар. Әсәйем, Нәғимә, эсәк-ҡарындарын булһа ла алып ҡайта. Ул ат һарайында тоҡом айғырҙарын ҡарауылланы. Һолоно ҡул тирмәнендә тартып өйрә бешерә...
Һуғыш башланған йылды декабрҙә тыуған Мәжит туғаным алты-ете айлыҡ ҡына ине. Әсәй нимә ҡалдырып китә, шуны ҡаптырабыҙ. Һөт йә ҡатыҡ эсерәбеҙ.
Беҙ асыға инек, бөтә үләнде ашаныҡ.
Атай ат заводында хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары булды. Тәүҙә уны һуғышҡа алмай бронь менән ҡалдырҙылар. 1942 йылдың 5 майында алып киттеләр. Ҡайтманы. Мәскәү янында Звениград ҡалаһында оборонала торғандар. Смоленскиҙы алдыҡ, тип яҙғайны. Аҙаҡҡы хаты шул булды.Бер хатында: «Беҙ аҙна ғына һуғышып өлгөрҙөк, яраландым. Санитарҙар мине алып сыҡҡандар. Ҡурайымды алмағандар. Ял булһа башҡорттарҙы ла, урыҫтарҙы ла бейетә торғайным», – тип яҙғайны.
Ленинградтан эвакуация менән кешеләрҙе килтерҙеләр. Немец теленән беҙҙе шунан килгән әбей уҡытты. Эй яратмай инек. «Фашист» тип дәресендә шаярабыҙ, ҡағыҙ осорабыҙ, шаулашабыҙ, теләһә нимә эшләйбеҙ.
Килеүселәр ҡырҡлап кеше булғандыр. Ике йыллап торҙолар. Малайҙар ҙа бар ине. Улар мәктәптә уҡыны. Бер-ике кеше йәшәгән өйҙәргә урынлаштырҙылар. Беҙгә лә, уларға ла карточка булды.
Яманһаҙ йылғаһының башындараҡ киң туғайлыҡта ерек, уҫаҡ үҫә ине. Шуларҙы өйгә алып ҡайтып яғабыҙ. Ат дворынан тиҙәк тә ташыйбыҙ.
Уҡырға ярата инем. Әсәй, кәрәсинде күп бөтөрәһең, ти әрләй. Дәфтәр етешмәй, әҙ ине. Зәбих ағайымдың журналдарын, гәзиттәрен дәфтәр итеп яһап, аҡ урындарына яҙа инем...
Һуғыш бөткәндә «Беҙ еңдек!» тип ҡысҡырып, флаг тотоп, атта сабып йөрөнөләр.
Ете класты бөттөм дә ун бер саҡырымдағы юлдыбайға уҡырға барманым. Оло баламын. Ғилмиә һеңлем, Ғимаҙа, Мәжит туғандарымды ҡарашырға кәрәк. Эшләрмен тип уйланым... Яманһаҙ мәктәбендә иҫәпсе-китапханасы булып эш башланым. Уҡытыусыларға икмәк карточкаларын да мин тарата торғайным. Һәр кешегә 500 грамм икмәк бирелде. Бер йыл эшләгәйнем, ат заводына эшкә саҡырып алдылар. Тоҡомсолоҡ эшен миңә йөкмәттеләр... Бәләкәйҙән ат араһында йөрөп үҫкән кеше булараҡ, миндә һиҙемләү, тойомлау бик көслө ине.
Аҙаҡ киске мәктәптә уҡып урта белем алдым. Армияла булдым, комсомолда эшләнем. Ситтән тороп ауыл хужалығы институтын тамамланым. Совхоз директоры ла булдым.
Ауыр һуғыш йылдарында сынығып үҫеү беҙҙең быуын балаларына тормоштағы ҡаршылыҡтарҙы еңергә, алға ынтылырға ярҙам итте».
Баҫмаға Ильяс ТАКАЛОВ әҙерләне.