Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
25 Июнь , 11:25

Иосиф Сталиндан ете рәхмәт хаты ала

«...1949 йылдың яҙы. Район үҙәге Юлдыбай клубында партияның Матрай райкомының сираттағы пленумы тамамланғас «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы рәйесе Айса Ғәлиәкбәров урынында ҡалырға ҡушыла һәм шунда уҡ ойошторолған суд уны, дәүләт мөлкәтен туҙҙырыуҙа ғәйепләп, йыл ярымға ҡулға алыу тураһында хөкөм сығара...

Айса Ғәлиәкбәров 1909 йылда Матрай районы Вәли ауылында (бөгөн ул район да, ауыл да юҡ) урта хәлле ғаиләлә тыуа. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә ала, яңы власть урынлашҡас мәктәпте тамамлай. Иҫәп –хисапҡа һәләте шәп була: алыу, ҡушыу, бүлеү, ҡабатлау ғәмәлдәрен “һыу кеүек эсә”. Башҡаларҙы ғәжәпләндереп иҫәп төймәләрен тартҡанда бармаҡтары гармун телдәрен ҡапшаған шикелле етеҙ һәм йылдам хәрәкәт итә. Һуңыраҡ был хәләте уға һатыусы булып эшләүгә юл аса. Колхоздар ойошторолғас та бригадир, һуңынан рәйес йөгө йөкмәтелә уға. Әбделкәримдә урынлшаҡан “Ҡыҙыл Октябрь” колхозын аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалырға тура килә. Һуғыш башланыу менән фронтҡа китергә теләп хәрби комиссариатҡа йүнәлә, әммә уны бронь менән ҡалдыралар. 1942 йылдың башында икенсегә теләк белдергән рәйескә ризалыҡ бирәләр. Һалдаттар тупланған Әлкәлә  счетта яҡшы эш итеүен белеү менән үҙен, бер һүҙһеҙ, Куйбышев эргәһендә урынлашҡан минометсылар курсына йүнәлтәләр. Баҡтиһәң, тура тоҫҡап атыу өсөн математиканы һәйбәт белергә кәрәк икән. Февраль аҙағында минометсы Ғәлиәкбәров Беренсе Украина фронтының 10-сы гвардия уҡсылар полкы составында миномет тоҫҡаусыһы сифатында һуғышҡа инә һәм иҫ китмәле яу юлы үтә. Ул хеҙмәт иткән данлыҡлы полк Курск дуғаһында, Киев, Житомир, Ровно, Проскуров, Винница, Каменцк- Подольск, Тернополь, Черновицы, Станислав, Дрогобыч, Львов ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Дон, Днепр, Висла, Одер, Нейсе, Эльба йылғаларын кисә, Польша, Германия биләмәләре аша дошманды эҙәрлекләй. Берлинға 80 саҡрым ғына ҡалғас, уларҙың ғәскәре кире Праваға борола. Беренсе Украина фронты (командующийҙары Ватутин, Жуков, Конев) күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн 74 тапҡыр Баш командующий Сталиндың рәхмәтенә лайыҡ булһа, минометсылар отделениеһы командиры, гвардия сержанты Айса Ғәлиәкбәровҡа ошондай рәсми рәхмәт ете тапҡыр белдерелә. Иң һуңғыһын 1945 йылдың 23 апрелендә Нейсе йылғаһын кискәндә ала. Киев ҡалаһынан аҫтараҡ, йәһәт кенә һал әтмәләп, Днепр аша сыға. Нығынып өлгөрә алмайынса, немец уты аҫтына эләккәс, сигенмсәй плацдармды һаҡлап тотҡандары өсөн беренсе хәрби наградаһы – “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була. Был яҡта ҡалған көстәр уларҙы ҡырылып бөткән тип уйлаған.

Айса ағайҙың улы Миңлеғәле менән бергә уҡығанлыҡтан, уның тере сағында беҙгә һөйләгән  ҡайһы бер хәтирәләре иҫтә ҡалған.

  • Шулай, бер ҡалаға бәрып индек, бер ерҙә лә дошман ғәләмәте һиҙелмәй, ә магазиндар шар асыҡ, араҡы-маҙар ялтырашып ултыра. Командирҙарҙың: “Был беҙгә ҡоролған тоҙаҡ -эсмәгеҙ!”- тип иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, “һыуһаған” һалдат сат йәбеште лә ҡуйҙы. Шуны һағалап, йәшенеп ятҡан дошман ҡапыл һөжүмгә күсеп, иптәштәрҙе ҡырып һалды.

Был фәжиғәнән ситтәрәк эсмәй тогрғандары ғына, шул иҫәптән Айса ағайҙың үҙе лә, имен ҡала. Йәнә Германияның бер күле эсендә оҙаҡ ваҡыт, үҙебеҙҙекеләр килеп еткәнсе, көпшәле үлән аша тын алып ултырыуҙары тураһында һөйләгәне хәтерҙә ҡалған.

Праганы дошмандан азат иткәндә Еңеү көнө иғлан ителә. Еңеүселәр эшелоны  Румыния аша үҙебеҙҙең илгә йүнәлә. Әммә уларҙы дошмандың тағы бер тоҙағы һағалап торған: яугирҙәргә ҡаршы буш эшелон ебәрелгән, ныҡ ҡына бәрелеш булған. Айса ағай иҫенә килгәндә бөтөнләй ситтә аунап ятҡан була. Яугирҙәрҙең күптәре һәләк була, ә яралыларҙы госпиталгә оҙаталар. Айса Ғәлиәкбәровтың ғаиләһенә икенсе “ҡара ҡағыҙ” ебәрелә. Тәүгеһе өс ай элек ебәрелгән булған. Минометсы Шпрее йылғаһын кискәндәге ҡаһарманлығы өсөн III дәрәжә Дан орденына лайыҡ була, үҙе һөйләүенсә, икенсеһенә лә тәҡдим ителә.

Госпиталдән һуң, 1945 йылдың сентябрендә, тыуған төйәгенә аяҡ баҫҡан яугирҙе яңынан рәйес итеп ҡуялар. Һуғыш осоронда ныҡ ҡаҡшаған колхозды яңынан күтәреү һәм алдынғылар рәтенә сығарыу, әлбиттә, еңел бирелмәй. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, эш һәүетемсә көйләнә. 1949 йылдың яҙғы эштәре лә уңышлы тамамлана, келәттә әҙ-мәҙ орлоҡ та артып ҡала. Колхозда аслы –туҡлы көн итеүселәр ҙә юҡ түгел. Уларға ярҙам итә алмауына күңеле һыҙлаған рәйес Айса Ҡотлозаман улы аслыҡтан шешенеп үлеп барған бер нисә ғаиләгә 3-5-әр килограмм бойҙай бирергә рөхсәт итә һәм... еткерелгән ошаҡ буйынса хөкөмгә тарттырыла. Ни ҡылмаҡ кәрәк, заманы шундай ине. Тик Пермь һалаһы төрмәһендәгеләр кешелекле һәм изге күңелле булып сыға. Уның эшен ҡайтанан ҡарағандан һуң, “ҡурҡыныс енәйәтсе” түгеллегенә ышанып, оҙаҡ тотмай, ҡайтарып ебәрәләр. Уға яңынан элекке урынын тәҡдим итәләр, өгөтләп ҡарайҙар, ләкин ул Һултантимергә күсә һәм 109-сы йылҡысылыҡ заводының шул ауыл бүлексәһе идарасыһы булып эш башлай. Артабан бригадир йөгөн дә тарта, балта оҫтаһы ла, чабан да була. Үҙ эшен намыҫ менән башҡарырға күнеккән Ғәлиәкбәров ағай Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә лә, Өфөлә алдынғылар слетында ла ҡатнаша, ҡиммәтле бүләктәр ала, совхоздың “Почет китабы”на индерелә, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә маҡталып телгә алына. Ун ике бала атаһы Айса ағай Ғәлиәкбәров балаларын үҙе кеүек эшһөйәр итеп тәрбиәләне. Һуғыштың ялҡауҙарҙы яратмауы, тейешенсә соҡор ҡаҙып урынлашмаған минометсылар дошман сәбенә иң тәүҙә эләгеүҙәре тураһында һөйләргә ярата ине ул. Айса ағайҙың һуғышҡа тиклем үк биш блаһы булһа, аҙаҡ тағы ла дүрт малай һәм өс ҡыҙы тыуа. Уларҙың барыһы ла үҙ аллы донъя көтә, үҙҙәре ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерә. Айса ағайҙың балалары араһынан икәүһе юғары, ҡалғандары махсус һәм дөйөм урта белемле, ә агроном булып эшләгән Әхәт Ғәлиәкбәров “БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен йөрөттө.

Вәлимә менән Айса Ғәлиәкбәровтарҙың 33 ейән-ейәнсәре һәм 28 бүлә-бүләсәре төрлө тармаҡтарҙа илгә хеҙмәт итә. Айса Ҡотлозаман улы “Буранбай” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта йырлаған, бейергә лә маһир булған, музыканы ла яратҡан һәм был һөнәрҙәрен балаларына һеңдерергә тырышҡан. Һөҙөмтәлә балалары Миңлеғәле - йырға, Азат, Әхәт - гармунға һәм бейеүгә, Азамат – гармунға, Гөлзифа бейеүгә әүәҫ булһа, ейәндәре Урал менән Рәфис ҡурайҙа һыҙҙыра.

Ике тапҡыр ҡара ҡағыҙынан һуң үҙе яу ҡырҙарын имен-һау әйләнеп ҡайтҡан һуғыш ветераны А.Ҡ.Ғәлиәкбәровтың үҙе беҙҙең арала булмаһа ла, нәҫеле ишәйгәндән-ишәйә, нығынғандан-нығый”

Фәрит Рәмов. Башҡортостан гәзитенең 140 –сы һаны, 15 июль, 2006 йыл.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас